Рөстәм ХӘМИТОВ: Заманса алымдарҙы ҡыйыу индерергә кәрәк14.08.2012
Рөстәм ХӘМИТОВ: Заманса алымдарҙы ҡыйыу индерергә кәрәкМәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар менән эшләүсе ойошмаларҙың ғына түгел, ата-әсәләр, опекундар, ғөмүмән, бөтә йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа уның барышын ҙур иғтибар менән күҙәтәбеҙ, ниндәйҙер бер яңылыҡ көтәбеҙ, сөнки йыйылып, уртаға һалып һөйләшер, фекер алышыр етди мәсьәләләр күбәйҙе. Уҡытыусыларҙың социаль хәле, ҡулайлаштырыу эҙемтәһе булараҡ, бихисап ауыл мәктәптәренең ябылыуы, филиалдарға әйләнеүе, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡыҫҡартыуға эләгеүе, әсә телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙағы ауырлыҡтар, белем биреүҙең һәм тәрбиәнең сифаты, балалар баҡсаһы етешмәүе һәм башҡалар. Быйыл 11 августа Стәрлетамаҡта уҙған республика кәңәшмәһе лә проблемаларҙың үткерлеге, уларҙы тикшереү, хәл итеү юлдарын эҙләү йәһәтенән, һис шикһеҙ, Башҡортостан мәғарифы тарихына инеп ҡаласаҡ.

Йыйында ҡатнашыусылар башта алты маршрут буйынса ҡаланың урта, махсус урта һәм юғары белем биреү учреждениеларында, балалар баҡсаларында, “Нур” балалар шифаханаһында, спорт мәктәбендә, балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә булды, коллективтарҙың эше менән танышты. Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда иһә бар халыҡты мәктәптәрҙең, һөнәри уҡыу йорттарының ҡаҙаныштары, инновация эшмәкәрлеге, балалар ижады күргәҙмәһе, йәш таланттарҙың сағыу сығышы үҙенә тартты.
Кәңәшмә барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың бер нисә белем биреү учреждениеһында булды. Атап әйткәндә, республика етәксеһе 31-се мәктәп алдындағы “Беренсе уҡытыусы” һәйкәленә сәскә һалды, ошо уҡыу йортонда ойошторолған ҡаланың мәғариф тарихы музейын ҡараны, ҡомартҡы йорто стендтарҙан түгел, ә балаларҙа үткәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ экспонаттарҙан торорға тейеш, тип кәңәш бирҙе. Тәүге мәктәп Стәрлетамаҡта 1936 йылда барлыҡҡа килгән һәм унда тик малайҙар уҡыған.

Рөстәм ХӘМИТОВ: Заманса алымдарҙы ҡыйыу индерергә кәрәкАртабан Президент Ҡояшлы биҫтәһендә бассейнлы яңы балалар баҡсаһының әҙерлеген тикшерҙе. Ике ҡатлы бина республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән. Бында ике йөҙҙән ашыу бала ун төркөмдә тәрбиәләнәсәк. Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе физик яҡтан әҙерләү, һаулығын нығытыу өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ, тәүге ҡатта урынлашҡан бассейндың тәғәйенләнеше ошоноң менән аңлатыла ла инде. Рөстәм Хәмитов ҡоролманың проектындағы етешһеҙлекте әйтте. Бассейндың тәрәнлеге ике метр самаһы, ә һыу уның яртыһына ла етмәйәсәк, һөҙөмтәлә балаларға бейек баҫҡыстан төшөп, менеп йөрөргә тура киләсәк һәм бының мәшәҡәте иң беренсе тәрбиәселәргә төшәсәк. Ошондай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, республика етәксеһе төҙөүселәргә объекттарҙың проектын эшләтеү барышында уҡ бик яуаплы ҡарарға, һәр урынын уйлап эш итергә ҡушты.
33-сө мәктәптә республика етәксеһе “Белем биреү” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы проекты менән танышты. Бынан тыш, информатика кабинетында интерактив тренажерҙарҙың һәм ҡоролмаларҙың мөмкинлектәре күрһәтелде.
