Кемдер эш хаҡын ҡайырып, кемдер даулап ала14.08.2012
Республикалағы дәүләт хеҙмәт инспекцияһы үҙ сайтында эш хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләһе буйынса хеҙмәткәрҙәргә һорау биргән.

Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр өсөнсөһө эш хаҡының ярты ай һайын бирелеүен раҫлаған, 31 проценты айына ике тапҡыр алыуын кире ҡаҡҡан. Яуап биреүселәрҙең 15 проценты эш хаҡының 15 көндән, ә һәр бишенсеһе ике айҙан ашыуыраҡ ваҡыт һуңлап түләнеүен белдергән. Бындай статистика күҙәтеү органдары тикшереүе йомғаҡтары менән дә раҫланған.
РФ Хеҙмәт кодексы талаптарын үтәмәгән, шулай уҡ быйыл тейешле түләүҙе тотҡарлаған өсөн 588 эш биреүсегә 2,8 миллион һум күләмендә штраф һалынған. Дәүләт хеҙмәт инспекторҙарының күрһәтмәләрен үтәү йөҙөнән 3074 кешегә 60 миллион һум күләмендә кисектерелгән эш хаҡы түләнгән. Улар иҫәбенә төндә, эш сәғәтенән тыш башҡарылған, байрам, ял көндәрендәге хеҙмәт өсөн иҫәпләнгән аҡса ла ингән.
М. ХАРИСОВА.


Вернуться назад