Уттың ҡойроғо юҡ! Хәтерегеҙҙәме, 2010 йылда Рәсәйҙең әле был, әле икенсе төбәгендә ҡот осҡос янғындар тиҫтәләгән ауыл-ҡасабаны ер йөҙөнән юйып ташлағайны. Быйыл да йәй ҡоро, эҫе килде. Шулай ҙа бер ауыҙ бешкәс, өрөп ҡабырға өйрәндек, ахыры – күләмле, ҙур ҡорбандарға килтергән фажиғәләргә, шөкөр, юл ҡуйылманы. Әммә тынысланырға иртәрәк: белгестәр белдереүенсә, августа Башҡортостанда ғәҙәттәгенән эҫерәк буласаҡ, тимәк, хәүефһеҙлек сараларын кәметергә ярамай.
Ошоно иҫбатлағандай, һуңғы көндәрҙә республиканың матбуғат саралары оран һалды – Баймаҡ районында ҙур янғын ауылдарға янай, халыҡ ярҙам һорай икән... Был хәбәрҙе ҡеүәтләп, йәнә кисә иртәнге сәғәттә үк Баймаҡ төбәгендә төшөрөлгән телесюжет күрһәтелде: хәүефте сағыу итеп һүрәтләгән геройҙарҙы йәлләмәү мөмкин түгел ине...
Иллә-мәгәр... Хәлде белергә тип Баймаҡ районы хакимиәтенә шылтыратҡас, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ – мәғлүмәт бөтөнләй башҡа төрлө булып сыҡты. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Константин Замотаев, беренсенән, янғындың бер нисә көн элек үк һүндерелеүен, икенсенән, телекомпания хәбәрселәренең 12 августа – йәкшәмбелә үк – килеп ҡайтыуын, ә сюжеттың эфирға шишәмбелә сығыуын белдерҙе.
Етәксе, "Баймаҡ яна! Ауылдарға ҡурҡыныс янай!" тип Интернет селтәрендә һәм башҡа сығанаҡтарҙан яр һалғандарға яуап итеп, түбәндәгеләрҙе әйтте. Янғынға килгәндә, ысынлап та, ул булған. 8 августа Ишмөхәмәт ауыл Советы биләмәһендә ялан-ҡырҙағы үлән, ҡылған яна башлаған. 40 градусҡа яҡын эҫелә, ел иҫеп торғанда "ҡыҙыл әтәс"тең ҡойроғон тотоу бик ҡыйын – ялҡын тиҙ арала бер нисә гектар майҙанды биләгән, күрше ауыл Советы биләмәһендәге Семеновка ауылы яғына ла йүнәлеш алған. Был хаҡта Ишмөхәмәт ауылы халҡы тейешле ойошмаларға хәбәр иткән, үҙ көсө менән шунда уҡ утты һүндерергә сыҡҡан. Константин Петрович райондың төрлө ойошма-предприятиелары етәкселеген, хеҙмәткәрҙәрен ыңғай яҡтан телгә алды: тәүге саҡырыуҙы ишетеү менән райондың барлыҡ янғын һүндереүселәре, 100-150 кешелек мобиль төркөм ике тиҫтәгә яҡын техник берәмектә ваҡиға урынына йүнәлгән. Күмәк көс менән көн һайын киске 11-гә тиклем ялҡындың юлын быуғандар, төндәрен дежур төркөм эшләгән. Ауылдар тирәләй трактор менән ерҙе һөргәндәр. Шуныһы ҡыуаныслы: иген баҫыуҙары зыян күрмәгән.
Рәсми мәғлүмәтте тағы бер йөпләйек тип, Ишмөхәмәт ауыл Советы хакимиәтенә шылтыраттыҡ. Интернет селтәрендә телгә алынған Байыш, Ҡарамалы, Баймырҙа ауылдары ла ошо муниципаль биләмәгә инә икән. Хакимиәттең эштәр буйынса идарасыһы Зөһрә Кәлимуллина хәлде тағы ла теүәлерәк итеп аңлатып бирҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Ишмөхәмәт менән Ҡарамалы – бер үк ауыл, ә Баймырҙа күптән инде бөткән ауылдар исемлеге иҫәбенә ингән. Тимәк, янғын янаған ауылдар исемлеге ҡырҡа кәмене тигән һүҙ. Ут, ысынлап та, ҡурҡыныс кимәлгә етеп, Ишмөхәмәт ауылы эргәһендәге шоссеға килеп терәлгән, әммә урындағы халыҡтың , район үҙәгенән килгән янғын һүндереүселәрҙең һәм мобиль төркөмдөң тырышлығы менән уға таралырға ирек бирмәгәндәр. "Ныҡ эҫелә үлән дөрләп яна. Бер урынды әле генә һүндергән кеүек булһаң, икенсе урында тағы ла гөлтләп тоҡана. Ошолай – һәр секунд һайын, – тип белдерҙе Зөһрә Хафиз ҡыҙы. – Халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтте. Олоһо ла, кесеһе лә килде, кешеләр шәхси машиналарында һыу ташыны. Ирҙәр ағас ботағы һындырып биреп торҙо, ҡатындар янған ерҙе һуғып һүндерҙе. Хатта балалар ҙа ярҙам итергә тырышты. Ике төн йоҡламаныҡ – уныһы раҫ. Ут өсөн көн дә, төн дә юҡ бит – ауылды һаҡлап алып ҡалдыҡ".
"Баймырҙа ауылы зыяраты янды" тигәнгә килгәндә, бөткән ауыл эргәһендәге зыярат башҡа тораҡ пункттарҙан алты километр самаһы ситтә, асыҡ яланда урынлашҡан икән. Әммә мәрхүм булғандарҙың туғандары яҡындарының һуңғы төйәген ташламаған – кәртәләп, тәртиптә тотҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут был урынды аямаған – биләмәһендәге үлән янған, кәртәгә лә зыян килгән. Ауыл Советында зыяратты тиҙ арала тәртипкә килтерергә вәғәҙә итәләр.
Зөһрә Хафиз ҡыҙынан телевизор геройы булған ауылдаштары хаҡында һорағас, ул, яҡташтарын барыһынан да яҡшыраҡ белгән кеше булараҡ, фәлсәфәүи яуап бирҙе: "Кешеләрҙең холоҡ-фиғеле төрлө була бит. Кемдер, ни генә булһа ла, тыныслыҡ һаҡлай, бәғзеһе шунда уҡ албырғап төшә, паникаға бирелә. Янғын – афәт, шуға лә кемдеңдер артыҡ хәүефләнеүенә аптырарға түгел".
Утты дүшәмбелә тулыһынса һүндергәндәр. Ошо уҡ көндө, халыҡтың күңеленә бер аҙ тыныслыҡ өҫтәп, ямғыр яуып үткән, һауа температураһы ла шаҡтай түбәнәйгән. Мәгәр, ишмөхәмәттәр тыныс күңел менән йорттарына таралышҡан тип әйтеп булмай – янғын урынында кешеләр сиратлап дежурҙа тора, хәүефһеҙлекте һаҡлай. Кемдер төймәнән дөйә яһап, бар донъяға яр һалғанда, бәғзеләргә яҡташтарының тыныслығын тәьмин итеү фарыз.
Г. БАЛТАБАЕВА.