Ҡаланың 5-се мәктәбендә Рөстәм Хәмитов күп яҡлы физик күнекмә алырлыҡ спорт майҙансығын ҡараны, балалар менән аралашты. Мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәгендә Президент Тrans-Force тип аталған Башҡортостандағы берҙән-бер мәғлүмәт белем биреү комплексының эше һәм мөмкинлектәре менән танышты. Ҙур 3D экранлы ҡоролма ярҙамында уҡыусылар предметты төплө өйрәнә ала.
Мәҙәниәт һарайы алдындағы күргәҙмә менән танышыу мәлендә Рөстәм Хәмитовҡа стәрлеләр ҙә Хөкүмәттәге яңыртыуға ҡағылышлы һорау бирҙе. Дәүләт кимәлендә идара итеү системаһы ябай, бер каналлы, бер ниндәй тармаҡһыҙ һәм бюрократияһыҙ булһын өсөн эшләнде был, тип аңлатты Башҡортостан Президенты.
— Ябай миҫал. Әйтәйек, миңә ҡыйыҡты йүнәтеүгә аҡса бүлеүҙе һорап хат килә. Мин уны Премьер-министрға йүнәлтәм, ул вице-премьерға төбәй, вице-премьер — министрға, уныһы — бүлек етәксеһенә. Күпме баҫҡыс! Ә хәҙер, яңылыҡ индергәндән һуң, шунда уҡ министрға һәм был хаҡта белһен өсөн вице-премьерға ла яҙам. Шулай итеп, ошо бөтә кәрәкмәгән бюрократик эште бөтөрәбеҙ. Был — бер. Икенсенән, министр Президентҡа туранан-тура яуап бирә. Бөгөн ҡарарҙарҙың тиҙерәк ҡабул ителеүе һәм үтәлеше мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика етәксеһе аҡса, милек, ергә ҡағылышлы бөтә хәлде, кешеләрҙең тын алышын белергә тейеш, сөнки уларға бәйле барлыҡ хаттар Хөкүмәт аша үтә. Президент был осраҡта Англия королеваһы һымаҡ була — һәммәһенә кәрәкһең кеүек, ләкин бер нимәгә лә яуап бирмәйһең. Минеңсә, Президент һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында булырға, бөтәһен дә белергә, идара итергә, кәрәк урында төҙәтергә, тәҡдимдәр индерергә, ресурстар йүнәлтергә тейеш. Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә тиерлек, сит илдәрҙә лә бер каналлы идара итеү системаһы индерелгән.
Республика етәксеһенең кәңәшмәнең пленар өлөшөндәге сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, сөнки ул мәғариф өлкәһендәге бөгөнгө проблемаларҙы айырым билдәләп кенә үтмәне, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә саҡырҙы, бурыстарҙы, мәғариф үҫешенең мөһим йүнәлештәрен билдәләне.
— Белем биреү мәсьәләһе — ул аҙағы булмаған тема. Кешелек күпме йәшәйәсәк, шул тиклем үк йәш, бәлки, оло быуынға яңы белем биреү өсөн нисек, ниндәй алымдар менән уҡытыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Был белемде нисек тупларға, нисек тапшырырға, нисек үҙгәртергә? Ғөмүмән, бөтмәҫ тема, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендәге проблемаларҙы өс йүнәлеш буйынса билдәләне: мәктәпкәсә белем биреү, урта мәктәп һәм башланғыс һөнәри әҙерлек мәсьәләләре, өсөнсөһө — махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары.
Президент һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаһын күпләп төҙөү һөҙөмтәһендә урындарҙа был йәһәттән хәл яҡшыра барыуын белдерҙе. Быйыл 50 мәктәпкәсә учреждение сафҡа инһә, тағы 11 мең сабыйға урын буласаҡ. Шуның менән бергә шәхси балалар баҡсаларын да үҫтерергә саҡырҙы республика етәксеһе. 2013 йылда әҙерәк төҙөләсәк, сөнки уларҙы тотор, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләр өсөн аҡса кәрәк.
