Фестивалгә — 30-ҙан ашыу ғариза16.08.2012
Бөтә Рәсәй “Һөт иле-2012” фестивалендә ҡатнашыу өсөн бөгөнгә республика һөтсөлөк тармағының 30-ҙан ашыу предприятиеһы ғариза биргән. Ә былтыр 24 кенә һөт эшкәртеүсе ойошма килгәйне.

Республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко сараға әҙерләнеү буйынса кәңәшмәлә быйыл төрлө аттракциондар, бушлай аң-белем биреү һәм күңел асыу саралары һанын арттырырға ниәтләүҙәрен белдерҙе. Ҙурыраҡ йәрминкә үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
Фестиваль ҡунаҡтары һөт ризығын бушлай ауыҙ итә ала. Ә күңелеңә ятҡан тауарҙы арзан хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар. Фестиваль 8 сентябрҙә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында үтәсәк. Байрам сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, һөт ризыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм баҙарҙы урындағы етештереүселәрҙең сифатлы һөт аҙыҡтары менән тулыландырыу маҡсатында ойошторола.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад