Ҡарағайҙар һарғайҙы, Уралға һаҙағай килде16.08.2012
Ҡарағайҙар һарғайҙы, Уралға һаҙағай килдеБөгөн 29 сентябрь, шәмбе. Көҙҙөң ғәҙәти бер көнө. Күк йөҙө аяҙ. Иртән ҡырау төшһә лә, йәйгесә йылы. Ағастар көҙгө күлдәген кейҙе: ҡайындар — һарыға, уҫаҡтар ҡыҙғылт төҫкә мансылды. Үләндәр ҡыуара башланы. Үҫеште, ғүмерҙе сағылдырған йәшел төҫ ярты йылға тәбиғәттән китә, тик шыршы-ҡарағайҙар ғына йәшеллеген мәңге һаҡлай. Ә ҡасандыр был ваҡытта Көньяҡ Уралда хатта ылыҫлы ағастар һарғайып, энәһен ҡойғайны.

Был хәл 1957 йылдың 29 сентябрендә, йәкшәмбе булды. Халыҡ көндәлек мәшәҡәт менән мәшғүл: картуф ҡаҙа, бесән ташый, ҡатын-ҡыҙ кер йыуа, бала-саға уйынға әүрәгән. Көтмәгәндә 16 сәғәт 22 минутта “Маяҡ” химия комбинатында көслө шартлау яңғыраны, һауаға ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге туҙан өйөрмәһе күтәрелде. Күктә һаҙағайҙағы кеүек төҫлө осҡондар сәселде. Шартлау шул тиклем көслө булды, хатта 160 тонналыҡ бетон плитә 25 метр арауыҡҡа осто. Был ни ғәләмәт һуң?
Асыҡланыуынса, йәшерен ядро объекты — “Маяҡ” химия комбинаты заводында радиоактив ҡалдыҡтар һаҡлағыс шартлаған икән. Тәбиғәткә 20 миллион кюри сығарып ташланған, шуларҙың 18-е һаҡлағыс эргәһендәге производство зонаһында ҡалған, ҡалған 2 миллионы радиоактив болот рәүешендә төньяҡ-көнсығышҡа ағылған. Бына ошо рәүешле Көнсығыш-Урал радиация эҙе (ВУРС) барлыҡҡа килә. Был болот Силәбене генә түгел, Свердловск, Төмән өлкәләрен ҡаплап ала. 272 мең кеше йәшәгән 217 ҡала һәм ауыл уның йоғонтоһона эләгә. Күптәр ваҡытынан алда яман шеш, эндокрин, нервы системаһы, ҡан, тын юлдары ауырыуҙарынан, тыумыштан бирелгән сирҙәрҙән донъя ҡуя.
Силәбе өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Кәҫле,Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондары ныҡлы бысраныуға дусар була. Был төбәктәрҙән 20 мең самаһы кеше, йәғни 2300 ғаилә күсерелә. Фажиғә һөҙөмтәһендә 20 мең квадрат километрлыҡ биләмә оҙаҡ йылдарға файҙаланыуҙан сығарыла. 1958 йылдың йәйендә шартлау булған урындан 12,5 саҡрым алыҫлыҡтағы бөтә ҡарағайҙар һәләк була. Күрәһең, был ағастар радиацияны ауыр кисергәндер. Иң элек уларҙың ылыҫы һарғая, һуңыраҡ тулыһынса ҡорой.
Эҙемтәләре буйынса 1957 йылғы радиация һәләкәте Чернобыль АЭС-ындағы авариянан ғына ҡалыша. Уны Бөйөк Британиялағы Уиндскейл фажиғәһе менән тиңләргә мөмкин. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, хәҙерге халыҡ-ара авариялар классификацияһы буйынса 7 баллы шкалала ул алтынсы күрһәткескә эйә һәм иң ауыр, эҙемтәле фажиғәләр иҫәбенә ингәнгә күрә, халыҡты радиациянан һаҡлау сараһы күреүҙе талап итә.
Шартлау эҙемтәләре бик ауыр була. Ошо ваҡиғаны кисергән Рәшиҙә Фәйез ҡыҙы Челянова уның хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне: “1957 йылдың сентябрендә миңә алты йәш ине. Ҡоншаҡ районының Татар Ҡараболағы ауылындағы мәктәпкә юл тоттом. Мәктәп директоры булып эшләгән атайымдың бик ныҡ борсолғанын күреп, беҙҙән алыҫта ниндәйҙер ваҡиға булғанын аңлай инем. Уға хәрбиҙәр килеп, өлкән класс уҡыусыларын ҡайҙалыр эшкә ебәреүҙе һораны. Һуңыраҡ уларҙы ағас ултыртырға алып барыуҙарын белдем.
