Данлы “Красноусол” шифаханаһы — Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан урыны. Географик яҡтан уңайлы, инфраструктураһы үҫеш алған шифаханала төрлө конференциялар, кәңәшмәләр үткәрелә, рәсми делегациялар ҡабул ителә. Был аңлашыла ла. Үҙенсәлекле климатҡа эйә булған, гүзәл тәбиғәтле төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ял да онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Һиндостандың рәсми делегацияһы ла Башҡортостанға килгәндә “Красноусол” шифаханаһында булды, унда дауалау үҙенсәлектәре менән танышты. Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул иттеләр. Делегация составына Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Аджай Малхотра ҡатыны менән һәм Һиндостандың Мәскәүҙәге илселеге ҡарамағындағы Джавахарлал Неру исемендәге мәҙәни үҙәк директоры урынбаҫары Санджай Веди ингәйне. Ҡунаҡтарҙы тәржемәсе оҙатып йөрөнө.
Сәфәрҙең маҡсаты — республикабыҙ менән танышыу, Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу. Бынан тыш, тәжрибә уртаҡлашыу, ижади коллективтарҙың концерттарын һәм сығыштарын ойоштороу нигеҙендә мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде. Һиндостан делегацияһы шифахана, уның тарихы һәм данлы эштәре сағылдырылған музей экспозицияһы менән танышты, урындағы үҙешмәкәр артистарҙың концертын ҡыҙыҡһынып ҡараны.
“Красноусол”ға Афғанстан делегацияһының килеүе йәнә бер иҫтәлекле ваҡиға булды. Афғанстан Ислам Республикаһының Аҡһаҡалдар Милли Ассамблеяһы Советы вәкилдәре төрлө өлкәләрҙә яңы бәйләнештәр булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ҡунаҡтар өсөн шифаханала экскурсия ойошторолдо. “Миңлесара” мәсетенә барыу уларҙа айырыуса ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы. Кис концерт залында Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының концерты ҡуйылды. Афғанстан парламентының Юғары Палатаһы Рәйесе Фазыл Һаҙый Мөслимйәр башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын юғары баһаланы, дауалау, туҡланыу һәм ялдың ойошторолоуына һоҡланыуын йәшермәне.
Күптән түгел “Красноусол” шифаханаһына Финляндияның Рәсәйҙәге илселегендәге Мәғлүмәт һәм мәҙәниәт бүлеге атташеһы Кирси Попова ханым килгәйне. Өфөлә комикстар һәм күренекле фин яҙыусыһы, рәссамы Туве Янссондың персонаждары — муми-тролдәр тураһындағы китап күргәҙмәһен асыу сәфәрҙең маҡсаты ине. Кирси Попова шифахана менән танышты, дауалау һәм мәҙәни-күңел асыу базаһын өйрәнде, Табын Алла Анаһы ҡорамында булды, Изге шишмәлә ҡойондо.
— Шифаханалағы шарттарға көнләшерлек. Ошондай гүзәл тәбиғәтле төбәктә ял итергә, дауаланырға теләк ҙур, — тине ул. Илселек вәкиле әйтеүенсә, Финляндияла шифаханала ололар ғына ял итә. Керси Попова ҡунаҡсыллыҡ, мауыҡтырғыс экскурсия өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
Йыһанды өйрәнеү — ҡатмарлы, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы һөнәр. Әммә бер нисә ай буйы ғәҙәттән тыш шарттарҙа йәшәү — кеше организмы өсөн етди һынау. Һаулыҡты нығытыу өсөн осоусы-космонавтар шифаханаларҙа реабилитациялау үтә.
“Красноусол” шифаханаһы үҙенсәлекле һауа шарттары, техник йыһазландырылышы буйынса ошо маҡсат өсөн иң ҡулай урындарҙың береһе тип танылды. Яңыраҡ Юрий Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү ғилми-тикшеренеү һынау үҙәге начальнигы урынбаҫары Борис Александрович Наумов шифаханала сәләмәтлеген нығытты. Уның фекеренсә, “Красноусол”да яҡшы ял өсөн бөтәһе лә бар. Тәүге аҙнанан уҡ дауалауҙың һөҙөмтәһен тойған. Терренкур буйлап саф һауала йөрөүҙе һағынып иҫкә ала. Борис Александрович әйтеүенсә, саф һауа — үҙе үк дауа. Абруйлы шәхес шифахананан көс-ҡеүәт туплап, күңел күтәренкелеге менән ҡайтып китте.
Ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендәге “Красноусол” шифаханаһы — республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы.
Алһыу БИКТАШЕВА.