Бер мәл көтмәгәндә телефон шылтыраны. Телевидениеның тәжрибәле хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина ине.
— Инәй, инде байтаҡтан бирле уйланылған хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға форсат сығырға тора. Ваҡытың булырмы икән? — тине.
Хыялыбыҙ Ҡыҙыл Мәсет яҡтарына барып, тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, телефильм төшөрөү ине. Форсаттың изге Ураҙа айына тура килеүе лә бик отошло булды, сөнки кешеләрҙе ауыҙ асыу ваҡытында осраттыҡ. Һөйләшелгән тема ла “Тереләрҙең ҡәҙерен беләйек, үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек” тип аталыуы ошо мәлгә тап килә.
Иртә таңдан юлға сыҡтыҡ. Эшебеҙҙе Мәҡсүт ауылынан әүлиә инәй — Бәндәбикә кәшәнәһенән башлап ебәрҙек. Уның бөгөнгө торошон, киләсәген күҙаллау өсөн Мәҡсүт ауылы хакимиәте башлығы Әхәт Фәттәхов, кәшәнәгә килеүселәргә мәғлүмәт биргән, күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытып, әле хаҡлы ялдағы Таңһылыу Хәмиҙуллина менән осрашып, зыяратта ерләнгән бөтөн әруахтар хөрмәтенә аят уҡытып, артабан Һаҙ ауылына юлландыҡ. Унда 95 йәшлек ауыл ағинәйен ерләп ҡайтҡандар — аят уҡытыу мәленә тап килдек.
Үрге Һаҙ ауылының ғорурлығы булған Олотау башына ла менеп төштөк. Яланғас тау башынан тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек алыҫтан күренә, ул күренешкә һоҡланмаҫлыҡ түгел. Ауылдың иң күркәм урынына инде оло йәштәге Рәшит Мәжитов мәсет төҙөтөп, үҙе муллалыҡҡа уҡып, һәр йома халыҡты иман йортона йыя. Унда Ҡөрьән уҡыла, вәғәздәр әйтелә. Әйткәндәй, Рәшит Кинйәғәле улы ошонда тыуып, барлыҡ ғүмерен үҙ ауылына хеҙмәт итеүгә арнаған. Ул Сәрүәр Суринаның атаһы була. Сапыҡ ауылы ҡыҙы Гәүһәр менән дүрт бала үҫтергән, өлгөлө ғаиләләрҙән иҫәпләнәләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан биш йыл элек хужабикә донъя ҡуя. Шулай ҙа аталары Рәшит Кинйәғәле улы юғалып ҡалмай, балаларының хөрмәтен күреп, уларға терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булып йәшәй.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, балалары ла үҙҙәре кеүек эшһөйәр. Уландары атай һөнәрен — ҡортсолоҡто дауам итә. Улар Өфөлә йыл да үткәрелгән бал йәрминкәһендә алдынғылыҡты бирмәй. Ринат, Рамаҙандың төп һөнәре ҡортсолоҡ булһа, Ирек һыйыр фермаһы ойоштора, уның үҙ иген баҫыуы, мал аҙығы әҙерләү өсөн ҡулайлаштырылған урыны ла бар. Техникалары ла етерлек. Илшат Мәләүездә үҙ һөнәрен уңышлы башҡарыу менән бергә, ҡортсолоҡто ла ташламай. Рәшит Мәжитов ауылда Ринат улы менән бергә йәшәй. Уларҙың умарталары бихисап, мал-тыуары ишек алдына һыймай. Донъя иркен, тырышлыҡтарына ҡарап ашы ла мул.
Түбәнге Һаҙ ауылына ла туҡталып, 92 йәшлек Фатима апай Искәндәрованың хәлен белеп сыҡтыҡ. Ул хаҡлы ялдағы ҡыҙы Рәйсә, 25 йәшлек Әкрәм исемле ейәне менән донъя көтә. Ишек алдына, әйтерһең дә, йәшел балаҫ йәйелгән — ҡуйы ҡаҙ үләне, сүп әҫәре юҡ. Аласыҡ әкиәттәге ҡурсаҡ өйөләй бөхтә, ыҡсым. Бына шулай беҙҙең яҡтың ҡатын-ҡыҙҙары таҙалыҡты яратыусан. Беҙ барғанда көтөү ҡайтып килә ине. Ҡапҡанан өс баш һыйыр, унлаған һарыҡ килеп инде. Фатима апай әле лә төп-төҙ баҫып йөрөй, ҡолағы ишетә, күҙе күрә. Тиҙ арала өҫтәл дә әҙер булды. Табын аҙыҡтың күплегенән, төрлөлөгөнән һығылып тора. Ауыл халҡының күркәм, иркен йәшәүенә күңел ҡыуана. Искәндәровтар ғаиләһендә лә Илдар, Фирҙәт ҡортсолоҡ менән шөғөлләнһә, Юнир иһә һыйыр малы аҫрап аҡса таба. Улар ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә етеш тормошҡа өлгәшкән. Фатима апай әйтмешләй: “Эштән берәү ҙә үлмәй, тик йәштәрҙең һаулығын бирһен дә йәшәү дәрте, теләге булһын, донъялар имен торһон!”
Инде кире Мәҡсүткә ураҙа тотоусыларҙың ауыҙ асыу ҡорона өлгөрөргә ашыҡтыҡ. Беҙ килеп етеүгә ауыҙ асҡайнылар инде. Араларында йәштәр ҙә бар. Өй хужабикәһе Лилиә Ғүмәрова, табынды асып, һүҙҙе ауылдың оҫтабикәһе Зарифа Өмөтбаеваға бирҙе. Ул иҫ киткес тауыш менән аят уҡыны. Шуныһы ҡыуаныслы: ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә ураҙа тота, хатта улар араһынан оҫта итеп аят уҡыусылар ҙа табылды. Тимәк, йәштәр ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи байлығыбыҙҙы тергеҙеү һәм үҙ балаларына ла ошо хазинаны тапшырыу ниәте менән йәшәй.
“Бөгөн балаларҙы рухи яҡтан ысын кеше итеп тәрбиәләүҙә дин юлынан башҡа сара юҡ кеүек. Ошо юл менән илебеҙҙе эскелектән, тәртипһеҙлектән ҡотҡара алырбыҙ тигән өмөттә йәшәйбеҙ”, — ти Зарифа Өмөтбаева. Төн уртаһы ауышып китһә лә, халыҡ таралырға уйламай ҙа, һорауҙары күп.
Инде нисәмә йыл ямғырҙың Мәҡсүт ауылын урап үтеүен улар әүлиә инәйҙең кәүҙәһен алып китеүҙән күрә. Шуға ла уны яңынан ерләүҙе тиҙләтеүҙе теләйҙәр. Ауыҙ асҡандан һуң “Октябрь” совхозында 30 йыл шофер булып эшләгән, хәҙер иһә яңы хужалыҡта тир түккән Хәлит Мәжитовтарға барып туҡтаныҡ. Ишек алдының күркәмлеген, өйҙөң иркенлеген күреп, уңған хужалар йәшәүен төҫмөрләнем. Хужабикә Флүзә Хәлит ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләй. Йәш кенә булһалар ҙа, уландары уларға ҡартатай, ҡартәсәй булыу бәхетен бүләк иткән. Һәр береһе үҙ шөғөлө менән мәшғүл, айырым йәшәй.
Иртәгәһен иртүк тороп Байулы (Туйөмбәт) ауылына киттек. Унда беҙҙе халыҡ көтә. Иң тәүҙә Эйек буйын ҡарарға төштөк. Ләкин элек тирә-яҡҡа йәм биреп, борон-борондан халыҡты һыу менән туйындырған йылға хәҙер юҡ хәлендә. Ауылдан арыраҡ урындан ниндәй матур һәм емеш-еләккә бай туғайҙарҙы аҡтарып, йылғаны икенсе урындан йырып ебәргәндәр. Йылға алыҫлашҡас, ауыл да етемһерәп, ҡотһоҙланып ҡалған кеүек тойолдо.
Ауылыма күркәмлек биреп ултырған Зәйнәб апай Биишеваның музейына халыҡ йыйылғайны. Сараны асып, музей директоры Зәбирә Кәримова килгән ҡунаҡтар менән таныштырып сыҡты. Етмәһә, килгәндәрҙең бөтәһе лә Туйөмбәт ауылыныҡылар: мин инде күптән Туйөмбәттеке, Сәрүәр Суринаның өләсәһе ошонан, телережиссер Гүзәл Азаматованың атаһы Мостафа Азаматов та, Роза Арғынбаева ла — беҙҙең ауыл ҡыҙы. Мәнәүәрә Оморҙаҡова ололар хөрмәтенә, әруахтар һәм һуғышта ятып ҡалған аталарына бағышлап аят уҡыны. Ауыл хужалығы етәксеһенең ярҙамсыһы Радик Кәримов алдынғы ете уҡыусыға махсус стипендия тапшырҙы. Ололар хөрмәтенә сәй ҙә әҙерләнгән, өҫтәл бай, ризыҡтың ниндәйе генә юҡ.
Был барыуыбыҙҙың һуңғы сараһы Туйөмбәт ауылында зыярат ҡылыу ине. Ошонда ерләнгән күптәрҙең, шул иҫәптән тел ғалимы, барлыҡ булмышын иленә, халҡына бағышлаған Әкрәм Бейештең дә ҡәбере таҙартылды, тәрбиәләнде. Ауылға кире ҡайтып киләбеҙ. Беҙҙе Салауат районынан күптән килен булып төшкән Динә еңгәй туҡтатып, өйгә саҡырҙы. Өҫтәлдең уртаһына ҙур таштабаҡҡа өйөп көлсә ултыртҡан.
— Башҡа нәмәм юҡ, бөтөн һыйым — көлсә, — тине еңгәй.
Кәзә һөтө һалып ҡаты итеп яһалған сәй, Динә еңгәйҙең көлсәһе онотолмаҫ бер һый булды. Етмәһә, ул: “Әйҙә, эсегеҙ, сәйҙе таң һыуынан ғына ҡайнаттым”, — тине. Элек беҙҙең ауыл инәйҙәре, еңгәйҙәре таң менән Эйектән һыу ташый торғайны. Әсҡәпъямал инәй: “Таң һыуы бик шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан, зәхмәттәрҙән һаҡлай”, — тип һөйләй торғайны беҙгә бала саҡта. Бына ошо таң һыуынан ҡайнатылған сәйҙе ошо йәшемдә тағы эсергә насип булды. Шифаһы тейһен инде. Ә Динә еңгәйҙең көлсәһенең тәме мәңге онотолмаҫ төҫлө. Донъя тыныс булып, таң һыуынан ҡайнатылған сәйҙе, шул уҡ һыуҙа баҫылған көлсәне тағы ла ауылдаштарым менән күп тапҡыр ауыҙ итергә яҙһын. Амин.
Сәйәхәтебеҙ фәһемле булды. Тереләрҙең ҡәҙерен, хәлен белеп, үлгәндәрҙең ҡәберен таҙартып, аят уҡып, барлыҡ ниәтебеҙҙе үтәп, һөйөнөп ҡайттыҡ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Өфө — Мәҡсүт — Һаҙ — Туйөмбәт — Өфө.
Күгәрсен районы.