Рөстәм Хәмитов айырыуса мәктәп проблемаларына төплө туҡталды. Уның әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан мәктәптәрендә 400 мең уҡыусы белем ала, совет заманында иһә уларҙың һаны 300 меңгә күберәк булды.
— Ул саҡта мәғариф үҙ бурыстарын үтәне, ә хәҙер хәл нисек? Беҙҙә 150 класта — берәр, өс йөҙөндә — икешәр, биш-алты йөҙөндә өс уҡыусы ғына бар, — тип етди мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтте республика етәксеһе. — Белем биреү өлкәһенә мөмкин булғанса аҡса бүлдек.
Нисек хәлдән сығырға һуң? Рөстәм Хәмитов эске мөмкинлектәрҙе эҙләргә, үҙен аҡламаған сығымдарҙы ҡыҫҡартырға ҡушты, сөнки мәғариф системаһы аша аҡса алған, эшенең һөҙөмтәһе булмаған төрлө дәүләт учреждениелары, тикшереү, методик үҙәктәр күбәйгән. Шундай сығымдарҙың дөйөм күләме 5,5 миллиард һумға етә! Ошоға бәйле республика етәксеһе Мәғариф министрлығына һәм вице-премьерға бер йыл эсендә уларҙы 20 процентҡа кәметергә күрһәтмә бирҙе, “әммә мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә түгел”, тип баҫым яһаны ул. Был аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтергә мөмкин.
Артабан Рөстәм Хәмитов, белем биреүҙең яңы формалары, компьютерлаштырыу мәсьәләһенә күсеп, мәктәптәге шарттар заманса булырға тейеш йәки фәндең һәм техник йыһазландырыуҙың һуңғы ҡаҙаныштарын үҙ эсенә алырға тейеш, тине. Шул уҡ ваҡытта артыҡ сығымдарға ла юл ҡуйырға ярамай. Мәҫәлән, әгәр класҡа 12 меңлек интерактив таҡта урынлаштырырға була икән, ни өсөн 58 меңлеген алырға? Ҡаланың бер мәктәбендә нәҡ шундай осһоҙ, әммә уңайлы ҡоролманың мөмкинлеген күрһәттеләр ҙә инде.
— Миңә, йәнәһе, ҡаҙаныш тип һүрәттәрҙе фотоаппараттан ноутбукка күсереүҙе күрһәттеләр. Был ниндәй ҡаҙаныш булһын? — тине Рөстәм Хәмитов. — Быны уҡытыусы ғына түгел, беренсе класс уҡыусыһы ла булдыра ала! Был ун йыл элек индерелгәйне, беҙгә тормошҡа эйәреп барырға түгел, ә унан алдараҡ булырға кәрәк. Тимәк, беҙ шундай нөктәләрҙе таба белергә тейешбеҙ.
Ошо йәһәттән Президент Стәрлетамаҡта мәғлүмәт үҙәгендә ҡараған тренажерҙы миҫалға килтерҙе. Унда урынлаштырылған ҙур экран ярҙамында балаларҙы һыу аҫты донъяһы, йыһан ҡаҙаныштары менән таныштырырға мөмкин. Республиканың юғары белем биреү өлкәһендә лә реформалар талап ителеүен билдәләне Рөстәм Хәмитов, сөнки бөгөн иң яҡшы, иң һәләтле йәштәрҙе үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн “көрәш” алып бара Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары. Башҡортостан колледждары, университеттары конкурентлыҡҡа һәләтле булырға тейеш.
Президенттың әйткәндәренән сығып, мәғариф министры Әлфис Ғаязов үҙенең сығышына төҙәтмәләр индерҙе. Һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға килгәндә, ул, был йүнәлештә ентекле план эшләнде, тип белдерҙе. Мәҫәлән, мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙә уның икенсе формалары индереләсәк, йәғни балалар баҡсаһында ярты көн генә буласаҡ төркөмдәр ойоштороласаҡ. Уларҙың һаны һуңғы осорҙа ике тапҡырға артҡан. Мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан ярҙам алыуға өлгәшелгән.
