Һунарсылар республиканың дөйөм һунарсылыҡ ерҙәрендә ҡабан тотоуға рөхсәт алыу хоҡуғы өсөн йәрәбә һалды.
Башҡортостан Экология министрлығының Йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау идаралығында билдәләүҙәренсә, ҡабан тотоуға 3260 ғариза килгән. Былтыр 265-кә кәм булған.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡабан аулау хоҡуғына йәрәбә Әлшәй, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш һәм Саҡмағош райондарында һалынған.
Мышы һәм ҡоралай аулау өсөн йәрәбә сентябрҙең тәүге яртыһында үткәрелә.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.