Йәнә бер яуапһыҙлыҡ бәләһе14.08.2012
Йәнә бер яуапһыҙлыҡ бәләһеКүҙ алдына килтерегеҙ әле: уйығыҙҙа тормош мәшәҡәттәрен барлай-барлай ҡала урамы буйлап китеп бараһығыҙ икән ти. Баш осонда – ҡояш, тирә-йүндә – кешеләр. Һоп! Алға бер аҙым һәм ҡапыл ер ярылдымы ни... Ҡараңғы, еүеш упҡынға олаҡҡан киләһе секундтарҙа ниндәй тойғолар кисерергә мөмкин? Сикһеҙ ҡурҡыу, тетрәнеүҙер, моғайын...

Оҡшаш хәл ошо көндәрҙә Өфөлә була. Ҡала үҙәгендә – Хоҙайбирҙин урамында өләсәһенә эйәреп, йүгерә-атлай балалар баҡсаһынан ҡайтып килгән дүрт йәшлек Арыҫлан Тимашев юлдағы тимер киҫәгенә һикереп баҫыуы була, ҡалай әйләнеп тә китә, һәм малай күҙ асып йомғансы биш метр тәрәнлектәге канализация соҡорона ҡолап төшә. Ә уның төбөндә – ике метр самаһы бысраҡ һыу... Албырғаған өләсәй ни эшләргә белмәйенсә, үткенселәргә ташлана, ярҙам һорай. Ярай әле ғаиләнең бәхетенән эргәләренән Сергей Шимко үтеп барған. Ул, оҙаҡ уйлап тормайынса, ҡойоға ташланған: бата башлаған баланы һыу төбөнән һәрмәп алып, шулай уҡ ярҙамға ашыҡҡан өҫтәге ике ир-атҡа тотторған. Бер нисә минуттан фажиғә урынына торлаҡ-коммуналь хужалығы, "ашығыс ярҙам", полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар килеп еткән дә ул, мәгәр ике бала атаһы Сергей Шимко ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙмаған булһа, уларҙың береһенең дә кәрәге ҡалмаҫ ине...
Әле иһә ғәйеплене эҙләйҙәр. Ғәҙәттәгесә, ойошмалар яуаплылыҡты бер-береһенә япһарырға тырыша. 40-сы торлаҡ-файҙаланыу идаралығы люктың хужаһы "Өфө һыу каналы" ти, улары иһә канализация люгына кемдер "айыу майы" һөрткәнен, шуға ла ул ваҡытлыса тимер киҫәге менән ҡаплап ҡуйылыуын, яуаплы кеше был хаҡта ойошмаға хәбәр итеп өлгөрмәүен белдергән. Нисек кенә булмаһын, бындай бәхетһеҙлек башҡаса булмаясаҡ тип кем ышандыра ала? Ярай әле, Арыҫландың бәхетенән, эргәлә ҡотҡарыусыһы табылған...
...Күптән түгел Өфө урамдарының береһендә юл ишелеп төшөп, өр-яңы, хатта страховкалап та өлгөрмәгән автомобилдең ер аҫтына олаға яҙған осраҡ иҫкә төштө. Юлды бер-ике көндә ремонтлап ҡуйҙылар ҙа ул, ә зыян күреүсенең әхлаҡи-матди сығымдарын кем ҡаплар? Ҡыҫҡаһы, "ер күтәрә ул" тигән әйтем ҡайһы саҡта ысынбарлыҡҡа тап килмәүе лә ихтимал – абай булығыҙ!
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад