“Ирәндек” — Әбйәлилдә16.08.2012
“Ирәндек” — ӘбйәлилдәӘбйәлил районында балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында төплө эш алып барыла. Әммә райондың үҙендә балалар лагеры булмауы төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Күрше Магнитогорск ҡалаһына йә Баймаҡ, Белорет райондары лагерҙарына мөрәжәғәт иткән мәлдәр күп булды. Заманса балалар лагеры төҙөү, йәй көнө балаларҙы үҙ төбәгендә рәхәтләнеп ял иттереү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу маҡсатында район етәкселеге тарафынан ғәйәт ҙур эш атҡарылды.

Ҡасандыр район балалар лагеры урынлашҡан бина күрше Магнитогорск ҡалаһының “текә” хужалары тарафынан тартып алынып, ун йыл самаһы ташландыҡ хәлдә ҡала. Ҡайтанан ошо ерҙә райондың үҙ лагерын булдырыу тәҡдимен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хуплағас, район етәкселеге был юҫыҡта ентекле эш башлай. Республика ҡаҙнаһынан 24 миллион һум аҡса бүленә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лагерь йәнә тергеҙелә. Төҙөлөштә район халҡы әүҙем ҡатнаша. Баймаҡ ПМК-һы эшселәре “Ирәндек” — Әбйәлилдәобъектты тиҙ арала сафҡа тапшырыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ тир түгә. Ниһайәт, әбйәлилдәрҙең көткән мәле етә — лагерь үҙ ишектәрен аса. Район балаларының һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы вәкиле Рәмил Рәхмәтуллин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ ПМК-һы асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рафаэль Сырлыбаев, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, район Советы депутаттары һәм эшҡыуарҙар саҡырыла.
— Йәйҙең сағыу иртәһендә балаларҙың көләс йөҙөн күреп, уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашыуына бик шатмын, — ти үҙ сығышында Рим Һатыбал улы. — Райондың киләсәген артабан үҙебеҙҙә тәрбиәләү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙы. Лагерҙың асылыуы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына тап килеүе лә юҡҡа түгел. Һәр саҡ лагерь балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон, бында теләгән һәр кем ял итергә килһен.
“Ирәндек” — ӘбйәлилдәАртабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға береһе лә буш ҡул менән килмәгән: һыуытҡыс, йомшаҡ мебель, видеокамера, фотоаппарат, ултырғыс һәм башҡалар. Башҡортостан Хөкүмәтенең бүләге — автобусты күргәс, ял итергә килгән балалар бик шатланды, тимәк, төрлө ергә сәйәхәт итеп буласаҡ.
Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, ҡыуаныслы минуттар оҙаҡҡа һуҙылды. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов күптән түгел Күгәрсен районында үткән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында Гран-при яулаған Динис Әхмәтовҡа лагерға бушлай путевка һәм өр-яңы велосипед тапшырҙы. Райондың данын арттырған һәләтле балалар, олимпиадала еңеүселәр өсөн йыл һайын лагерҙа бушлай ял итеү мөмкинлеге буласаҡ. Динис та яуапһыҙ ҡалманы: иркен сәхрә буйлап дәртле “Игеҙәков” бейеүен башҡарҙы.
Ал таҫмалар ҡырҡылып, символик асҡысты Рафаэль Сырлыбаев лагерь начальнигы Ласын Усмановҡа тапшырғас, ял итергә килгән балалар тиҙерәк бүлмәләренә йүгерҙе. Шулай булмайса, өр-яңы төҙөлгән лагерға беренселәрҙән булып килеүҙәренә ифрат шат ине улар.
Яңы дуҫтар табыу, көс һәм дәрт алыу, йәйге ялды ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәреү — һәр бала өсөн хәтерҙә иң уйылып ҡалған мәлелер. “Ирәндек”тә бигерәк тә!
Тәбиғәттең йәмле ҡосағында, Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы “Ирәндек” балалар ял лагерында быйыл 300 бала ял итә. Киләһе йыл бинаның тағы өс корпусы ремонтланасаҡ. Шулай уҡ лагерҙа уҡыусыларҙың каникул ваҡыттарында ла ял итеү мөмкинлеге буласаҡ, теләүселәр өсөн төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Ә инде корпустар тулыһынса сафҡа ингәс, республиканың бар төбәгенән балалар ҡабул итеү планлаштырыла. “Ирәндек”тең даны бөтә республикаға тараласағына ышаныс ҙур.
К. ИШБУЛДИНА.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад