Йүнсел йәштәргә – “йәшел ут”14.08.2012
Башҡортостандың танылған, күркәм төбәктәренең береһе йәштәр тауышы менән тулды: кисә республиканың иң ҙур һыу һаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан "Павловка паркы"нда "Бизнес-йәй" VI төбәк-ара йәштәр фестивале асылды.

Сараны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, "КУБ" Бизнесҡа идара итеү клубы ойошторған. Әммә был тәүге тәжрибә түгел: ике йыл элек йүнселдәр ҡоро Өфө районында үткән, Владимир Тарасовтың уникаль технологияһы буйынса төҙөлгән бизнес-лагерҙа йәш эшҡыуарҙар аралашыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлегенә эйә булған. Быйыл алты көн дауам итәсәк фестивалдә үҙ эшен яңы башлаған йәки асырға ниәтләгән, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы уңышҡа өлгәшергә өлгөргән 35 йәшкә тиклемге Башҡортостандың уңғандары ғына түгел, Омск, Санкт-Петербург, Ырымбур һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килгән йүнселдәр ҡатнаша.
Сараның үҙенсәлеге нимәлә? Етди эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләргә ниндәйҙер кимәлдә бала саҡҡа ҡайтырға тәҡдим ителә: лагерь үҙ власть органдары, иҡтисады, банк системаһы булған бәләкәй генә дәүләткә әүереләсәк. Уйын ярҙамында ҡатнашыусылар тормош ысынбарлығына тап килгән мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, донъялағы һәм илдәге иҡтисади-сәйәси хәлдең үҙенсәлектәрен барлаясаҡ.
Программа үҙ эсенә эшлекле уйындарҙы, күнекмәләрҙе, профессиональ бизнес-тренерҙарҙың консультацияларын ала, шулай уҡ тәжрибәле эшҡыуарҙар, республиканың власть органдары вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеге буласаҡ.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад