Һауа шарҙарынан — ракеталарға15.08.2012
Һауа шарҙарынан — ракеталарғаДонъяла осорға яраҡлы иң беренсе самолетты эшләүселәр — Америка авиаконструкторҙары һәм осоусылары бер туған Уилвер һәм Орвил Райттар. 1903 йылдың 17 декабрендә үҙҙәре эшләгән самолетта һауаға күтәрелгән туғандар 59 секунд дауамында осош ләззәтен кисерә. Шунан һуң Францияла, аҙаҡ Европалағы башҡа илдәрҙә лә самолет етештереү башлана.
Рәсәйҙә беренсе самолеттар 1909—1914 йылдарҙа Д. Григорович, И. Сикорский һәм башҡа авиаконструкторҙарҙың проекттары буйынса эшләнә.
Август айына бәйле йәнә ике ваҡиғаны иҫкә алыу кәрәк булыр. Рус хәрби летчигы штабс-капитан Петр Нестеровтың 1913 йылда “үлем элмәге” (йәки “Нестеров элмәге”) яһауы авиацияла ҙур яңылыҡ була. Был ваҡиға юғары пилотаж менән осоуға нигеҙ һала. 1914 йылдың август айында (йәғни асыштан һуң бер йыл үткәс), ҡыйыу осоусы дошман самолетына ҡаршы таранға барғанда һәләк була.
Самолет аэростат түгел, уны яуҙа ла ҡулланыу мөмкин. Беренсе донъя һуғышында ла, граждандар һуғышында ла улар бер ни тиклем файҙаланылды. Ләкин һан яғынан аҙ булғанлыҡтан, танк кеүек тактик мәсьәләләрҙе генә хәл итә алды, ә оператив бурыстарҙы башҡарыу килеп сыҡманы.
Уҙған быуаттың 20 — 30-сы йылдарында хәрби һауа көстәре ныҡ үҫеш ала. Самолеттарҙың корпусы дюралюминийҙан төҙөлә башлай. Бипландар урынына монопландар барлыҡҡа килә (ике ҡанат урынына бер ҡанат).
СССР-ҙа тотош металдан торған самолет 1924—1925 йылдарҙа авиаконструктор А. Туполев проекты буйынса эшләп сығарыла. Конструкторҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, ул хәрби һәм граждандар авиацияһына 100-ҙән ашыу төрлө самолет эшләүҙә ҡатнаша. Утыҙынсы йылдарҙың аҙағында СССР-ҙа реактив двигателдәр барлыҡҡа килә.
Һауа шарҙарынан — ракеталарғаИлдең оборона ҡеүәтен күтәреү маҡсатында көслө авиация сәнәғәте үҫтерелә. “Современная война — это война моторов” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙең тәү башлап Сталин тарафынан әйтелгәнен хәрби хеҙмәт йылдарында йыш ишетергә яҙҙы. Бына ни өсөн беҙҙең илдә: “Барыһынан да тиҙерәк, бейегерәк һәм алыҫыраҡ осорға!” тигән яңғырауыҡлы лозунг “оҙон ғүмерле” булды.
Әгәр Америка летчигы Чарльз Линдберг 1927 йылда АҠШ һәм Франция араһындағы 5800 километрҙы 33 сәғәттә үтһә (уртаса тиҙлек 176 км/сәғ), күренекле совет осоусыһы Валерий Чкалов 1936 йылдың яҙында Мәскәү — Камчатка маршруты буйынса 9375 километр араны 56 сәғәт эсендә уҙҙы. Данлыҡлы осоусы 1937 йылда йәнә яңы рекорд ҡуя: Төньяҡ полюс аша АҠШ-ҡа (Ванкувер) ҡәҙәр 8504 километр араны үтеп, күптәрҙе хайран ҡалдырҙы.
Шулай ҙа иң оҙайлы маршрутты үтеү буйынса рекордты ул заманда Михаил Громов ҡуя. 12000 километрға һуҙылған Мәскәү — Төньяҡ полюс — Америка маршрутын үтеү А. Туполев самолеттарында башҡарыла. Талантлы конструкторҙар С. Ильюшин, В. Петляков, С. Лавочкин һәм А. Яковлевтарҙың хеҙмәте лә тарих биттәренә яҙылды. Бомбардировщик, штурмовик һәм истребителдәр һуғышҡа ҡәҙәр үк уйлап сығарыла һәм яу мәлендә камиллаштырыла.
