Сәфәр дауам итә14.08.2012
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай тигән девиз көнүҙәклеген һис ҡасан да юғалтмаясаҡ. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби данын мәңгеләштереү йәһәтенән эш әүҙем бара.

Шуларҙың береһе – дивизия хөрмәтенә бағышлап республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм хәрби саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек үҙәге, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы тарафынан ойошторолған Халыҡ-ара автоуҙыш, хәбәр итеүебеҙсә, 7 августа Өфөнөң Дим районында — дивизияның тыуған ерендә башланды.
Маршрут дивизияның хәрби юлын ҡабатлай. Юл оҙонлоғо 6600 километр тәшкил итә. Автоуҙыш барышында туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалынасаҡ, иҫтәлекле урындарға барыу, митингтар, концерттар, һәр ерҙә йәштәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашыу ҡаралған. Ҡатнашыусылар шулай уҡ Украинаның Петровский ҡалаһында Башҡорт атлылары хөрмәтенә һалынған скверға, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Штеровка ауылына барасаҡ.
Сараның рәсми өлөшөн Черниговта, яугирҙәр Днепрҙы кисеп сыҡҡан саҡта һәләк булған урында, тамамлап, финишты 24 августа Өфөлә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы алдында ойоштороу күҙаллана. Черниговта башҡорт атлылары рухына доға һәм панихида уҡыласаҡ, ҡала музейына дивизия тураһындағы архив документтары һәм видеояҙмалар тапшырыласаҡ.
Шуны әйтеп китеү урынлы булыр: был сараны үткәреү башланғысы менән республиканың йәмәғәт ойошмалары Президент Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәйне. Республика башлығының ҡушыуы буйынса автоуҙыштың ойоштороу комитеты төҙөлдө, аҡса бүленде.
Халыҡ-ара әһәмиәттәге был сараның маҡсаты – Башҡортостандың ыңғай имиджын һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында материалдар туплау һәм, әлбиттә, данлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен биреү буйынса йәмәғәтселек акцияһы сиктәрен киңәйтеү.
Р. МӘХИЙӘНОВА.


Вернуться назад