Бәхет — лайыҡлылар өлөшө17.08.2012
Бәхет — лайыҡлылар өлөшө...Әҙәм балаһына бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Бик күп кәрәк. Хәйер, һәр кем был төшөнсәне үҙенсә күҙаллай. Сырхап яфа сигеүселәр өсөн бәхет — һаулыҡ, аслы-туҡлы көн иткәндәргә — өҫтәлдәге икмәк, өйһөҙҙәргә — баш өҫтөндәге ҡыйыҡ, хеҙмәткәрҙәргә — һәйбәт эш хаҡы, ғалимдарға, моғайын, асыштыр, сәхнә әһелдәренә — яҡшы ролдәр уйнау һәм башҡалар.

Исемлекте тағы дауам итеп булыр ине. Әммә бөтәһе ата-әсәһенең, тормош юлдашының, бала-сағаһының, ейән-ейәнсәренең, йән дуҫтарының яратыуына мохтаж. Яҡындары иҫән-һау, эштәре уңышлы барһа, бер-береһен аңлап, терәк булып көн итһә, тормоштарын әләф-тәләфләмәйенсә, изге маҡсатҡа ынтылып һәм уларға өлгәшеп йәшәһә, һәр кем үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп хис итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет һәр кемгә лә бирелмәй. Йыш ҡына быға үҙебеҙ ғәйепле. Уйлауымса, бәхет — көслөләр, намыҫлылар, кешелеклеләр өлөшө. Ундайҙар йәшәгән йорттоң, уҡыған йә эшләгән коллективтың ҡәҙерен белә, лайыҡлы йәшәй. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында көн иткән, яңыраҡ һикһән йәшен тултырған Зәйтүнә Илғолова, балаларына — яҡшы әсәй, иренә — һәйбәт ҡатын, туғандарына — хәстәрлекле апай, моғайын, донъялағы иң бәхетле гүзәл заттың береһелер. Ни өсөнмө? Ул ҡарт көнөндә иң яҡын кешеләре араһында, уларҙың хәстәрлегенә күмелеп йәшәй. Ҡәҙимге совет ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе — Хәлил менән Дәүләтбикә Ишемғоловтар, ҡыҙсыҡтарын алтын-көмөшкә күмә алмаһалар ҙа, наҙға сорнап, яратып үҫтерә. Тормоштоң төп ҡанундарын да һеңдерә алалар, йәғни ҡыҙҙарына туғандарҙың һәм яҡындарҙың ҡәҙерен белеү, башҡаларға изгелек ҡылыу, насарлыҡ теләмәү, ғәҙел, намыҫлы һәм кешелекле булыу кәрәклеген төшөндөрә. Тағы ла уны эштән ҡурҡмаҫҡа, яуаплылыҡҡа өйрәтәләр.
Аҡыллы, нескә күңелле, игелекле Зәйтүнә Хәлил ҡыҙы бер ваҡытта ла ата-әсәһенең васыяттарынан тайпылмай, бер кемде лә рәнйеткәне, ауыр һүҙ әйткәне юҡ. Һәр саҡ сабыр, төплө уйлы. Ғәйбәт яратманы. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай — күңеленә бик ауыр булған мәлдәрҙә ул... йырланы! Халыҡ йырҙарымы, эстраданыҡымы — ул барыһын да ысын йөрәктән, ихлас башҡара. Шуғалыр ҙа Зәйтүнә апайҙың йырҙарын тыңлаусылар: “Ниңә ул шундай шәп тауышы, моңо була тороп, сәхнә юлын һайламаны икән?” — тип уйланыр ине. Эйе, ул сәнғәткә ынтылманы, тәү ҡарашҡа ябайыраҡ, әммә үтә лә яуаплы һөнәр һайланы — уҡытыусы булырға ҡарар итте. Заманында абруйы ҙур булған Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инде. Уны тамамлағас, Ейәнсура районының бер ауылына эшкә ебәрәләр.
Балалар өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, аҡыллы, белемле, матур, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмәгән йәш уҡытыусыны халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрә һәм ихтирам итә. Зәйтүнә апайҙың артабанғы хеҙмәт юлы тыуған районының Дауыт-Ҡайып ауылы менән бәйле. Шул уҡ райондың Наҙйылға ауылында (әле ул Солтанморат тип атала) тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған уҡытыусы Зөфәр Илғолов менән таныша. Белемле, тормошҡа ҡараштары тап килгән йәштәр тиҙ арала уртаҡ тел таба, мөхәббәт уты тоҡана һәм өйләнешә.
Дауыт-Ҡайыпта тәүге балалары — Зөлфиә исемле ҡыҙҙары тыуа. Әйткәндәй, ул бик сибәр, аҡыллы, шаян булып үҫә. Шулай килеп сыға — Аллаһы Тәғәлә Илғоловтарға фәҡәт ҡыҙҙар бүләк итә. Әммә был турала һүҙ саҡ ҡына һуңыраҡ. Дауыт-Ҡайыпта ғаилә ете йыл йәшәй. Шунан улар ошо уҡ райондың Хоҙайбирҙе ауылында (халыҡ уны Бесәнсе тип йөрөтә) — егерменсе быуат башының күренекле шағирҙарының береһе, йәш кенә килеш йыртҡыстарса үлтерелгән Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында эшләй. 1964 йылда ғаилә Зәйтүнә Хәлил ҡыҙының тыуған ауылына күсенә. Тәүәкән мәктәбендә Зөфәр ағай ваҡытһыҙ вафатына, ә Зәйтүнә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Зәйтүнә апайҙы уҡыусылары яратты, ул һәр балаға үҙенеке кеүек ҡараны — һаҡланы, ҡурсаланы һәм шул уҡ ваҡытта талапсан да булды. Уҡыусыларының байтағы, артабан юғары белем алып, төрлө тармаҡта эшләй.
Илғоловтарҙың береһенән-береһе матур, уңған тағы өс ҡыҙы — Лилиә, Ләлә, Резеда донъяға килә. Икенсе ҡыҙҙары менән яҡындан танышмын. Иҫ китмәле уңған һәм сабыр. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу — почтаға эшкә алыныуы хаҡында. Илғоловтарҙың өсөнсө ҡыҙы Ләлә ата-әсәһе юлынан китте — ғүмер буйы балалар уҡыта. Резеда ла яратҡан эшендә. Илғоловтарҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре фәҡәт маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Тағы ла шул иғтибарҙы йәлеп итә: улар бөтәһе лә ифрат моңло итеп йырлай. Байрамдарҙа, башҡа тантаналарҙа Зәйтүнә апайҙың ҙур ғаиләһе, оло табынға йыйылып, йыр артынан йыр һуҙа. Илғоловтарҙың дүрт ҡыҙы ла, әсәләре кеүек, моңло тауышлы. Һәр ҡайһыһы теләһә ниндәй сәхнәне биҙәй алыр ине. Иң мөһиме — балаларының береһе лә әсәләрен онотмай, форсат сыҡҡан һайын уның эргәһенә юллана, күңелен күрәләр, хәстәрлек күрһәтәләр. Бындай бәхет бөтәһенә лә биреләме?! Зәйтүнә Илғолова бәхетле. Үткән тормош юлы, эшләгән эше, ҡылған изгелектәре менән.
М. МӨХӘМӘТОВА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад