Кешенән һыу ҡаса...14.08.2012
Кешенән һыу ҡаса...2010 йылда Өфө — Иҫәнғол юлында йөрөүселәрҙе үҙенең саф, һалҡын һыуы менән ҡыуандырған Ишле ауылы эргәһендәге шишмәнең, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы янындағы Йәншишмәнең бөтөнләй ҡороп юҡҡа сығыуы күңелде үтә лә шомландырҙы. Сөнки, ахырызаман етһә, кешенән һыу ҡасыр, тигән боронғолар. Ошо һүҙҙәр дөрөҫкә сығамы икән әллә, тигән уй мейене сүкене. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа күп кенә бәләкәй йылғаларҙың, шишмәләрҙең бөтөнләй ҡороп юҡҡа сығыуы, ҙур йылғаларҙың һайығыуы эсендә йәне булған кешене хәүефләндермәй ҡалмағандыр. Ни ғиллә был: ысынлап та, ахырызаман яҡынлашыуымы, әллә кешелектең тәбиғәт ресурстарын ифрат әүҙем, аҙағын уйламайынса эшмәкәрлек итеүе (тик алыу яғын ғына ҡарау) эҙемтәһеме?
Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейндарын мониторинглау буйынса федераль дәүләт учреждениеһының һыу хужалығы системаларын, һыу һаҡлау зоналарын, яр буйҙарын күҙәтеү бүлеге начальнигы Әхтәм Рауил улы Ғәббәсов менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ шул турала булыр.

– 2010 йылғы һәм быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле, йылға-күлдәр һыуының кәмеүе тураһында һүҙ ҡуҙғатһаҡ, иң тәүҙә, әлбиттә, Ағиҙелгә килеп төртөләбеҙ. Ул республикабыҙ хужалығы өсөн иң әһәмиәтле һыу сығанаҡтарының береһе булып тороу менән бер рәттән, республикабыҙҙың йыр-шиғырҙарға һалынған иң матур, иң ғажиз, Башҡортостаныбыҙҙы Башҡортостан иткән йылғаһы ла...
– Эйе, һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе республика биләмәһенең яртыһын тип әйтерлек таҙа сифатлы һыу менән тәьмин итеп торған Ағиҙелебеҙгә ныҡ йоғонто яһаны. 2010 йылда бында һыу кимәленең кәмеүен 2003 йылда күҙәтелгән хәл менән сағыштырһаҡ, һан телдәре шуны һүрәтләй: бынан туғыҙ йыл элек йәй Ағиҙелдә һыу кимәле (Өфө янында) 125 сантиметрға кәмегәйне, ә ике йыл элек был күрһәткес йәйге айҙарҙа – 156, ә сентябрь-октябрҙә 150 сантиметрға етте.
Ағымдағы йыл бик үҙенсәлекле: яҙ иртә килеү сәбәпле, йылғалар май-июндә үк һайыға башланы. Шул уҡ Өфө эргәһендә һыу кимәле тағы ла 156 сантиметрға кәмене. Сентябрь-октябрь айҙарында тағы ла түбән төшөү ихтималлығы борсой, сөнки Башгидрометүҙәк бер ҙә яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Төп йылғабыҙҙың һайығайыуы арҡаһында Рәсәй һыу юлы инспекцияһы, Юл-транспорт прокуратураһы июндең икенсе яртыһында «Ғабдулла Туҡай» теплоходын (ә ул пассажирҙар йөрөткән иң ҙур судно) йөрөтөүҙән туҡтатты. Өфө – Бөрө араһында һыу юлынан йөрөү өсөн йылғала 15 сантиметр тәрәнлегендә һыу запасы булырға тейеш (әле ул 5 сантиметр ғына). Артабан хәлде яҡшыртыу йәһәтенән Юл-транспорт прокуратураһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте кимәлендә портты Ағиҙел ҡалаһына күсерергә һәм теплоходтарҙы ремонтлау заводын шунда асырға тигән эшлекле тәҡдим индерелде.
– Аҙ һыулылыҡ сәнәғәт предприятиеларына айырыуса хәүеф янауы көн кеүек асыҡ. Улар хәлдән нисек сыға?
– Өфөнөң 2-се ТЭЦ-ы, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Өфө нефть эшкәртеү заводы”, “Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы”ның ошондай аҙ һыулылыҡ шарттарында, әгәр Павловка һыу һаҡлағысы булмаһа, хәле бик мөшкөлләнер ине. Был һыу һаҡлағыстың һыйҙырышлылығы – 1 млрд. 400 млн. кубометр. Унан йылғаларға секундына 140 кубометр һыу ебәрелеп тора. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй-бәләкәй сығанаҡтарҙан Павловка ҡоролмаһына секундына 94 кубометр ғына һыу килә. 8 авгусҡа ҡарата был һаҡлағыста һыу кимәле 1 метр 58 сантиметрға түбәнәйгән. Был күрһәткес уйландыра ла, һағайта ла: ваҡытында хәстәрлек күрелеп, шул һыу һаҡлағыс төҙөлмәгән булһа, әлеге көндә һыуһыҙ ултырыр инек.
– Аҙ һыулылыҡ баш ҡалаға нимә менән янай, тигән һорауға ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында яуап тынысландырырлыҡ яңғырағайны: Өфө бындай шарттарға алдан әҙер...
– Миллиондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡаланы башлыса һыуйыйғыстар хеҙмәтләндерә – Ҡариҙел һыуын эсә өфөләр. Скважиналар ҙа ошо йылға буйында урынлашҡан. Йылғаларҙа һыу кимәле төшкән саҡта нәҡ ошо скважиналар эшкә ҡушыла. Тик шуныһы: уларҙың һыуының сифаты түбән – ҡаты. Ни хәл итәһең – уныһына ғына күнәһең инде, тик һыу булһын ғына.
– Интернетта йыш ҡына Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү насар эҙемтәләргә килтерҙе, йәнәһе, Ағиҙелдә хәҙер һыу нәҡ шуның өсөн кәмене, тигән уйҙырмалар менән республика етәкселегенең эшмәкәрлеген юҡҡа сығарырға тырышыусылар күбәйҙе. Ошо хәлгә асыҡлыҡ индереп китһәгеҙсе...
– Хөкүмәттең бөгөнгө хәлде алдан күрә белеп, Йомағужа, Нөгөш һыу һаҡлағыстарын төҙөткәне өсөн, киреһенсә, рәхмәт әйтергә генә ҡала. Улар булмаһа, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында урынлашҡан сәнәғәт предприятиелары бөгөн нишләр ине?! Әле Нөгөш һыу һаҡлағысына секундына 0,25 кубометр ғына һыу инһә, 16,45 кубометр һыу сығарыла! Йомағужаныҡына секундына 6 кубометр ғына килһә, 22,3 кубометр һыу ебәрелә. Улар булмағанда бәләкәй йылғалар ҙа күптән ҡороған булыр ине.
Ғөмүмән, бөгөн көньяҡ райондарҙа күп кенә йылғаларҙың йылға булып ҡалыуына һуңғы йылдарҙа ул төбәктә төҙөлгән һыу һаҡлағыстар булышлыҡ итә. Улар – Аҡъяр, Быҙаулыҡ, Һаҡмар һыу һаҡлау ҡоролмалары.
Көнбайыш райондарҙа, әйтәйек, һыу сифаты, нефть ҡалдыҡтарын һурып алып, улар урынына сифатһыҙ һыу тултырыу һөҙөмтәһендә бик ныҡ насарайҙы. Туймазы ҡалаһын сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн ҙур Нөгөштә Туймазы һыу һаҡлағысы ҡалҡып сығыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Октябрьский ҡалаһы мәнфәғәтендә Стивензя йылғаһында Йәрмәкәй һыу һаҡлағысы ҡоролоуы баһалап бөткөһөҙ.
– Киләһе йылдарҙа ла ҡоролоҡ килһә, ғөмүмән, беҙҙе нимә көтә? Нимәгә, ниндәй хәлдәргә әҙерләнергә? Ирекһеҙҙән кешелек үҙ башына үҙе етмәйме икән, тигән һорау тыуа...
– Геологтар әйтеүенсә, Башҡортостанда 2008 йылдан башлап ер аҫты һыу кимәле 1 метрҙан 4 метрға тиклем төшкән. Сәбәбе – яуым-төшөм булмауы: ҡар ҡатламы йоҡа булыу арҡаһында яҙ ер дымға туймай ҡала. Ғалимдар раҫлауынса, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә аҙ һыулылыҡ циклы (ҡояштың әүҙемлек циклы буйынса) 3-4, 15-20 йыл дауам итеүе ихтимал. 2015 йылда ҡоролоҡтоң иң юғары кимәле фаразлана. Шуның өсөн, ысынлап та, кешелеккә, бигерәк тә, производство предприятиеларына һыуҙы бәрәкәтле файҙаланырға, уны ҡулланыу әйләнеше циклдарын булдырырға ҡала. Киләсәктә шундай сараға барыу – һыуҙы расписание буйынса биреү – ихтималлығы ла бар. Бындай режим Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында ғәмәлдә лә инде.
1982 йылда Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһының һыу режимын күҙәтеүсе пост булдырылғайны. Шунда һыу кимәленең ныҡ төшөүе күренеп тора. Яр буйҙары, үҙәндәренән ҡом алыу, күперҙәрҙе тәбиғәтте һаҡлау сараларын үтәмәйенсә төҙөү, йылға үҙәндәрен ҡоротоп, йорттар, ҡасабалар, микрорайондар (Сипайлово биҫтәһен, Кооператив Яланын, Кузнецов Затонын) төҙөү һыу кәмеүгә ныҡ йоғонто яһай. Йылға тирәләй сүп-сар түгеү, көтөүҙәр йөрөтөү (йәш үҫентеләр тапала), ағастарҙы ҡырҡыу, ҡом ҡаҙып алыу кире ҡайтарылғыһыҙ процесты көсәйтә. Шунан кешелек үҙенә үҙе зыян килтермәй тип нисек әйтәһең? Шунлыҡтан тәбиғәтебеҙгә, һыу сығанаҡтарыбыҙға һаҡсыл ҡарашты һәр кемдең үҙенән башларға, балаларҙы ошо юҫыҡта тәрбиәләү зарурлығы алға килеп баҫа. Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ сапмайыҡсы, йәмәғәт!
Рәшиҙә Мәхийәнова


Һандар һәм факттар

Ер йөҙөндә эсәр һыу бөтөн һыуҙың 3 процентын ғына тәшкил итә.
Урта Көнсығыш, Төньяҡ Азия, Мексиканың төньяҡ-көнсығышы, Африканың күпселек өлөшө, Американың көнбайыш штаттары, Чили менән Аргентина, Австралия һыуға ҡытлыҡ кисерә.
Һуңғы йылдарҙа эсәр һыу дәүмәле һәр кеше иҫәбенә 40 процентҡа кәмегән. Киләһе 25 йылда уның тағы ла ике тапҡырға кәмеүе көтөлә.
Ауыл хужалығы сөсө һыуҙың иң күп миҡдарын – 87 процентын тотона.
Һәр кешегә йылына аҙыҡ-түлек етештереү-үҫтереү өсөн ҡулланылған һыу миҡдары 400 000 литр кәрәк булһа, был күрһәткес АҠШ буйынса 1 700 000 литр тәшкил итә.
Донъялағы 80-дән ашыуыраҡ илдә сөсө һыуға ҡытлыҡ – 2 миллиардтан ашыу кеше һыуһыҙ интегә. Ҡытайҙың ғына 300-ҙән ашыу ҡалаһына һыу етмәй. Урта Көнсығышта эсәр һыу дефициты дәүләттәр араһында сәйәси низағ тыуҙыра.
Үҫешкән илдәрҙә һыуҙың 95 проценты бысранған.


Вернуться назад