1958 йылдың май аҙағында авария ликвидаторҙары менән осрашырға тура килде. Беренсе класты тамамлағас, уҡытыусыбыҙ менән Теча йылғаһына походҡа киттек. Йылғаны күреү менән уға табан йүгерҙек. Беҙгә һалдаттар ҡаршы сығып, йылғанан сығырға ҡушты. Уларҙың ҡып-ҡыҙыл булып бешкән яралы биттәре әле булһа хәтеремдә. Хәрбиҙәр уҡытыусыбыҙҙы битәрләне, был тирәнән китеүҙе талап итте. Ҡайһы берәүҙәр, һалдаттарҙан ҡурҡып, иларға тотондо. Әлеге көндә биш класташым баҡыйлыҡҡа күсте”.
Ҡарағайҙар һарғайҙы, Уралға һаҙағай килдеВУРС йоғонтоһона эләккән ауылдарҙағы халыҡ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, аҙыҡ-түлек, йылға-күлдәр радиоактив бысраныуға дусар була. Мәҫәлән, Бирҙәнеш ауылында нурланыу дозаһы бер секундта — 400, Һатлыҡта — 300, Ғәлекәй ауылында 170 микрорентген тәшкил иткән, ә норма буйынса — 2,5 мкр. Был ауылдарҙағы халыҡты ашығыс эвакуациялау зарурлығы тыуа. Күлдәр менән өс йылға ныҡ бысрана. Уларҙағы радиация кимәле 60 тапҡырға арта. Бөтә экологик һыу системаһына (балыҡ, үҫемлектәр, планктонға) зыян килә. Шулай ҙа был төбәктә йәшәгән халыҡҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй. “Маяҡ” химия комбинатында эшләгән дозиметрсыларҙың береһе: “Шартлауҙан һуң бер аҙна үткәс, хеҙмәттәштәрем менән Бирҙәнеш ауылына килдек. Халыҡ ғәҙәти тормош алып бара. Ильин дозиметрын тотоп уйнап йөрөгән бала-саға янына юлланды. “Приборым ярҙамында кемегеҙҙең иң күп ашағанын билдәләй алам”, — тип шаяртты. Тегеләр шатланышып ҡорһаҡтарын асып күрһәтте. Һәр баланың нурланыш күрһәткесе секундына 40-50 мкр тәшкил итә. Мал-тыуар араһында иң “бысранғаны” һыйырҙар булды. Һалдаттар уларҙы силос соҡорона төшөрөп атты”, — тип хәтерләй.
Ошо балалар араһында Ғәтиәт Нуриевтың да булыуы ихтимал. Ул 1952 йылдың 30 октябрендә Бирҙәнеш ауылында тыуған. Авария йылында уға биш йәш тула. Әсәһенең һөйләгәндәре хәтерендә уйылып ҡалған: “Беҙҙе ай буйы күсермәнеләр. Ашарға юҡ. Һыйырым ҡан һауҙыра. Балаларға ошо ҡанлы һөттө эсерәм. Һуңыраҡ беҙгә һалдат кейемен кейҙереп, Ҡоншаҡ районына алып киттеләр. Далала һыуыҡ, аҙыҡ-түлек юҡ. Буш фин өйҙәре генә теҙелеп киткән. Мал-мөлкәт булманы, нисек йәшәгәнбеҙҙер”. Ғәтиәт йыш сирләне, 58 йәшендә донъя ҡуйҙы.
СССР Министрҙар Советы халыҡты эвакуациялау тураһындағы ҡарарҙы бик һуңлап, 1957 йылдың 12 ноябрендә генә, ҡабул итте. Күсереү дүрт этапта, 1959 йылдың октябренә тиклем барҙы. “Халыҡ ҡурҡып, юғалып ҡалған. Уларҙың күбеһе башҡорттар ине. Бик фәҡир йәшәйҙәр, ғаиләләрендә кәмендә алты бала. Күбеһе уҡымышһыҙ, атом тармағы мәсьәләләренән йыраҡ тора, хәлде бөтөнләй аңламай. Иҫке-моҫҡо кейем-һалымын, малын, көндәлек кәрәк-ярағын тартып алыу бик ҡыйынға төштө. Өҫтәүенә беҙгә хәлде аңлатыу хоҡуғы бирелмәгәйне”, — ти авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе.
Күсерелгән халыҡты иң элек арауыҡ пункттарына килтерәләр. Бында улар санитар эшкәртелеү үтә. Кейем-һалымын алдан әҙерләнгән соҡорға ташлап, кәрәсин йәки нефть һибеп күмәләр. Санпропускникты үткәндәргә таҙа кейем, башҡа кәрәк-яраҡ бирәләр. Шул осорҙағы документтарҙан: “1957 йылдың 10 октябрендә Бирҙәнеш ауылында зарарланыу һөҙөмтәһендә колхозсыларҙың шәхси милкендәге мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт үлтерелеп, ергә күмелеүе тураһында ошондай акт төҙөлдө. Бөтәһе 72 һыйыр, 52 тана, 52 быҙау, 198 һарыҡ, 88 кәзә, 24 ҡуян, 583 ҡаҙ, 74 өйрәк, 1130 тауыҡ, 6 күркә үлтерелде...
Беҙ, түбәндә ҡул ҡуйғандар, “Ҡыҙыл таш” колхозы эшсәндәре Ф. Самахужин, А. Ғөбәйҙуллин иптәштәр алдында Бирҙәнеш ауылы халҡының 104798 һум 5 тинлек әйберен яндырҙыҡ...
...комиссия түбәндәгеләр хаҡында ошо актты төҙөнө:
авария эҙемтәләрен бөтөрөү тураһындағы Чурин иптәштең 1958 йылдың 11 ғинуарында раҫлаған сараһы һәм 21-се почта йәшниге директоры Г. В. Мишенков иптәштең рөхсәте нигеҙендә Бирҙәнеш ауылы яндырылып, юҡҡа сығарылды. Был хаҡта акт төҙөлдө”.
Ошо рәүешле 22 ауыл юҡ ителә, Бирҙәнеш — шуларҙың береһе. Тәүге осорҙа эвакуацияланғандарҙың 95-96 процентында радиация йоғонтоһо байтаҡҡа кәметелһә, һуңғы төркөмдөң 6-14 процентына ғына күрһәтелгән ярҙам ыңғай һөҙөмтә бирә.
2007 йылдың 25-26 сентябрендә Силәбелә “Маяҡ” етештереү берекмәһендәге аварияға 50 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда Рәсәйҙән, сит илдәрҙән күренекле ғалимдар ҡатнашты. Сарала зарарланыуға дусар булған биләмәләрҙе реабилитациялау эшенә йомғаҡ яһалды, авария эҙемтәләрен бөтөрөү тәжрибәһе буйынса фекер алышылды. Байтаҡ эш башҡарылған, айырыуса 1989 йылдан алып. Был осорҙа фажиғә хаҡында асыҡтан-асыҡ белдерелә. 1992 йылдан ошо мәсьәләләрҙең барыһы ла айырым маҡсатлы федераль программаға ярашлы хәл ителә. 90 мең гектар ер (йәғни файҙаланыуҙан сығарылған ерҙең 82 проценты), зарарһыҙландырыу саралары уҙғарылғандан һуң, хужалыҡтарға ҡайтанан тапшырылды, 16,7 мең гектар ҡулланылышҡа ҡайтарылманы. Зыян күргән халыҡ өсөн 24 һаулыҡ һаҡлау һәм 11 мәғариф объекты һалынды, ауыл-ҡалаларға газ үткәреү, юл һалыу әүҙем бара. 2007 йылда Силәбе өлкәһендә “Маяҡ” етештереү берекмәһендәге 1957 йылғы авария һәм Теча йылғаһына радиоактив ҡалдыҡтар төшөү һөҙөмтәһендә радиация йоғонтоһона дусар булған Рәсәй Федерацияһы граждандарын социаль яҡлау тураһында”ғы Федераль закондың эш итеү даирәһенә эләккән 20303 кеше йәшәгән. Уларға компенсациялар түләнә, льготалар бирелгән. Әммә авария эҙемтәләре әле оҙаҡ дауам итәсәк. Яңы фәнни һәм етештереү технологияларын ғәмәлгә индереү, ядро объекттары төҙөү буйынса ҡарарҙар ҡабул иткәндә хаталарға юл ҡуйған өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләргә тура килә.
1957 йылғы авария тарихы совет административ-команда системаһының “һалҡын һуғыш” осоронда радиацияға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлеген сағылдыра. Оҙаҡ йылдар ул серлелек ҡорғаны артында йәшереп тотолдо, радиацияның халыҡ һаулығына йоғонтоһо мәсьәләләре иғтибарға алынманы. Һөҙөмтәлә тәү сираттағы саралар һуңланы, кешеләр сәләмәтлегенә зыян килде. Бөгөн дә “Маяҡ” химия комбинаты эргәһендә йәшәүселәр ядро комплексының әсире булып ҡала.
Шуға күрә совет ядро бомбаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, арҙаҡлы академик Юлий Борисович Харитондың: “Кешелеккә бөтмәҫ энергия сығанағына эйә булырға ярҙам иткән ҙур фәнни һәм инженерлыҡ ҡаҙаныштарында ҡатнашлығың булыуын аңлаһаң да, бөгөн, оло йәшкә еткәс, кешелек ошо энергияға хужа булырлыҡ кимәлгә етеүенә ышаныс юҡ. Кешеләрҙең һәләкәтендә, төйәгебеҙ булған Ерҙең тәбиғәтенә ҡот осҡос ҙур зыян килеүҙә беҙҙең дә ғәйеп барлығын таныйым. Тәүбәгә килеүҙән бер нимә лә үҙгәрмәҫ. Беҙҙән һуң килгәндәр яҡшылыҡҡа ынтылып, насарлыҡ ҡылып ҡуймау өсөн үҙендә рух ныҡлығы һәм тәүәккәллек тәрбиәләһен”, тигән һүҙҙәрен оноторға ярамай.
Рәшит ХӘКИМОВ,
Арғаяш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Силәбе өлкәһе.


Вернуться назад