Әсәлекте яҡлау — тормош нигеҙен һаҡлау16.11.2011
Әсәлекте яҡлау — тормош нигеҙен һаҡлауКисә Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы асылды. “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы башланғысы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған сара “Рәсәйҙең киләсәге — әсәләр ҡулында” Бөтә Рәсәй акцияһының йомғаҡлау өлөшө булараҡ уҙа. Унда илдең 44 төбәгенән, республиканың ҡала һәм райондарынан 550 тирәһе делегат ҡатнаша. Улар араһында Рәсәйҙең Үҙәк, Төньяҡ-Көнсығыш, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш федераль округтары етәкселәренең урынбаҫарҙары, ил субъекттарының министрлыҡ һәм ведомстволары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғилми ойошмалар вәкилдәре бар.
Делегациялар етәкселәре тәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
Республика башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы төбәктең социаль-иҡтисади торошо, демографик хәле менән таныштырҙы, әсәлекте, балалыҡты яҡлау буйынса алып барылған эштәргә туҡталды, форумдың ғаилә институтын нығытыу, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын күтәреү, хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән ифрат әһәмиәтле сара булыуын билдәләне.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәйес Атнағолов, төбәктәр делегацияһы етәкселәре әһәмиәтле сараны ойошторғаны, йылы ҡаршы алғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә рәхмәт әйтте, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

***

Әсәлекте яҡлау — тормош нигеҙен һаҡлауӘсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы юҡҡа ғына Өфөлә үткәрелмәй. Ғәҙәттә, бындай мөһим сараларҙы ойоштороу урыны итеп социаль сәйәсәткә, әсәлекте, балалыҡты яҡлауға ҙур иғтибар бүленгән төбәктәр һайлана. Әйтәйек, быға тиклем бындай сара Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҙғарылғайны, һуңғыһы быйыл март айында Ульяновскиҙа ойошторолдо. Был юлы иһә ғаилә институттарын нығытыу, ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр Башҡортостан ерлегендә өйрәнелә.
Форумдың пленар өлөшө баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үтте. Тәүҙә делегаттар фойела ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Башҡорт халҡының көнкүрешен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һынландырған ижади эштәр, эстәлекле стендтар, йөкмәткеле, сағыу фотоһүрәттәр ҡунаҡтарға бай мәғлүмәт тупларға ярҙам итте.
— Башҡортостан элек-электән ҡунаҡсыл төбәк булараҡ дан тота. Ниндәй генә йылдарҙа ла — һуғыш осоро булһынмы, ҙур төҙөлөш ваҡытымы — күптәр нәҡ Башҡортостан ерендә күңел тыныслығын, тыуған йорт йылыһын тапты. Иң мөһиме — был сифатты урындағы халыҡ йөҙәр йылдар буйы һаҡлап килә. Шуға мин дә бөгөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ғәзиз әсәләрҙе сәләмләүемә ифрат шатмын. Был икеләтә ҡыуаныслы. Беренсенән, был ике көндә Өфө тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән аралашыу майҙанына әүерелер тигән ышаныста ҡалһам, икенсенән, һеҙҙән шул тиклем йылылыҡ, ныҡышмалылыҡ, мәрхәмәтлек ҡеүәте бөркөлә. Быны инде бер нәмә менән дә сағыштырып булмай, — тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, пленар ултырышты асып.
Республика етәксеһе үҙенең сығышында Башҡортостанда әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлауға йүнәлтелгән эштәр, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне, һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән программаларға айырым туҡталды, һәр өлкәлә тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышып эшләргә саҡырҙы. Әлбиттә, проблемалар ҙа ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов айырыуса балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһенә борсолоу белдерҙе.
— Бөгөн республикала яҡынса 50 мең бала сиратта тора. Тимәк, 50 мең әсә эшкә сыға алмай тигән һүҙ. Был йәһәттән махсус программа ҡабул иттек, уға ярашлы алдағы өс йылда 25 мең урын булдырыу бурысын ҡуйғанбыҙ. Мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа юлдары ла өйрәнелә. Атап әйткәндә, ғаилә төркөмдәре, бала ҡараусы әсәйҙәргә өҫтәмә түләүҙәр, шәхси балалар баҡсалары. Унан һуң балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ ойоштороу, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бөтә нимә тәрбиәнән килә, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президенттың сығышында әсә һаулығына ҡарата ла уйланырлыҡ фекерҙәр яңғыраны.
— Статистика мәғлүмәттәре буйынса, эшләп йөрөгән һәр етенсе ауырлы ҡатын-ҡыҙ сабыйын юғалта, 100 әсәнең 15-е ауырыу бала таба, — тине ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инвалид балаларҙың, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған социаль һәм үкһеҙ етемдәрҙең хәлен дә яҡшы тип әйтеп булмай. Әлбиттә, республикала был өлкәлә байтаҡ эштәр башҡарыла. "Өмөт" республика программаһы, "Әсә һәм бала" хеҙмәте бындай ғаиләләргә күп йәһәттән терәк. Әле быйыл ғына ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 600 балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Уларға ер биреү мәсьәләһе лә Хөкүмәт кимәлендә хәл ителә.
Ҡыҫҡаһы, проблемалар байтаҡ. Иң мөһиме — уларҙың хәл ителеше бер ғаилә мәнфәғәтенә генә ҡайтарылып ҡалырға тейеш түгел. Форумдың пленар өлөшөндә әлеге фекер төп ауаз булып яңғыраны. Сара рәсми форматта ойошторолһа ла, сығыштар ҡоро һандарға, фактик миҫалдарға ғына нигеҙләнмәне. Һәр кемдең мәсьәләләрҙе тәү сиратта әсә, ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән сығып баһалауы бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Кем генә булмаһын — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутатымы, Әстрхан өлкәһенең Хөкүмәт рәйесе урынбаҫарымы йәки Ульяновск, Ырымбур, Курск, Алтай яҡтарынан килгән рәсми вәкилдәрме — һәр ҡайһыһының проблемаларҙы шәхсән үҙ өлгөләрендә өйрәнеүе ҡиммәтле ине. Әйткәндәй, форумда ҡайһы бер субъект етәкселәренең ҡатындары ла ҡатнаша: Әстрхан өлкәһенән Вера Жилкина, Ҡурғандан Тамара Богомолова, Ырымбур өлкәһенән Любовь Берг һәм Башҡортостандан Гөлшат Хәмитова. Был ханымдарҙы йәмғиәттә әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙы, һаҡлауҙы пропагандалаусы, бик күп башланғыстарға нигеҙ һалыусы әүҙемселәр тип беләләр.
— Ғаиләне дәүләттең партнеры итеп ҡабул итергә ваҡыт. Ғаиләгә, әсәгә хөрмәт бишектән тәрбиәләнергә тейеш. Беҙ үҙебеҙ үк быға аяҡ салабыҙ түгелме ни? Балаларыбыҙ Интернет, телевидениелағы бысраҡлыҡты күреп үҫә. Быға закон нигеҙендә сик ҡуйылырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә эшсе ярлылар күп. Шул уҡ ваҡытта беҙ үҙебеҙ үк ғаиләнең социаль етешһеҙлегенә нигеҙләнеп, йыш ҡына сабыйҙарҙы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм итергә ашығабыҙ. Был — ысынбарлыҡ, — тине Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге демографик сәйәсәт һәм өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ағзаһы Елена Николаева.
Ултырыш эшлекле шарттарҙа үтте. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе яңы тәҡдимдәр индерҙе, теге йәки был мәсьәләнең үҙ ерлегендә нисегерәк хәл ителеүе хаҡында һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты, ҡануниәттәге ҡайһы бер пункттарға үҙгәрештәр индереү кәрәклеген әйтте.
Форумдың пленар өлөшө республика сәнғәт оҫталарының сағыу концерты менән тамамланды.

