— Һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм һәм һорауыма яуап ала алырмын, тип ышанам. Мине фытыр саҙаҡаһының күләме ҡыҙыҡһындыра. Юғиһә, төрлөсә әйтәләр, аныҡ ҡына белеүсе юҡ тиерлек. Быйылға ул ниндәй дәүмәлдә билдәләнгән?
Гөлсара ДӘҮЛӘТОВА.
Благовар районы.
Изге Рамаҙан айының һуңғы көндәрендә фытыр саҙаҡаһының күләмен белергә теләп шылтыратыусылар байтаҡ. Шулай уҡ гәзит уҡыусыбыҙҙың үтенесен дә иҫәпкә алып, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға мөрәжәғәт иттек. Уның әйтеүенсә, Рамаҙан айында, ҡағиҙә булараҡ, ошо ай дауамында һәм Ураҙа ғәйетенә тиклем һәр мосолман бирергә бурыслы фытыр саҙаҡаһының күләме билдәләнә.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты уны бойҙай, он, йөҙөм һәм алтын хаҡынан сығып билдәләй. Ә төбәктәрҙә урындағы хаҡтарҙан сығып уны үҙгәртә алалар. Шуға күрә беҙҙәге хаҡ илдәгенән бер аҙ айырыла.
Республикабыҙҙа фытыр саҙаҡаһының иң аҙ күләме —
30 һум (йәшәү кимәле түбән мосолмандар өсөн);
100 һум — урта хәллеләр өсөн;
200 һум — хәлле мосолмандар өсөн;
150 һум — фидйә саҙаҡаһы, йәғни (сәләмәтлеге буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарға һәр ҡалдырылған көн өсөн). Йәмғеһе: 150 х 30 көн = 4500 һум;
135 мең һум — нисаб зәкәте. Ошо сумманан зәкәт саҙаҡаһы 3375 һум тәшкил итә. Зәкәт — шәриғәт буйынса мөлкәт менән килемдең ҡырҡтан бер өлөшө фәҡирҙәргә таратылған саҙаҡа. Ул йылына бер тапҡыр бирелә.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.