Һауа шарҙарынан — ракеталарға14.08.2012
Һауа шарҙарынан — ракеталарғаАвгуст айы кешеләрҙең һауалағы эшмәкәрлегенә ныҡ бәйле. 2 августа — Һауа-десант ғәскәрҙәре, ә 12 августа Хәрби-һауа көстәре көнөн билдәләнек. Был исемлекте дауам иткән йәнә бер көн бар. 19 август — Рәсәйҙең Һауа флоты көнө.

Хәрби һәм граждандар авиацияларының тығыҙ бәйләнешен күрһәтә торған тағы бер сара — Халыҡ-ара авиасалон (“МАКС-2011”) күргәҙмәһе — былтыр ошо уҡ айҙа унынсы юбилейын билдәләне. Күргәҙмә егерме бер йыл элек эшләй башланы, һәм ул ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Мәскәүгә яҡын урынлашҡан Жуковский ҡалаһындағы М.М. Громов исемендәге осоу-тикшереү институтының базаһы бөтә донъяла танылыу тапты: унда төрлө типтағы йөҙәрләгән самолетты ҡабул итергә һәм урынлаштырырға мөмкин. Былтыр унда 291 самолет урынлаштырылды.
Салонда беҙҙең осоусылар менән бергә үҙҙәренең юғары пилотаж оҫталығын АҠШ, Италия, Латвия летчиктары күрһәтте.
Башҡортостан да авиация менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Матбуғат биттәрендә Өфө аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен биреү тураһында фекер алышыу булды. Быға яҡташыбыҙ һис һүҙһеҙ лайыҡ. Башҡортостанда ике тапҡыр Герой исемен алғандар башҡаса булманы. Мосолман исем-шәрифен йөрөткәндәр араһында улар барлығы икәү генә. Икенсеһе — Ҡырым татары Амет-Хан Солтан, осоусы-истребитель. 150 һауа һуғышында ҡатнашып, бер үҙе 30 самолетты, ә звено менән бергә 19 самолетты бәреп төшөргән. Ә Муса Гәрәев, штурмлаусы булараҡ, 200-ҙән ашыу осош яһай һәм дошмандың ерҙәге хәрби көстәрен ҡыйрата. Ул яҙған китаптың исеме лә “Штурмовики идут на цель” тип атала. Күренекле яҙыусы Суфиян Поварисов үҙенең “Ташлама мине” повесында был ике геройҙың бергә хеҙмәт итеүен һүрәтләй. Муса Гәрәев үҙе лә Ҡырымда Амет-Хан Солтан истребителдәре яҡлауында хәрби заданиены үтәгәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең юғары булыуын дәлилләй.
Беҙҙең республикала авиация полковниктары бер нисә. Авиация маршалы Иван Пстыго бер нисә йыл элек мәрхүм булды. Һау-сәләмәт сағында герой яҡташыбыҙ үҙенең тыуған яғы Архангел районына ҡайтып йөрөнө.
Башҡортостан сәнәғәте лә авиация менән тығыҙ бәйләнештә. Бында иң тәүҙә Өфө моторҙар етештереү предприятиеһын телгә алыу дөрөҫ булыр. Ә бына Өфө авиаприборҙар заводы “МАКС-2011” авиасалонында ла ҡатнашты. Мөһим төп продукциянан тыш, унда бөтә донъяға билдәле, әйләнеп тороусы өс бысаҡлы “Ағиҙел” электр ҡырынғысы сығарыла.
Һауа шарҙарынан — ракеталарғаБыл приборға космосҡа осош ваҡытында реклама яһалды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы летчик-космонавт Виталий Иванович Севастьяновтың “Ағиҙел” ҡырынғысы (осош алдынан космонавҡа бүләк иткән булғандар) менән карапта ҡырынғанын телевидение аша бөтә ил күреп торҙо.
“МАКС-2011” күргәҙмәһенә кире ҡайтып, шуны әйтергә кәрәк: уның программаһына юғары пилотаж осоштарын күҙәтеү һәм осоу техникаһын ҡарау менән бергә, теләгән кешеләргә һәм ойошмаларға яҡшы осҡостарға заказ биреү һәм уларҙы эшләүгә контракт төҙөү планы ла индерелгәйне. Заказдар ҡабул ителеүе лә билдәле.
Рәсәй авиатөҙөүселәренең Һиндостан һәм Мьянма (элекке Бирма) өсөн истребителдәр етештереүҙәге уңыштарын билдәләп китергә кәрәк. Һиндостан өсөн элекке контракт буйынса 16 истребитель эшләп сығарылған. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы ҙур суммаға контракт әҙерләй икән, тигән хәбәр ҙә һөйөндөрҙө.
