Аҡсаһын түләп тә, тауарҙы алып булмай17.08.2012
Ни өсөн гәзит үҙ уҡыусыһының ҡулына барып етмәй?

Ҡәҙерле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре!
Матбуғат баҫмаларын таратыуҙа асыҡлыҡ индереүҙе һорап мөрәжәғәт итергә булдым. Беҙҙең Күмертау ҡалаһында почта хеҙмәткәрҙәрен үҙ эшенә яуаплы ҡарарға өйрәтергә, бәлки, ярҙамығыҙ тейер. Мәсьәләне аңлатып үтәм. 2012 йылдың башында “Башҡортостан” гәзитенең йома һандарын килтермәй аптыраттылар. Бер аҙна юҡ, икенсеһендә лә ала алманым. Йыл башы бит, етмәгәндер, тип уйлайым. Өсөнсө аҙнаның да йома һанын килтермәгәс, аптырап, үҙәк почтаға юлландым. “Гәзиттең биш тапҡыр килә торған индекслыһына яҙылғанмын”, — тип аңлатып ҡарайым. Юҡ, үҙҙәренекен һөйләйҙәр. “Башҡортостан”-“Йома” гәзитенә яҙылырға кәрәк, имеш! Дүшәмбе көн гәзит донъя күрмәгәс, биш дана гәзиттең нисек килеп сығыуын ябай арифметик ысул менән төшөндөрөп ҡайттым. Килә башланы йома һаны. Унда ла урыҡ-һурыҡ ҡына. Һәр гәзит өсөн почта бүлексәһенә барып, ғауғалап йөрөргә уҡытыусының ваҡыты ла, форсаты ла юҡ. Телефондан шылтыратып, иҫтәренә төшөрһәң, ваҡытында алаһың. Аптырауымдың сиге юҡ. Почта хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы баҫмаларҙың таратылыу күләменә ҡарап түләнмәйме икән ни?
Икенсе ярты йыллыҡ башында ла гәзитте уҡыусыһына тапшырыу шул көйөнсә ҡалды. Июлдә “Башҡортостан” гәзитенең бер аҙна буйы 135-се, 136-сы, 137-се һәм 138-се һандары килмәне. Почта бүлексәһендә: “Бер ҡыҙ эшләгәйне, гәзиттәрҙе ҡайҙа ҡуйғандыр”, — тип яуапланылар. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йәштәрҙе эшкә өйрәтмәнеме икән ни? Даими эшләүселәр үҙҙәре гәзит уҡыймы һуң тигән һорау тыуҙы. Бер аҙна буйы килмәгән баҫмаларҙы, һандарын аныҡ күрһәтеп таптыра башлағас, бер аҡыллыһы: “Йома” һаны килмәне тиһегеҙ, ә уға яҙылғанһығыҙмы һуң?” — тип шаҡ ҡатырғыс һорау бирҙе.
Телефон аша ике тапҡыр почта бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Ольга Ивановна Скворцоваға эштең айышын төшөндөрҙөм. Сара күреүҙәре шул булды: килмәгән гәзиттәр урынына икешәр дана бер үк һанлыларын (132-се, 142-се) бирҙеләр. Урынбаҫарға шылтыратһам: “Почтальондар һеҙгә етерлек баҫма ҡалдырған”, — тигән яуап алдым.
Тағы нимәһе аптыратты: ике көндөң береһендә почтаға барып йәки шылтыратып тороп та “Башҡортостан”дың 143-сө һаны килмәне. Ниндәй сәбәп менән? Аңлата ла алмайҙар, ғәфү үтенеү баштарына ла инеп сыҡмай.
Ирекһеҙҙән, тыуған ауылым Яманһарыла оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләгән атайым Ғирфан Ғимран улы Түләгәнов иҫкә төшә. Ҡарлы-боҙло ямғыр яуһынмы, ҡыш ыжғыр буран ҡоторһонмо — беҙҙән ун саҡрымдай алыҫлыҡтағы Отрада ауылына ат менән барып, ауылдаштарын типография буяуының еҫе лә таралып бөтмәгән гәзит-журнал менән ваҡытында тәьмин итә ине. Ә ул замандарҙа халыҡ ваҡытлы матбуғатты күпләп алдырҙы. Атайыма гәзит-журналдарҙы пропагандалағаны өсөн “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары әле лә миндә иҫтәлек булып һаҡлана.
Ҡала ерендә йәшәп тә, республикала нәшер ителгән матбуғатты ваҡытында ала алмай ултырыу йәнде көйҙөрә. Редакция хеҙмәткәрҙәренең матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ниндәй ауырлыҡ менән алып барыуы һәр кемгә мәғлүм. Күмертау ҡалаһында ғына почта хеҙмәткәрҙәрен бер нәмә лә борсомай. Йәмле йәй көндәрендә лә шундай тотҡарлыҡ менән эшләгәс, көҙгө бысраҡта, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә нисек атҡарырҙар икән бурыстарын?
Ихтирам менән,
Фәүзиә ИШКИНИНА,
республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Күмертау ҡалаһы.


РЕДАКЦИЯНАН.

Күмертау ҡалаһындағы уҡыусыбыҙ Фәүзиә Ишкининанан бына шундай хат алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хат авторын борсоған һәм шуға оҡшаш сетерекле хәлдәр бер Күмертау ҡалаһындағы почта бүлексәһендә генә түгел. Почта хеҙмәткәрҙәренең эшенә дәғүәләрҙе йыш ишетергә тура килә.
Бер мискә балды бер ҡалаҡ дегет боҙа, тиҙәр. Әлбиттә, бындай күңелде ҡырған күренештәр ошо хеҙмәт эйәләрен һис тә биҙәмәй. Етмәһә, эш хаҡы түбән булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәтен яратып, намыҫлы атҡарған бихисап почтальондың бәҫен дә төшөрә. Бурыстарына яуаплы ҡарағандары баҫмабыҙҙы таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙең конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе тип танылғандары ла байтаҡ. Ә бына Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы бәйән иткән хәлдәр һәм башҡа шундай факттар элемтә хеҙмәткәрҙәренә ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуға сәбәп. Бынан тыш, гәзиттең уҡыусылар ҡулына үҙ ваҡытында йәки бөтөнләй барып етмәүе тираждың кәмеүенә лә килтерә. Әлбиттә, әлеге хаттағы кеүек аныҡ мәғлүмәт еткерелгәндә, редакция мәсьәләне көйләргә һәм хәл итергә тырыша. Был осраҡта ла уҡыусыбыҙҙың дәғүәһе тейешле урынға еткереләсәк, тип ышандырабыҙ. Шулай уҡ почта хеҙмәткәрҙәренән баҫмабыҙға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуын үтенәбеҙ.
Ә һеҙгә, Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы, “Башҡортостан”дан айырылмауығыҙ һәм уның таралыуына битараф ҡалмауығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!


Вернуться назад