Шәмсетдин хажи17.08.2012
Шәмсетдин хажиРухтары изге төйәгем — Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халҡын ишәйтеп, ҡотон ҡотайтып, ер-һыуына бәрәкәт биреп торған мәшһүр дин әһелдәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе берәмтекләп оло быуын вәкилдәренән йыйып алам да, күңелем һиҙемләүенә таянып, йәнә йөрәгем аша үткәреп, әҙәби-документаль әҫәр итеп яҙам. Изгеләребеҙҙең ун туғыҙынсы, егерменсе быуаттарҙа яғып ҡалдырған усаҡтарынан тере ҡуҙ эҙләп табам һәм шул утты егерме беренсе быуат кешеләренең күңелдәренә күсерәм.

Әле яҙыласаҡ арҙаҡлы дин әһеле Шәмсетдин хажи тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, нигеҙҙә, ауылдаштарымдан йыйып алдым. Үҙ ваҡытында был шәхесте күреп белгән ауылыбыҙҙың һәр яҡлап мәғлүмәтле, белемле аҡһаҡалы, тере энциклопедияһы, шағир Уйылдан Шәриповтың хәтер һандығында был дин әһеле тураһында байтаҡ иҫтәлектәр һаҡланған. Шулай уҡ Сабир хәҙрәттең ейәнсәрҙәре Клара һәм Асия апайҙар, ауылыбыҙҙың иң оло йәштәге ағинәйе Сәлихова Сәжидә хажи тураһында байтаҡ иҫтәлек белә булып сыҡты.
Бына әле лә мәҙәк-мәрәкәләре Хужа Насретдиндыҡынан кәм булмаған, телдән телгә һөйләнеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән Шәмсетдин хажи тураһында нәҡ шулай бөртөкләп йыйып алынған хәтирәләрҙе яҙам.
Шәмсетдин хәҙрәт бик уҡымышлы, дингә бирелгән, ике тапҡыр хаж ҡылған. Дини ғилемдән тыш, тарихты, сәйәсәтте, географияны яҡшы белгән. Дауалау ҡөҙрәтенә, им-томға ла эйә булыуы билдәле.
Уның тыуған һәм үлгән йылдарын аныҡ ҡына белеүсе юҡ. Әммә Сәйетбабаның, алда әйтеп үткәнсә, иң оло йәштәге аҡһаҡалы Уйылдан Шәрипов уны күреп белгән. Уның етмеш йәштәр тирәһендә гүр эйәһе булыуын, 1931–1932 йылдарҙа Сәйетбаба зыяратына ерләнеүен билдәләй.
Ауылдың башҡа муллаларынан айырмалы рәүештә, Шәмсетдин хажиҙы бик мәрәкәсел, шаян тәбиғәтле, йор һүҙле кеше булған, тип хәтерләйҙәр. Күҙ ҡарашы үткер, арбау көсөнә эйә ине, тиҙәр.
— Ҡайҙа Шәмсетдин хәҙрәт, шунда уйын-көлкө, — тигән Сәйетбаба мәсетенең имам-хатибы мәшһүр Сабир хажи һәм гел уны тыя йөрөгән.
Шәмсетдин хажи кәүҙәгә әллә ни оҙон булмай.
— Аяҡтары кәүҙә өлөшөнә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ, киң яурынлы, көслө инсан ине, — тип хәтерләй уны бала сағында үҙ күҙҙәре менән күреп белгән Уйылдан ағай. Артабан ул ошондай бер мәҙәген дә һөйләп ишеттерҙе.
— 1928–1929 йылдарҙа беҙҙең ауыл осонда мал һарайы төҙөй башланылар. Беҙ, ун йәш тирәһендәге малайҙар, оҫталарҙың эшен ҡыҙыҡ күреп, ситтәнерәк ҡарап йөрөйбөҙ, бүрәнә юнғанда сыҡҡан тап-топтарҙы йыябыҙ. Бер көн һарай эшләгән оҫталар янына Шәмсетдин хажи килде. Ул ололар менән бер ни тиклем һөйләшеп алғас, беҙҙең, малай-шалайҙарҙың эргәһенә килеп, ғәҙәтенсә, мәрәкә һүҙҙәр һөйләп, көлдөрә башланы. Уйнап-көлөргә барыбыҙ ҙа әүәҫбеҙ. Мәрәкәсел муллаға, берәй хикмәт күрһәт әле, тип инәлдек.
— Ярай, улай булғас, — тип көлдө ул. Үҙе беҙҙең күҙҙәргә үткер ҡарашы менән текләп бағып сыҡты. — Хәҙер бына ошо оҙон бүрәнәнең эсенән үтә сығам. — Үҙе бүрәнәнең нәҙек осона барып баҫты.
— Ышанмайһығыҙмы? Ҡарап тороғоҙ, ана, теге йыуан осонан килеп сығам.
Беҙ, мәҙәк яратыусан малайҙар, күҙ яҙҙырмай бүрәнәгә текләп торабыҙ. Ысынлап та, барыбыҙҙың алдында хәҙрәт бүрәнәнең бер осонан инеп китте лә уның йыуан башынан килеп тә сыҡты. Беҙ, күҙҙәребеҙҙе тоҙҙай итеп, уның артынан ҡарап торҙоҡ та ҡалдыҡ.
Йор һүҙле, мәрәкәсел Шәмсетдин хажи бигерәк тә бала-сағаларҙы шаяртып, көлдөрөргә яратҡан. Ул булғанда ауыл балаларына театр ҙа, цирк та кәрәкмәгән.
Бер шулай ураҙа байрамында өйҙән өйгә байрамсылап йөрөгән балаларҙы күреп, йәнә шаяртып алырға булған.
— Бынау ятҡан түмәрҙе ат итәйемме? — тигән. — Бына хәҙер һеҙҙең күҙ алдында ат итәм дә анау килгән кешене эйәргә ултыртам, шунан ул сабып сыға ла китә.
Ысынлап та, күҙ алдында аяҡ аҫтында ятҡан түмәр ерәнсәй атҡа әйләнә лә килә ятҡан кеше ат өҫтөндә хасил була. Һыбайлы барыһының күҙе алдында саптырып сығып та китә.
Гел мәрәкә эҙләп йөрөгән шуҡ малайҙарға был етә ҡала, эй, рәхәтләнеп көлгәндәр. Мәҙәк яратыусы малай-шалайға тағы ҡыҙыҡ кәрәк булған:
— Мулла ағай, тағы мәрәкә күрһәт әле, — тип артынан ҡалмай эйәреп, теңкәһенә тейә башлағандар. Шул саҡ балалар алдында төпһөҙ тәрән һыу барлыҡҡа килгән. Тегеләр уны нисек аша сығырға тип аптырап торған арала, хикмәт эйәһе күҙ алдынан да юғалған. Бер аҙҙан бала-саға аңына килеп ҡараһа, һыу ҙа юҡ, мулланан да елдәр иҫкән, ти. Шәмсетдин мулланың төрлө кирәмәттәре, мәрәкәләре арҡаһында шул замандағы Сәйетбаба малайҙарының бала сағы, әйтерһең, бына шулай әкиәт донъяһында үтә.
Бер шулай Сабир хәҙрәт, Ғиниәт мулла, Хәлил муллалар Ҡөрьән мәжлесенән сыҡһа, тупһа эргәһендә сисеп ҡалдырған ҡаталары юҡ, ти. Аяҡ кейемдәрен эҙләй башлағандар. Арыраҡ барып ҡараһалар, ҙур булмаған түңәрәк кенә күл өҫтөндә өйрәктәр йөҙөп йөрөй, ти.
— Аһ-аһ, элек был ерҙә күл булмай торғайны лаһа, — тип аптырашҡан ҡунаҡтар.
— Күлдә өйрәк түгел, һеҙҙең ҡаталарығыҙ йөҙөп йөрөй, — тигән Шәмсетдин хажи. Тегеләр ышанмаған. Бер аҙҙан өйрәктәр муллаларҙың алдына килеп баш эйгән дә кире бәсем ҡатаға әүерелгән. Был хәлгә барыһы ла хайран ҡалып көлөп ебәргән.
Сабир хәҙрәт:
— Һай, кем, Шәмсетдин хәҙрәт, әрәм иттең дәһә өйрәктәрҙе кире ҡатаға әйләндереп, һимеҙ генә күренәләр ине, салып ҡына алыр ҙа ҡуйыр инек, — тип шаяртҡан.
Сәйетбаба ауылында ябайлығы, кешелеклелеге, кеселеклелеге менән һәр кемгә билдәле Шәйхетдин мулла йәшәй. Белеүселәр уны иҫләп, Алла бәндәһе булды, бигерәк йыуаш, йомшаҡ күңелле, йомарт инсан ине, тиҙәр. Уның мул ҡуллы икәнен белеп алған бала-саға, байрамда кәнфит бирә, тип иң беренсе уларға бара торған булған. Йәнә шуҡ малай-шалай уны күреп ҡалһа, артынан эйәрә:
— Шәйхетдин мулла, юрғала әле, — тип бәйләнеп йонсота икән. Бер көндө балаларҙың был ҡыланышын Шәмсетдин хажи күреп ҡала.
— Хәҙер юрғалар, көтөп тороғоҙ, — тигән. Шунда уҡ балаларҙың алдында бер нисә айыу пәйҙә булған. Алпан-толпан баҫып януарҙар юрғалап киткән икән, мәҙәк көткән балалар ни көлөргә, ни ҡурҡырға белмәй, ҡатып ҡалған. Бер аҙҙан ипләп кенә таралыша башлағандар. Башҡаса улар был муллаға “юрғала” тип бәйләнмәгән.
Шәмсетдин мулла байлыҡ йыймай. Ярлының йәне тыныс. Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ — ярлылыҡ, тиер булған.
Уның уй-хыялы хаж ғәмәлен үтәү булған. Ярлы ғына булыуына ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәлә юлдарын асып, ул ике тапҡыр хаж ҡыла. Беренсе барыуы 1903 йылда Сабир хәҙрәт етәкселегендә була. Шәмсетдин мулла был юлы бер байға ялланып, уның өсөн ғибәҙәт ҡылып йөрөп ҡайта. Уның үҙе өсөн дә хаж ҡылыу теләге бик көслө була. Йыйынып-төйөнөп йөрөй ҙә ике-өс йылдан тағы изге Мәккә тарафтарына юл ала. Был юлы хикмәт эйәһе хәҙрәткә ябыҡ ишектәр үҙенән-үҙе асыла. Юлында төрлө ауырыуҙар осрап тора. Уларҙы ҡарап, им-том итеп тә тамағын туйҙыра. Карапҡа инеп ултырыу ҙа уға артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Төрлө хикмәт күрһәтеү, күҙ бәйләү ҙә бер ни шайы тормай. Сүллектәрҙе үткәндә кобра йыландарын арбап, ғәрәптәрҙең һушын ала. Ҡайҙа йөрөһә лә, бойоғоуҙың, күңелһеҙләнеүҙең ни икәнен белмәгән был мәрәкәсел мулла юғалып ҡалмай, үҙенең илаһи ҡөҙрәте менән кешеләр араһында ихтирам һәм һөйөү яулай. Тейешле хаж ғәмәлен үтәп, хажи булып, илгә имен-аман әйләнеп ҡайта.