***

Көндөң икенсе яртыһында делегаттар "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә фекер алышты. "Эшләүсе әсәләрҙе социаль яҡлау", "Тәрбиәгә алған ғаилә — йылы йорт", "Әсә һәм бала һаулығын нығытыуҙа яңы технологиялар", "Ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр менән эшләүҙә ведомство-ара бәйләнеш" кеүек темаларға ойошторолған һөйләшеүҙәр үҙҙәре үк ысынбарлыҡты күрһәтә.
“Ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу” темаһына ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”де Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, парламент, ил субъекттарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Әсәләрҙең, балаларҙың хоҡуҡтарын дәүләт кимәлендә яҡлау, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам, белем кимәлдәре төрлө булған әсәләргә йәмғиәттә үҙ урынын табыу мөмкинлеген тыуҙырыу һәм башҡа ҡырҡыу мәсьәләләр хаҡында барған һөйләшеүҙәге ҡарарҙар яңы ҡануниәт проектына тәҡдим ителәсәк.
Артабан форумда ҡатнашыусылар Өфө трикотаж фабрикаһының эшмәкәрлеге менән танышты, ҡатын-ҡыҙ кейемдәре моделдәре күргәҙмәһен ҡараны. Кискеһен делегация вәкилдәре өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Рус дәүләт драма театрында мәҙәни саралар ойошто-ролдо.
Форум дауам итә. Бөгөн делегаттар әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумының йомғаҡлау ултырышында ҡатнашасаҡ. "Ҡатын-ҡыҙға иң яҡшы шарттар тыуҙырылған предприятие" конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, резолюция ҡабул ителәсәк.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА,
Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад