1983 йылдың яҙында Өфө йылғаһы ярында буш ятҡан ҙур ғына майҙанға ҡом түшәп, тигеҙләп, Сипайлово биҫтәһенә нигеҙ һалдылар. 12 июлдә әлеге Б. Бикбай урамындағы беҙҙең 12-се йортто төҙөү өсөн бағаналар ҙа ҡағып ҡуйылды. Ике йыл үтеүгә, Сипайловола ултыртылған йәш ағас үҫентеләре, күҙҙәрҙе һәм күңелде һөйөндөрөп, тирә-яҡтың һауаһын яҡшыртып, гөрләп күтәрелде.
План буйынса эшләгән совет хужалығы ваҡытында бер үҫенте лә, газондарҙағы үләндәр ҙә, бөгөнгө шикелле, тамсы һыуға сарсап ултырманы. Беҙҙең ихата ла йәшеллеккә күмелде. Тирәк, ҡайын, ҡарағай, миләш, гөлйемеш кемуҙарҙан юғары күтәрелде. Тик... бөгөн уларҙың барыһы ла, ҡоролоҡтан интегеп бөтөп бара, сөнки ағастар һәм ҡыуаҡтар ҡом ҡатламы өҫтөнә һалынған йоҡа ғына тупраҡҡа ултыртылғайны. Өҫтәмә рәүештә нығытылмаған һәм тулыландырылмаған тупраҡ ҡатламынан бөгөн бер нәмә лә ҡалмаған тип әйтерлек, ә ағастарға төпкә тамырланыу мөмкинлеге юҡ. Өҫтәүенә юлдарға ҡыш һибелгән ҡомдо яҙ шул ағастарҙың төбөнә түгәләр. Йыш ҡына тирәктәрҙе ботайҙар, һөҙөмтәлә уларҙың күбеһе ҡорой.
Миләш – иң сибек ағас. 1995 йылда ғына 174 миләш ҡороғайны (уларҙы “Кескәйҙәрҙе ҡотҡарыу хәрәкәте”ндә ҡатнашҡан балалар менән иҫәпләп сыҡҡайныҡ). 2010 йылдың 23 июлендә, беҙҙең иҫәп менән, 10-сы микрорайонда ғына 108 ағас һәм 47 ҡыуаҡ кибеп юҡҡа сыҡты (шул иҫәптән 83 ҡарағай кипте). Ул ҡоролоҡ йылында йөҙәрләгән генә түгел, меңәрләгән ағас ҡороно. Ә быйылғы эҫелектән һуң? Йорт биләмәләренең төньяғында ултыртылған ағастар ғына бирешмәне.
Тәүҙә мин бик күп яуаплы етәкселәргә шылтыратып ҡараным. Тик, күрәһең, телефонды һалыу менән был мәсьәлә уларҙың хәтеренән сыға. Артабан 2010 йылда, ағастарға ярҙам итеүҙе һорап, йәмәғәтселеккә, республика һәм ҡала гәзиттәренең сайтына Интернет аша ла сығып ҡараным. Халыҡҡа, бәлки, радионан мөрәжәғәт менән сығыш яһарҙар, тип өмөт иткәйнем, әммә... Сипайловоның бер ЖЭУ-ына КамАЗ-ға тейәп тупраҡ алып килгәйнеләр, ЖЭУ начальнигы менән шул машинаға ултырып, уларҙы бер ихатаға алып барып күрһәтеп, ҡарағай төптәренә тупраҡ килтереп түгеүҙәрен үтендем. Тик начальник, беҙ Сипайловоның ҡыҙыл һыҙатында урынлашҡан газондарҙы ғына тәртипкә килтерәбеҙ, тип баш тартты. Аптырайым: ағастарҙы, ғөмүмән, ҡалабыҙҙы кислород менән тәьмин иткән йәшеллекте һаҡлау бер минең генә мәнфәғәттәме икән?
Бөгөн килеп Өфө ҡала хакимиәте етәкселәренә мөрәжәғәт итергә булдым: 2013 йыл — Сипайловоның юбилей йылы, шуға ла ағас төптәренә, газондарға тупраҡ өҫтәүҙе, уларҙы, һис юғында, көн аша һуғарыуҙы индерһендәр ине.
Заря БИКТАШЕВА,
Сипайловоның Б. Бикбай урамындағы
12-се йорт комитеты рәйесе.
Өфө ҡалаһы.