Кешеләрҙең һауаға күтәрелеү теләге һәм хыялдары боронғо замандарға барып тоташа. Оса торған ҡанатлы толпарҙар йәки балаҫтар хаҡындағы әкиәттәрҙең ҡайһы осорҙа ижад ителгәнен тәғәйен әйтә алмаһаҡ та, аталы-уллы Дедал менән Икар тураһындағы мифтың боронғо Грецияла тыуғанлығы киң билдәле.
Һауаға күтәрелеүсе аппараттар ике ҙур төркөмгә бүленә: һауанан еңелерәк һәм һауанан ауырыраҡтарға. Еңел аппараттарҙа һауаға күтәрелеү “һауала йөҙөү” тип атала, ә аппараттар аэростат исемен йөрөтә. Уларҙың бер төрө — һауа шарҙары, юғары күтәрелеү һәләтлеге һауанан еңел булыуында. 1783 йылда Парижда бер туған француздар (Монгольфьелар) төтөн тултырылған һауа шарында юғарыға күтәрелә. Ә һуңынан уларға водород йәки гелий кеүек еңел газ тултырыла башлай. Шар герметик тышлыҡтан, уны һаҡлаусы селтәрҙән, осоусылар өсөн махсус яйланманан һәм уны шарға тоташтырыусы трос кеүек өлөштәрҙән ғибәрәт.
Рәсәйҙә шундай бер ваҡиға билдәле. Крякутной тигән кеше ябай һауа шарында осҡанда сиркәү ҡыңғырауына бәрелә. Уны “шайтан ҡотортоуында” ғәйепләйҙәр. Ни тиһәң дә, изге йортҡа барып бәрелеүҙе бер кем өнәмәй. Ел-дауыл өсөн уйынсыҡ ҡына ул һауа шары — ел ҡайҙа иҫә, ул шунда оса, әгәр тышлыҡтың герметиклығы бөтһә, шар ергә “йығылып” төшә. Билдәле француз яҙыусыһы, фантаст Жюль Верн “Серле утрау” китабында биш американлының нисек итеп Виргиниялағы Ричмонд ҡалаһынан һауа шарында осоп китеүе һәм ел-дауыл арҡаһында саҡ-саҡ ҡына диңгеҙгә ҡоламауы тураһында яҙа. Шар океанға яҡыная башлағас, сәйәхәтселәр башта ауыр әйберҙәрҙән ҡотола, һуңынан бөтә кәрәк-яраҡты, һаман да түбәнәйеүҙән туҡтамағас, алтындарын ырғыта, ә аҫта һаман океан сайҡала. Ниһайәт, сират осоусылар өсөн тәғәйенләнгән яйланмаға етә, биш сәйәхәтсе бары селтәргә тотоноп, Табор утрауына ултырыу бәхетенә ирешә.
Һауа шарҙарының осошона идара итеп булмай, сөнки был тәбиғәт үҙенсәлектәре менән ныҡ бәйле. Шуның өсөн дә киң ҡулланыш таба ла алмайҙар. Һуғыш ваҡытында уларҙы дошман авиацияһына ҡамасаулыҡ тыуҙырыу өсөн файҙаландылар.
Аэростаттарҙың икенсе төрө — двигатель ярҙамында хәрәкәт итеүсе дирижаблдәр. Уларҙың осошона идара итеп булғанлыҡтан, йөк һәм пассажирҙар ташыуҙа ҡулландылар.
Беренсе тапҡыр дирижаблдә 1852 йылда француз А. Жиффар оса. Немец конструкторы генерал Фердинанд Цеппелин 1900—1917 йылдарҙа “Ц” конструкцияһындағы дирижаблдәрҙе күпләп сығарыуҙы ойошторған. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ла Германияла һәм Францияла сикләнгән күләмдә дирижаблдәр етештерелә.
Хәҙер авиация тураһында һөйләшеүгә күсәйек. Аvis — латинса “ҡош” тигән һүҙ. Билдәле булыуынса, ҡоштар һауанан ауыр. Һауанан ауыр осҡос аппараттар авиация тип йөрөтөлә. Уларҙың осоу һәләте ауырлыҡ-еңеллеккә түгел, ә аэродинамика закондарына бәйле. ХIХ — ХХ быуаттарҙа йәшәгән рус ғалимы Николай Жуковский ошо закондарҙы ныҡлап өйрәнә һәм Мәскәү янында Аэродинамика институтын ойоштора. ХIХ быуат аҙаҡтарында контр-адмирал Александр Можайский төҙөгән самолет һауаға күтәрелә алмаһа ла, осҡос моделе булып иҫәпләнә. Самолетта осҡанға ҡәҙәр кешеләр күккә планерҙа күтәрелгән. Мәҫәлән, немец конструкторы Отто Лилиенталь үҙ проекты буйынса эшләнгән планерҙарҙа ике меңдән ашыу осош яһай һәм 1896 йылда сираттағы һынау ваҡытында һәләк була.
(Аҙағы бар).
Рифҡәт САБИРОВ,
юрист.


Вернуться назад