100 мең һум кәрәкме? Ауылға ашыҡ!15.08.2012
Башҡортостанда ауылға күсеп килгән медицина хеҙмәткәрҙәре 100 мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Бындай матди ярҙам бер тапҡыр ғына бирелә. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ошондай ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Был хаҡта былтыр йыл аҙағында уҡ әйтелгәйне һәм дәүләттең матди ярҙам күрһәтәсәге байтаҡ йәш белгестәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны. Ниһайәт, улар хәҙер ауыл еренә эшкә китеп теләктәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә.
100 мең һум аҡсаға юғары медицина белемле белгес дәғүә итә ала. Шарттары “Ауыл табибы” федераль программаһында ҡаралғандан бер ни тиклем айырыла.
Документтан күренеүенсә, ауылда профессиональ эшмәкәрлеген 2012 йылдың 1 ғинуарынан алда башламаған табип ярҙамға өмөт итә ала. Шулай уҡ аҡса алғандан һуң ошо урында кәмендә өс йыл өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк буласаҡ.

Эксперт фекере

Илдар ҒИЛӘЖЕВ,
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар менән тәьмин итеү бүлегенең баш белгес-эксперты:

— Республика Президенты ошо көндәрҙә ҡул ҡуйған был ҡарар ауылдарҙа медицина белгестәренә ҡытлыҡты бөтөрөүҙә үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышанабыҙ.
Белеүегеҙсә, әле илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, “Ауыл табибы” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Әммә был сара ошо йылда тамамлана, ә төбәк проекты киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.
“Ауыл табибы” программаһында 35 йәшкә тиклемге белгестәр генә ҡатнаша алһа, республика проектында йәш буйынса сикләү юҡ.
Мәҫәлән, теләгән 40-45 йәшлек аҡ халатлылар ҙа райондарҙағы медицина учреждениеларына юл тота ала. Тағы шуныһы: тар белгестәрҙән тыш, башҡа йүнәлеш буйынса махсуслашҡан табиптарға ла дәүләт ярҙамынан файҙаланыу хоҡуғы бирелгән.
М. ХАРИСОВА.


Вернуться назад