Бынан ары штат һанын билдәләгәндә һәр мәктәп министрлыҡ менән кәңәшләшергә тейеш. Ҡыҫҡартыуға ла барырға мәжбүр буласаҡтар, ләкин, министр белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәргә икенсе эш тәҡдим ителәсәк.
Белем биреү сифатын күтәреүгә һәм сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән йоғонтоло сараларҙың береһе — уҡытыусылар менән контракт төҙөүҙе практикаға индереү. Быға тиклем был юҡ ине.
Тағы ла бер яңылыҡ — энергоаудит. Энергетик паспорт алыу өсөн уны һәр мәктәптә үткәрәсәктәр. Документта бинала электрҙы файҙаланыуға ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт сағыласаҡ. Был уны һаҡсыл тотоноуға булышлыҡ итеп, сығымдарҙы кәметеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Етди фекер алышыуҙан тыш, тантаналы өлөш тә булды. Рөстәм Хәмитов иң яҡшы уҡытыусыларҙы — 2012 йылдағы һөнәри конкурстар лауреаттарын бүләкләне. Атап әйткәндә, 20 белгес Башҡортостан Президенты премияһына эйә булды, шуларҙың 12-һе “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен алды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен ниндәй уңыштар һәм әҙерлек менән ҡаршылайһығыҙ? Бөгөнгө һөйләшеү өмөттәрегеҙҙе аҡланымы? Ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға.

Гөлшат ӘХМӘТОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры:
— Яңы уҡыу йылына әҙерлек тулы көс менән бара. Тәү сиратта уҡыу корпусын, ятаҡты өлгөртөргә тырышабыҙ. Капиталь ремонт тамамланды, әле буяу эштәре ҡалды. Һыу, канализация селтәрен яңыртыуға ҡала хакимиәте аҡса бүлде.
Ҡулайлаштырыу лицей-интернат тормошона ҡағылманы. Белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, балалар һаны етә. Бағыусылар, хакимиәт ярҙамында уҡыу йортонда белем һәм тәрбиә биреүҙә заманса шарттар булдырыла.
Лицейҙа быйыл 16-сы сығарылыш булды. Берҙәм дәүләт имтихандарын уҡыусыларыбыҙ яҡшы бирҙе. Математика, химиянан 98,96 балл йыйыусылар булды. Ҡалала дәүләт һынауына талап көслө, шуға күрә тәрбиәләнеүселәрҙе төплө әҙерләргә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы: мәҫәлән, 41 уҡыусының барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарына инде. Тағы шуны хәбәр иткем килә: беҙҙең лицей Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаған республиканың берҙән-бер милли инновацион уҡыу йорто һанала. Ике йыл рәттән унда өс призлы урын яуланы уҡыусыларыбыҙ. Шуның менән ғорурланабыҙ.
Хәлил ИБРАҺИМОВ, Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы директоры:
— Республика август кәңәшмәһенә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Уны үткәреү тәртибе, йөкмәткеһе үҙгәреүен хуплайым. Хәҙер уңыштар менән маҡтанмайбыҙ, ә күберәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Ғәли НӘҘЕРҒОЛОВ, Йылайыр районының 80-се һөнәрселек лицейы етәксеһе:
— Борсоған мәсьәләләргә яуап алдыҡ тигәндәй бөгөнгө кәңәшмәлә. Башҡортостан Президенты сығышында белем биреүҙәге етди мәсьәләләр яҡтыртылды, алдағы көнгә бурыстар, маҡсаттар ҡуйылды. Минеңсә, иң мөһиме — балаларға хәҙерге көн талаптарына яуап бирерлек белем биреү, уларҙы дөрөҫ, йәмғиәткә кәрәкле итеп тәрбиәләү. Шуның өсөн был эште балалар баҡсаһынан уҡ башларға кәрәк. Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең социаль хәлен яҡшыртыу мәсьәләһен тармаҡ профсоюздары ойошмаһы етәксеһе урынлы күтәрҙе тип уйлайым.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад