Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында донъяға килгән, кендек ҡаны тамған ошо ерҙән айырылмай йәшәгән ҡәҙерле кешебеҙ Фәниә Миңлеғәли ҡыҙы Рәжәпованың ошо көндәрҙә күркәм юбилейы — 60 йәше.
Апайыбыҙ ғүмере буйы колхозда эшләне, намыҫлылығы, тырышлығы менән башҡаларға өлгө булды. Әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, көсөнән килгәнсә хеҙмәт итә. Ауылының киләсәге, яҡташтарының яҙмышы өсөн борсолоп ҡына ҡалмай, ә ең һыҙғанып уларға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә. Башҡаларҙа ла илһөйәрлек тойғоһо уятыуы менән оло ихтирамға лайыҡ.
Хәстәрлекле әсә лә булды, яңғыҙы ғына улын тәрбиәләне. Туғандары һәм яҡындары өсөн кәңәшсе лә, туғанлыҡ ептәрен бәйләүсе лә.
Ҡәҙерле апайыбыҙға артабан да матур көндәр, тыныс тормош, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ғүмер юлы оҙон булһын һәм ул бәхеткә генә сорналып үтһен!
Иң изге теләктәр менән туғандары исеменән Ирина, Нәфисә һәм Ирек Ғәлиевтәр.