Тәүге тапҡыр — мәктәпкә!17.08.2012
Тәүге тапҡыр — мәктәпкә!“Быйыл улыбыҙ беренсе класҡа бара. Һәр ата-әсә кеүек, балабыҙҙың тырыш, тәртипле уҡыусы булыуын теләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илгиздең мәктәпкә барғыһы килмәй. Уны яңы тормошҡа нисек өйрәтергә?
Алина М.
Ейәнсура районы”.

Гәзит уҡыусының һорауына Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең “Ышаныс телефоны” хеҙмәте мөдире, психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә:
— Мәктәп тормошоноң тәүге йылы — баланың ғүмерендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Тап ошо осорҙа уҡыуҙағы уңыштарға нигеҙ һалына.
Беренсе класҡа барғас, баланың тормошо ҡырҡа үҙгәрә: яңы мөнәсәбәттәр, яңы бәйләнештәр, яңы талаптар һәм бурыстар уның алдына баҫа, тәүге уҡыу көнөндә үк аҡыл һәм физик көсөн, иғтибарҙы туплау кеүек мәсьәләләр ҡуйыла. Ошоға тиклем уйындан башҡа мәшәҡәтте белмәгән бала өсөн был ҙур һынау. Шуға күрә мәктәпкә алдан әҙерләнеү, ул ҡуйған тәртипкә өйрәнеү, күнегеү мөһим. Быға ике-өс көн генә аҙ. Балаларҙың 60 процентына яңы тәртипкә өйрәнеү өсөн ике-өс ай етә, 30 проценты — ярты йыл, ҡайһы берҙәре тотош уҡыу йылын сарыф итә.
Иң ҡатмарлы осор — тәүге ай. Шуға күрә тап ошо мәлдә балаға ҡарата үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Мәктәпкә өйрәнеүҙең ауыр кисерелеүе шунда сағыла: уҡыусы юҡ-барға ҡыҙып китеүсән, тиҙ арый, мәктәпкә барғыһы килмәй, төрлө сәбәп менән өйҙә ҡалыу яғын ҡарай.
Мәктәпкә өйрәнеүҙе еңеләйтеү өсөн бала күңелендә уҡыусының ыңғай образын булдырыу мөһим. Бәләкәсегеҙҙә белемгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырышығыҙ, күберәк бергә уҡығыҙ, төрлө энциклопедия менән танышығыҙ, мәктәпкә ыңғай ҡараш тыуҙырған фильмдар ҡарағыҙ. Буласаҡ уҡыусының башланғыс кластарҙа уңышлы уҡып йөрөгән балалар менән аралашыуы ла файҙалы булыр. Үҙегеҙҙең мәктәп йылдарын иҫегеҙгә төшөрөп, балағыҙға ошо турала һөйләгеҙ. 1 сентябрҙә хәҙер инде уҡыусы булған бәләкәсегеҙ өсөн матур ғына байрам ойошторорға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта белем алыуҙың көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт икәнлеген дә онотоп ебәрмәгеҙ, балағыҙға ла ошо фекерҙе аңлатырға тырышығыҙ.
Ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәп формаһына кире ҡарашта, ул баланың иркен сикләй, тип иҫәпләй.
Мәктәп формаһы кешене кескәй саҡтан тәртипкә өйрәтә, үҙ әйберҙәренә, кейеменә һаҡсыл ҡараш, йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек тәрбиәләй, уҡыусының зауығын үҫтерә. Балала билдәле бер социаль төркөмгә ҡарағаны өсөн ғорурлыҡ уяна, үҙ-үҙенә ышанысы арта.


Вернуться назад