– Һаумы, күрше. Нисек йөрөп ҡайттың? Баш ҡала гөрләйме?
– Аллаға шөкөр, бик арыу йөрөлдө. Өфө гөрләй инде ул. Быйыл бигерәк тынғыһыҙ унда: урамдарҙы киңәйтәләр, торбаларҙы алмаштыралар, ағастарҙы ҡырҡһындармы шунда. Тик юл аша сығыр әмәл юҡ, машиналар өҫкә менеп бара.
Белеүебеҙсә, Өфөлә миллиондан ашыу кеше йәшәй. Транспорт та ифрат күп. Шуға күрә урам аша сығыу бигүк хәүефһеҙ, тип әйтеп булмай. Йәйәүлеләрҙең машина тәгәрмәсе аҫтына эләгеү осрағы ла күбәйгәндән-күбәйә. Шуның өсөн ер аҫты үткәүелдәрен төҙөү ихтыяжы баш ҡалала йылдан-йыл арта. Сөнки ҡалала утыҙ йыл тирәһе бындай объект төҙөлмәгән. Бер-ике йылдан был проблема ла хәл ителер тигән ышаныс бар.
Күптән түгел "Уралмостострой" йәмғиәте Октябрь проспектындағы "Үҫмерҙәр китапханаһы" һәм "Дан бульвары" туҡталыштарында ер аҫты үткәүелен төҙөүгә тотондо. Әле
эштең иң көсөргәнешле мәле. Өфөнөң инженер-техник ойошмалары төҙөлөшкә ҡамасаулаған йылылыҡ, һыу торбаларын алып, икенсе урындан яңыларын һала. Улар быны сентябргә тамамларға тейеш. Шунан ғына бында төҙөүселәр киләсәк. Тоннелдәр ике этапта төҙөләсәк, был эште графикка ярашлы алып барыу өсөн юлды ваҡытлыса ябып тороуға бәйле. Әммә транспорт хәрәкәте туҡталмаясаҡ. Ер аҫты үткәүелдәрендә сауҙа нөктәләрен дә урынлаштырыу ҡарала.
2013-2014 йылдарға шулай уҡ Октябрь проспектындағы "Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернат", "Мир фирмаһы" туҡталыштарында, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы аша ике урында, Пушкин урамының "Актерҙар йорто" туҡталышы тапҡырында ер аҫты үткәүелдәре төҙөү планға индерелгән. Өфө – Аэропорт юлында "Кооператив яланы" һәм "Металл базаһы" туҡталыштарында иһә объекттарҙы ер өҫтөндә ҡорасаҡтар, проекттары әҙерләнгән. 2025 йылға тиклем баш ҡалала өс тиҫтәнән ашыу ер аҫты һәм ер өҫтө үткәүелен төҙөү планлаштырыла.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