Фашист Германияһы һуғыштың тәүге көндәрендә үк 4 мең танк менән 5 мең самолетын һөжүмгә әҙерләне. Уның ғәскәре беҙҙекенән ике тапҡырға, ә самолеттары өс тапҡырға күберәк ине. Тәүге мәлдәрҙә үк Көнбайыш хәрби округы аэродромында юғалтылған 700 самолетты иҫәпләһәң, һуғыштың ниндәй ауыр шарттарҙа башланғанын самалап була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Германия предприятиеларында суйын һәм күмер беҙҙәгенән өс тапҡырға күберәк сығарылһа ла, хәрби техника СССР-ҙа ике тапҡырға артығыраҡ етештерелә. Германияла 89 мең самолет эшләп сығарылһа, СССР-ҙа был һан 112 меңгә етте. Бына ни өсөн 1945 йылдың башында беҙҙең самолеттар 1,8 тапҡырға күберәк булды.
Авиатехника һуғыштан һуң ныҡ камиллашты. Һуғыш йылдарында тик истребителдәр генә сәғәтенә 500-600 км тиҙлек менән осһа, хәҙерге реактив самолеттар тауыш тиҙлеген уҙыуға ла һәләтле. Ә тауыштың һауала таралыу тиҙлеге — сәғәтенә 1200 километр.
Авиация менән космонавтика ла тығыҙ бәйләнештә. Быйыл апрель айында Ю. Гагариндың Ер шарын йыһан карабында урап сығыуына 51 йыл тулды. Кешеләр йыһанға оса башлағансы, космосҡа юлды тәүҙә “Белка”, “Стрелка”, “Мушка”, “Чернушка” исемле эттәр һалды. АҠШ-та Йыһанды яулауҙа маймылдар ҡулланылды. Алан Шепард һәм Вирджил Гриссом Гагариндың тарихи осошонан һуң орбитаға сығырға тырышып ҡараны, әммә 1961 йылда маҡсатҡа өлгәшелмәне, бары стратосфераға “һикереш” кенә яһалды. Бындай осош “суборбиталь осош” тип йөрөтөлә. АҠШ космонавы Джон Гленн 1962 йылдың февралендә, Гагариндың батырлығынан һуң бер йыл самаһы үткәс, “Меркурий” карабында Йыһанды яулай. Ул отставкаға киткәнсе диңгеҙ пехотаһы полковнигы булған.
Реактив двигателдәрҙе камиллаштырыу тәүге мөһим бурыстарҙың береһенә әүерелә. Беренсе космик тиҙлек — секундына 7,9 километр, ул яһалма ер юлдашын осорорға мөмкинлек бирә. Ә башҡа планеталарға осоу өсөн икенсе космик тиҙлек кәрәк — секундына 11,2 километр.
Н.С. Хрущев етәкселек иткән заманда космонавтарыбыҙ Айҙың беҙгә күренмәгән яғын фотоға төшөрөп алды. Ләкин уны яулау өсөн ярышта беренселек АҠШ-та булды. 1969 йылда “Аполлон-11” йыһан карабында яһалған сәйәхәттә американдар Айға аяҡ баҫты. Бындай ҡыйыулыҡты АҠШ-тың башҡа космонавтары ла ҡабатланы.
Инглиз яҙыусыһы Герберт Уэллс планета-ара һәм Айға сәйәхәт тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр ижад иткән. Уларҙың барыһы ла фантастикаға ҡоролған. Башҡа планеталарға осоуҙы фәнни яҡтан нигеҙләүсе булып рус ғалимы Константин Циолковский иҫәпләнә. Ул Калуга ҡалаһында йәшәгән. Фантаст яҙыусынан айырмалы, планета-ара сәйәхәттең реактив двигателдәр ярҙамында мөмкинлеген дәлилләгән. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, баллистик һәм геофизик ракеталар эшләп сығарыусы, Ерҙең беренсе яһалма юлдаштарын осорған оло шәхес С. Королев хаҡында бөгөн кем генә белмәй!
Башҡортостан менән космонавтика араһында ла тығыҙ бәйләнеш бар. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе врач, отставкалағы медицина хеҙмәте полковнигы Ремиз Ғимаев Ҡара диңгеҙҙә хеҙмәт иткәндә космонавт Ю. Гагариндың үҙен дауалаған. Башҡортостан вәкилдәренең Байконур космодромында хеҙмәт итеүҙәре лә билдәле.
Бөгөн космонавтика яңы шарттарҙа уңышлы аҙым яһай. Хәҙер инде йыһан караптарында коммерция осоштары яһала.
Әгәр ҙә “МАКС-11” кимәлендәге күргәҙмәләр төрлө илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн эшләһә, барыһы ла ҡәнәғәт булыр ине.
(Аҙағы. Башы 158-се һанда).
Рифҡәт САБИРОВ,
юрист.


Вернуться назад