“Һаумы, мырҙам!” — тиер һымаҡ...16.08.2012
Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлағас, беҙ, бер төркөм Һөләймән ауылы егеттәре, романтика артынан ҡыуып, Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына юлландыҡ.

Паровоз машинисы ярҙамсылары төркөмөн һайлап яңылышманым. Һабаҡташтарым, нигеҙҙә, урыҫ егеттәре булһа ла, беҙҙе ҡаҡманы, урыҫса һөйләшергә лә өйрәтте. Үҙебеҙ ҙә бик бирешеп барғандарҙан түгел инек.
Ике йылдан һуң паровозда эшләй башланым. Унда ла һәйбәт коллективҡа эләктем, эш хаҡы ла арыу. Шулай ҙа артабан уҡыу, юғары белем алыу теләге бер ҡасан да иҫтән сыҡманы, һәм 1960 йылдың авгусында Башҡорт дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә барып керҙем. Әммә көҙ армияға алып киттеләр.
Өс йылдан һуң йәнә Өфөгә аяҡ баҫтым. Был юлы көндөҙгө бүлеккә һынау тоттом. Ҡабул итеү имтихандарын тапшырып йөрөгәндә, факультет коридорында декан урынбаҫары Марат Минһажетдинов туҡтатты. Ҡалын ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, муйылдай ҡара күҙле, олпат кәүҙәле утыҙ йәштәр тирәһендәге ир аҫылы ине ул.
— Хажиев түгелме һин? — тип һораны ҡапыл-ғара.
— Эйе, мин.
— Нишләп йөрөйһөң әле бында?
— Университетҡа уҡырға инергә килдем.
— Һуң һин 60-сы йылда уҡ ингәйнең түгелме?
— Эйе, ләкин мине армияға саҡырҙылар ҙа уҡый алманым.
— Ә ниңә яңынан имтихан тапшырырға?
Уҡыуҙар башланды. Тәүге дәрескә Марат Хәләф улы үҙе керҙе.
— Һеҙҙең кураторығыҙ буласаҡмын, — тине ул, ҡалын ҡаштары аҫтынан бөтәбеҙгә лә күҙ йүгертеп сыҡҡас. — Куратор — ул төркөм етәксеһе. Һеҙҙең аранан уның урынбаҫары ла булырға тейеш. Йә, кемде староста итеп һайлайбыҙ?
Бер кем дә өндәшмәне, сөнки беҙ үҙ-ара танышып өлгөрмәгәйнек әле.
— Ул саҡта икенсе юл менән китәбеҙ, — тине куратор. — Кемдәр былтыр-быйыл Совет Армияһынан хеҙмәт итеп ҡайтҡан, баҫығыҙ әле.
Беҙ дүртәү инек.
— Бына һин, — тип Марат Минһажетдинов миңә бармағы менән төртөп күрһәтте, — староста буласаҡһың. Нисек, ризамы?
Марат ағай Минһажетдинов кураторлыҡ менән бергә башҡорт халыҡ ижады буйынса дәрестәр ҙә алып барҙы. Шуныһы хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған: ул да, башҡорт теленең тарихи грамматикаһы дәресен алып барыусы профессор Жәлил Кейекбаев та, ҡайһы бер уҡытыусылар һымаҡ портфель күтәреп түгел, ә ус аяһындай ғына ҡағыҙ тотоп килер ҙә, шуға һирәк-һаяҡ күҙ йүгертеп, ике сәғәтлек лекция уҡып сығыр ине.
Марат Хәләф улының лекцияларынан беҙ башҡорт халыҡ ижадының ни тиклем бай, киң, тәрән һәм боронғо икәнлегенә инандыҡ. Юғиһә мәктәптә уҡығанда белем кимәлебеҙ әкиәт жанрынан үтмәй торғайны. Хәҙер уға күләмле эпостар, тапҡыр мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, серле йомаҡтар, тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр), сеңләүҙәр, йолалар, риүәйәттәр һәм легендалар, ҡыҫҡа һәм оҙон йырҙар килеп ҡушылды. Иҫ-аҡылыбыҙ китеп, ул һөйләгән лекцияларҙы яҙырға ла онотоп, ауыҙ асып тыңлайбыҙ.
Беренсе курсты тамамлағас, ул беҙҙе үҙенең ассистенты, буласаҡ ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымов етәкселегендә фольклор экспедицияһына оҙатты. Төркөмөбөҙ Стәрлетамаҡ районының Айыусы, Стәрлебаш районының Табылды һәм Һарайҫа ауылдарынан байтаҡ тарихи, топонимик, тормош-көнкүреш легендалары, әкиәт һәм ҡобайырҙар йыйып алып ҡайтты. Улар араһында Ҡаһым түрә, Ашҡаҙар йылғаһы тураһындағы легендалар байтаҡ ине. Был ҡомартҡылар 1969 йылда Марат Минһажетдинов менән Кирәй Мәргән төҙөгән һәм бөйөк тел белгесе, республикала тәүге фольклор экспедицияларын ойошторған Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Башҡорт легендалары” тигән китапта баҫылды.
Марат Минһажетдинов фольклор менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалманы, ә Кирәй Мәргән, Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадына ла ҙур иғтибар бирҙе. Кирәй Мәргәндең “Ҡала иртәһе” китабына баш һүҙ яҙҙы, 1966 йылда донъя күргән “История башкирской советской литературы” (1941–1964 йылғы осор) монографияһында әҫәрҙәренә төплө анализ яһаны. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә лә уның ижадына арналған “Фирүзә тауы”, “Яҙыусының ғилми хеҙмәте” тигән күләмле генә мәҡәләләре баҫылып сыға.
Башҡорт әҙәбиәте донъяһында ғына түгел, бәлки СССР әҙәбиәте өсөн дә ҙур ваҡиғаға әйләнеп, башҡорт рухи донъяһын алғы сафҡа сығарған “Ырғыҙ” романының авторы Һәҙиә Дәүләтшина һәм уның үлемһеҙ ижады тураһында иң тәүҙә нәҡ Марат Минһажетдинов төплө фекер әйтте тиһәм, һис хаталанмам. “Һәҙиә Дәүләтшинаның тәүге әҫәрҙәре”, “Ступени жизни народной”, “Заман һәм тарихилыҡ” тигән мәҡәләләрендә, “Һәҙиә Дәүләтшина: тормошо һәм ижады” (Өфө, 1966) монографияһында Марат Хәләф улы әҙибәнең ижадына байҡау яһай. Һәҙиә Дәүләтшинаның исемен данлап, Марат Минһажетдинов үҙен дә үлемһеҙ итте.
“Йыш ҡына шулай була, — тип яҙғайны Әхмәт Сөләймәнов “Остазым” тигән иҫтәлегендә, — кемдең кемлеген белеп тә бөтмәйһең, хатта уның менән тәү ҡат ҡына осрашаһың һәм һүҙ ҡағышып өлгөрмәйһең, ә ниндәйҙер көс һине уға, уны һиңә ылыҡтыра. Марат Минһажетдинов менән беҙҙең арала ла шулай булды”. Әхмәт тиңдәшкә тәрилкә тотоуҙан әйтмәйем, әммә минең менән дә шундай хәл булғайны теге саҡта.
...Университет коридорынан һаман да ҡаршыма олпат кәүҙәле, сөм ҡара сәсле, муйылдай ҡара күҙле, етди сырайлы Марат Хәләф улы килә һәм минән: “Һаумы, мырҙам! Хажиев түгелме әле һин?” – тип һорай төҫлө. Ана шулай күңелемә уйылып ҡалған ул.
Ризван ХАЖИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.
Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.


Вернуться назад