Изге сәфәрҙән һуң күп тә тормай, Сәйетбаба ауылының арҙаҡлы муллаһы Өфө Диниә назараты тарафынан Белорет районының Уҫманғәле ауылы мәсетенә имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Боронғо башҡорт ауылы Уҫманғәлелә хажи хәҙрәт байтаҡ йылдар уңышлы эшләй. Бында ла ул, кешеләрҙе көлдөрөп, мәрәкәләп төрлө хикмәттәрен күрһәтеп йөрөр булған. Белорет ҡалаһында йәшәгән Суфиянов Миңләхмәт ағай ошондай мәҙәген үҙ күҙҙәре менән күргән. Егәҙе урамында бер төркөм малайҙар, бесән тейәгән ылауҙарға юл бирергә лә онотоп, сырсыулашып, сәкән һуғып йөрөй икән. Кинәт бесән тейәгән атлы арбаларҙың береһе бөтәһенең күҙ алдында дөрләп яна башлаған. Янғынды күргән малайҙар, уйындарын ташлап, йүгереп ҡасып китә. Бер аҙҙан ҡараһалар, бесән тейәгән ылауҙар, бер ни булмағандай, юлын дауам итә. Малайҙарҙың ике күҙе дүрт була. Ҡаршыларында Шәмсетдин хажиҙың баҫып тороуын күргәс, Егәҙе ауылы малайҙары дәррәү көлөп ебәрә.
— Бала-саға, шуны белеп ҡуйығыҙ, атлы ылауға, өлкәндәргә юл биреү фарыз, — ти хәҙрәт.
Ҡатыны үлеп киткәс, ул Уҫманғәленән Сәйетбабаға ҡайта. Ҡауарҙы ауылынан Заһира исемле йәп-йәш кенә ҡыҙға өйләнә. Төҫкә таҙа, ап-аҡ йөҙлө, алсаҡ һылыуҡай менән дә ул бәхетле ғүмер кисерә. Улдары тыуа. Уға Әхмәт тип исем ҡушалар. Ул һуйған да ҡаплаған хәҙрәттең үҙе була. Сәйетбаба халҡы уның бик көслө булыуын әле лә иҫләп һөйләй.
Шәмсетдин хажи... Ауылда уны барсаһы шулай тип йөрөтә. Уға дин әһелдәренә булған тейешле ихтирамды күрһәтәләр.
Бер шулай Сәйетбаба муллалары Усолкаға барған, урыҫтарҙың ниндәйҙер байрамдарына тап булған. Быларҙың алдынан иңбаштарына кәрзин ултыртҡан, оҙон итәкле юбка кейгән мәрйә ҡатындары китеп бара икән. Көтмәгәндә баяғы ҡатындар, һыу аша сығырға йыйынғандағы кеүек, ҡатлы-ҡатлы итәктәрен билдән өҫкә күтәреп, йәнәһе, һыу кисеп атлап бара башлағандар. Аҫҡы яҡтары шәп-шәрә икән. Тегеләрҙең ҡыланғанын күреп, үтеп барған кешеләр тәгәрәп ятып көлә башлаған. Ә ҡатындар, иҫе лә китмәй, һаман бара бирә, ти. Сабир хәҙрәт түҙмәгән, һуҡранған:
— Шәмсетдин хажи, ҡуйһаңсы шуҡлығыңды. Ҡатын-ҡыҙҙан көлдөрөп, беҙҙе гонаһлы итәһең бит. Артығын ҡыланаһың, — тип тыйған.
Сабир хәҙрәт ҡайһы саҡ кәмитсене шелтәләп алғылаһа ла, кешеләрҙән уға тел тейҙермәгән:
— Уның урынында бер ҡомһоҙ, намыҫһыҙ бәндә булһа, серегән байға әйләнер, күҙ бәйләп, әллә ниҙәр ҡыланыр ине. Ҡағыҙ киҫәген аҡсаға, аҡсаны ҡағыҙға әйләндереп, кеше алдап йөрөр ине. Намыҫлы, аҡ күңелле мулла ул, — тип әйтә торған булған.
Әммә Шәмсетдин хәҙрәтте гел генә кеше көлдөрөп, һәр саҡ кәмит күрһәтеп кенә йөрөгән тиһәк, һис тә дөрөҫ булмаҫ. Ул туры килгәндә им-том, бағымсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнгән. Ауырыуҙарҙы өшкөргән, осоҡлап та йүнәлткән. Осоҡлап йүнәлтеүе тураһында ауылда ошондай бер хәтирә һаҡланған. Хәсән тигән малай быума сиренән яфа сиккән. Көтмәгәндә ергә тәгәрәп китә лә ауыҙынан күперек сыға, бөтә тәне дерелдәп ҡалтырай. Күпмелер шулай ятҡас, саҡ үлмәй тере ҡалған малай үҙе тороп китә икән.
Хәсәндең әсәһе, Шәмсетдин хажиға килеп:
— Һин быума сирен йүнәтә, тиҙәр. Минең улымды ҡара әле, хәҙрәт, — тип ялбара.
— Булдырабыҙ уны, — хәҙрәт ихласлап йыйынып, ауырыу эргәһенә килә.
Ауыл малайҙары уның быума сирле Хәсәндәргә килеүен белеп ҡалған. Улар хажи хәҙрәттең нисек итеп осоҡлап йүнәлтеүен күрергә теләгән. Ҡараңғы төшөүгә, хәҙрәт Хәсәндәргә килеп ингән икән, теге йылтыр күҙ малайҙар тәҙрәгә килеп текәлгән. Осоҡлау нисек булғанды үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡарап торған малайҙар аҙаҡ ошоларҙы һөйләгән.
Шәмсетдин хәҙрәт өйҙәгеләргә күп итеп ҡағыҙҙан ҡурсаҡ эшләргә ҡуша:
— Хәҙер ултырығыҙ ҙа, билдәрен еп менән уратып быуып, ҡатын-ҡыҙҙарына яулыҡ ябындырып, ирҙәренә кәпәс кейҙереп, балаларын йүргәккә төрөп, миңә ҡурсаҡ эшләп бирегеҙ, — ти. Ҡурсаҡтарҙы бер батмусҡа теҙеп ҡуйҙырта. Шунан эргәһенә ултыртып, Хәсәнде өшкөрә башлай. Шул саҡ ҡағыҙ ҡурсаҡтар хәрәкәткә килә, терелеп батмус буйлап йөрөй башлай. Хәҙрәт уларҙы төрлө насар һүҙҙәр менән асыуланып әрләргә, һүгергә, ҡыуырға тотона.
— Башҡаса бында килеп йөрөйһө булмағыҙ. Кәрәгегеҙҙе бирермен. Утҡа яғып, көл итеп, тоҡом-ырыуығыҙҙы ҡоротормон, — тип теге ҡурсаҡтарҙы тышҡа алып сығып китә.
— Ҡыуҙым теге мәлғүндәрҙе. Хәҙер килеп йөрөмәҫтәр. Улар минән ҡурҡа ул, — тип хәҙрәт өйгә көлөп килеп ингән. Буш батмусты урынына ҡуйған.
Ошонан һуң Хәсән бер ваҡытта ла быума сире менән ауырымай.
Ғөмүмән, Шәмсетдин хажиҙың өшкөрөп тә, имләп тә, осоҡлап та бик күп ауырыуҙарҙы һауыҡтырып ебәреүе хаҡында белә сәйетбабалар.
Уның тәүге ҡатынынан тыуған Хәбибъямал исемле ҡыҙы ла бик хикмәтле булған, тиҙәр. Берәйһе әйберен юғалтһа, күрәҙә тип, уға барған. Хәбибъямал көҙгө ҡаршыһына стакан, стакан эсенә алтын йөҙөк һалған да доғаларын уҡып өрөп ебәргән. Көҙгөлә ап-асыҡ булып урлаған кешенең йөҙө пәйҙә булған.
— Ҡыҙым, көҙгөңдө ҡыйышыраҡ ҡуйһаңсы, бурҙың йөҙө улай асыҡ күренмәһен, кешене харап иттереп ҡуйыуың бар, — тиер булған атаһы.
Сәйетбаба ауылы халҡының күңеле түрендә Шәмсетдин хажи тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Уның һирәк осрай торған күрәҙәсе, үҙенсәлекле, һоҡланғыс талант эйәһе булыуын билдәләйҙәр. Исеме туған халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт иткән арҙаҡлы дин әһелдәре Сабир хәҙрәт, Әбйәлил мулла, Мөхәмәтша мулла, Сабит хажиҙар менән бер рәттә тора.
Лира ЯҠШЫБАЕВА.


Вернуться назад