Краснодар крайында һәләк булған Марат Бәҙретдиновтың ғаиләһенә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Кубанде һыу баҫҡан ваҡытта һәләк булған Марат Бәҙретдиновтың ҡатынына һәм балаһына рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә ярҙам күрһәтеләсәк. Булгаков ауылында йәшәгән ғаилә фажиғәһе хаҡында мәғлүм булғас та башҡарма комитет ошондай ҡарарға килде.
Кисә Нина Бәҙретдиноваға сирле ҡыҙын дауалау өсөн республика шифаханаларының береһенә путевка тапшырылды. “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре шифаханаға барып ҡайтыу өсөн транспорт менән ярҙам итергә вәғәҙәләне. Бәлиғ булмаған ҡыҙҙарын дауалау өсөн Бәҙретдиновтар ошо йәй Краснодар крайы курортына юлланған булған. Төбәк башҡарма комитетында, киләсәктә лә Марат Бәҙретдиновтың ғаиләһе улар яғынан ярҙамға иҫәп тота ала, тиҙәр.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.