“Башҡортостан”ға сентябргә тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
Һүҙ ҙә юҡ, заман һәр аҙымыбыҙҙы үлсәп, һәр тинде ҡат-ҡат иҫәпләп йәшәргә өйрәтә. Матбуғат баҫмаларына килгәндә лә, отошло алымды ҡулланып, арзаныраҡ хаҡҡа гәзит-журнал алдырып уҡырға була.
Иғтибарығыҙға шуны еткерәбеҙ: кемдәр 2013 йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә 31 авгусҡа тиклем яҙыла — шулар мотлаҡ отасаҡ. 6 айға — 626 һум 88 тин.
Ғиллә шунда: ошо осорҙа баҫмабыҙға әлеге хаҡ менән яҙыла алаһығыҙ. Йылдағыса сентябрҙән уның хаҡы бер ни ҡәҙәр күтәреләсәк. Шуға күрә кәңәшебеҙ шул: яҙылыуҙы йыл аҙағына ҡалдырмай, мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.
* * *
Иғтибарығыҙға тағы шуны еткерәбеҙ: “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған тәүге 100 кешегә “Башҡортса дини календарь” бүләк итеү йолаһын дауам итәбеҙ. Шуға күрә почта бүлексәләренә йә булмаһа урындағы матбуғат таратыусыларға барыуҙы кисектермәҫкә, ә ашығырға кәңәш итәбеҙ.
Һеҙҙе үҙ күреп әйткән кәңәшебеҙгә, моғайын, ҡолаҡ һалырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Көн һайын тигәндәй республиканың төп милли баҫмаһын да ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ, 2013 йылға дини календарлы ла буласаҡһығыҙ.