Нисек ял итәбеҙ?16.08.2012
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика Хөкүмәтенең 2011 йылдың 12 сентябрендәге бойороғона ярашлы, 19 август — Ураҙа байрамы — байрам һәм ял көнө тип иғлан ителә.
Байрам йәкшәмбегә тура килә. Тимәк, ял көнө 19 августан 20 авгусҡа күсерелә. 17 августа эш ваҡыты ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Ураҙа байрамына бәйле Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 август — ял көндәре.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә байрам көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә отпуск иҫәбенә индерелмәй.