Йәштәр өй туйлай16.08.2012
Йәштәр өй туйлайҺуңғы осорҙа республикабыҙҙа йәш белгестәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күп сара күрелә. Уларҙы эш менән тәьмин итеү, федераль һәм республика маҡсатлы программалары буйынса фатир асҡыстары тапшырыу һәм башҡалар. Күптән түгел Хәйбулла районының бер төркөм йәш белгестәре Аҡъярҙа төҙөлгән ике ҡатлы йортта өй туйланы.

Бәхетле һигеҙ йәш ғаиләләге белгестәрҙең барыһы ла, районға ҡайтып, бюджет өлкәһендә эшләй. Араларында үҙәк дауахана хирургы, терапия бүлеге мөдире, акушер-гинеколог, табип-офтальмолог, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.
Йәш белгестәргә яңы фатир асҡыстарын тапшырғанда, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Сураҡов ихлас ҡотлау-теләктәрен еткерҙе:
— Хәйбулла районы тарихында бындай ҡыуаныслы ваҡиға беренсе тапҡыр. Һәм һуңғыһы булмаҫ. Һеҙ йәшәйәсәк йорттоң беренсе нигеҙ ташын Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе һалғайны. Яңы йортоғоҙ йылы, имен булһын, унда балалар тауышы тынмаһын, эштәрегеҙ уң барһын!
Матур, күркәм ике ҡатлы йортта һигеҙ фатир: тәүге ҡаттағы дүртәүһе — ике бүлмәле, икенсе ҡатта — бер бүлмәлеләр. Был йорт көнбайыш илдәрендә ҡулланылған Йәштәр өй туйлайтехнология буйынса төҙөлгән, төҙөлөш материалдарының барыһы ла Европанан килтерелгән, экологик йәһәттән таҙа. Ағас йорт йылыны яҡшы һаҡлай, һәр кем үҙенә күпме йылы кәрәк, шунса ғына ҡулланыу мөмкинлегенә эйә. Тимәк, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә сығымдарҙың аҙ булыуы көтөлә. Бар уңайлыҡтары булдырылған йыуыныу бүлмәһендә — душ, бәҙрәф, аш бүлмәһендә — электр плитәләр, заманса тәҙрә-ишектәр, хатта балкондар ҙа нығытылған. Йорт хужаларына бары тиҙерәк күсенеп, кәрәк-яраҡтарын ғына килтерергә ҡалған.
— 2007 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына хирург булып эшкә ҡайттым, — ти Артур Бикбирҙин. — 2008 йылда өйләндем, кәләшем Рита менән Ләйлә, Искәндәр исемле балалар үҫтерәбеҙ. Ошоға тиклем кешелә фатирҙа йәшәргә тура килде, әле ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Ике бүлмәле фатир асҡысын алдыҡ.
Район үҙәк дауаханаһының терапия бүлеге мөдире, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡыҙы Светлана Степанованың шатлығы икеләтә ҙур. Яңыраҡ ул “Ауыл табибы” программаһы буйынса аҡса алыу бәхетен кисерһә, әле шәп фатир асҡысы — ҡулында!
Уҡытыусы Мәҙинә һәм Сабит Моталовтар улдары Сыңғыҙхан менән бүлмәләренең һәр ерен ҡарап, ихлас һөйөнә. Яңы уҡыу йылына — иң ҙур бүләк, ти уҡытыусылар ғаиләһе.
Хәйбулла районы хакимиәте ярҙамында яңы йорттар төҙөү дауам итә, улар етем ҡалған балалар һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән. Тимәк, социаль торлаҡ программаһы нигеҙендә фатирлы булыу районда матур йолаға әйләнәсәк. Яңы йорттар һалына, йәш ғаиләләр арта, белгестәр ауылға эшкә ҡайта икән, тимәк, райондың киләсәге өмөтлө һәм яҡты.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.


Вернуться назад