Һалымға ташлама бар14.08.2012
“Мин, өҫтәмә түләп, фатирымды ҙурыраҡ майҙанлыға алмаштырҙым. Бындай осраҡта һалымға ташламалар бармы һәм ниндәй күләмдә?”

— Эйе. Әгәр һеҙ быға тиклем унан файҙаланмаған булһағыҙ.
РФ Һалым кодексының 220-се статьяһына ярашлы, һалым түләүсе яңы төҙөлөшкә киткән йә һатып алынған йортҡа, фатирға, бүлмәгә тотонолған сығымдарының күләменә ҡарап, мөлкәт һалымынан ташламаға хаҡлы. РФ Финанс министрлығының 2011 йылдың 19 авгусындағы хатында аңлатылғанса, бындай хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн йорт һатып алыуға килешеү һәм милеккә хоҡуҡты раҫлаусы документың булыуы төп шарт. Йорт өсөн түләү алымдары (аҡсалата һәм башҡа мөлкәт менән) мөһим түгел.
Мәҫәлән, һеҙҙең фатир 200 мең һум тора, ти. Алмашыу килешеүенә ярашлы, һеҙ 500 мең һумлыҡ фатир алғанһығыҙ, йәғни 300 мең һум айырманы түләгәнһегеҙ. Тап ошо сумманан һалымға ташлама яһала, йәғни килем һалымын кәметәләр, йә иһә документтар әҙерләнгәс, бюджеттан 39 мең һум аҡсаны (300 мең х 13 %) кире ҡайтарасаҡтар.


Вернуться назад