Көньяҡ Урал ғорурлығы11.08.2012
Көньяҡ Урал ғорурлығыСибай ҡалаһында урынлашҡан “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре һөнәри байрамын юғары рух, тос хеҙмәт емештәре, күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала.

2003 йылда 42 кешенән торған коллектив нигеҙендә ойошторолған йәмғиәт бөгөн Көньяҡ Урал төбәгендә генә түгел, бөтә республикаға киң билдәле. Хатта сит өлкәләрҙә лә Сибай төҙөүселәрен абруйлы, ҡеүәтле ойошма тип таныйҙар. “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте — хәҙер ҡалала төп эш биреүселәрҙең береһе, бында 900-ҙән ашыу кеше мәшғүл. Күркәм, уңайлы мәктәптәр, балалар баҡсалары, күп ҡатлы торлаҡ йорттар, дауаханалар, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, бассейндар, мәҙәниәт һарайҙары... Ошо йылдар эсендә сафҡа ингән һәм тормошобоҙҙо йәмләгән объекттар бихисап. 200-ҙән ашыу берәмек ҡеүәтле техникаға (крандар, экскаваторҙар, бетон бутағыстар, ауыр йөк транспорты) эйә, тимер-бетон изделиелар етештереү, йөҙләү, таш сығарыу, ауыл хужалығы тармаҡтарын берләштергән ойошма тирә-яҡта үҙен ышаныслы партнер тип раҫланы, төҙөлөш баҙарында дәғүәләшеүгә һәләтле булыуын күрһәтте.
Был еңеүҙәрҙең башында, әлбиттә, етәксе тора. “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөгөнгө генераль директоры Нур Азамат улы Тажетдинов Өфө Көньяҡ Урал ғорурлығыдәүләт нефть техник институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген тап Сибайҙа “Башмедьстрой” тресында башлай, ошонда тәжрибә туплай, тармаҡтың нескәлектәренә төшөнә. 2003 йылда һүнеп барған ойошмаға йән өрөп, етәкселек яуаплылығын үҙ өҫтөнә ала. Тәүге сынығыу Сибайҙағы Көньяҡ Урал ТЭЦ-ын төҙөү осорона тура килә.
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Нур Тажетдинов етәкселегендәге коллектив бөгөн ҙур уңыштарға өлгәшә, дәрт-дарман менән эшләй. Эшселәр социаль яҡтан хәстәрлек менән солғап алынған. Быйыл Сибай төҙөүселәре тыуған ҡалаһында өсәр ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөүгә әүҙем тотондо. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды заказы буйынса һалынған ике социаль йорт ҡупшылығы, уңайлылығы менән айырылып тора. 21-әр фатирлы ике йорт иһә иҫке өйҙәрҙе һүтеү программаһы буйынса сафҡа инәсәк. Йыл аҙағына тиклем улар файҙаланыуға тапшырыласаҡ һәм йөҙләгән ғаилә Яңы йылды яңы фатирҙарҙа ҡаршылаясаҡ.
Балалар баҡсалары етешмәү — һуңғы йылдарҙа һәр урында өлгөрөп еткән мәсьәлә. Сибайҙа ла сабыйҙар артыуын иҫәпкә алып, социаль объект төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр Алтын ҡасабаһында мәктәпте, балалар баҡсаһын берләштергән үҙәк кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелһә, быйыл ҡаланың тап уртаһында 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү йылдам алып барыла. Әйткәндәй, объект иң алдынғы проект һәм технологиялар нигеҙендә төҙөлә. Ҡала халҡы өсөн был ҙур бүләк булыр, ти төҙөүселәр.
Быйыл Сибай ҡалаһында мәҙрәсә сафҡа инәсәк. Әле уны биҙәкләү эштәре бара. Объекттың хаҡы — 78 миллион һум. Ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы мөһабәт бинаның беренсе ҡатында дүрт уҡыу класы, уҡытыусылар бүлмәһе, тренажер залы, архив, ашхана, душ бүлмәләре, шәфҡәт туташы кабинеты урын аласаҡ. Икенсе ҡатты иһә бөтөн шарттар булдырылған икешәр урынлы йоҡо бүлмәләре, компьютер класы, китапхана, етәкселек өсөн кабинеттар, ғибәҙәтхана биләйәсәк. Тышта заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы буласаҡ. Киләсәктә уҡытыусылар өсөн дөйөм ятаҡ, гараж, имам өсөн торлаҡ һалыу, эргәләге мәсетте тыштан биҙәкләү күҙаллана.
“Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәрен республиканың һәр районында көтөп алалар. Нуриман, Әбйәлил, Күгәрсен, Хәйбулла тарафтарында социаль-мәҙәни объекттар, бассейн, мәктәптәр, торлаҡ йорттар төҙөүҙе сибайҙарға ышанып тапшырғандар һис тә яңылышмай. Мәҫәлән, быйыл Әбйәлил районының Яҡтыкүл ҡасабаһында 32-шәр фатирлы дүрт йорт, пансионат төҙөлһә, Асҡар ҡасабаһында 24 фатирлы социаль торлаҡ төҙөлөү өҫтөндә.
Алтын ҡуллы Сибай төҙөүселәрен күрше өлкәләргә саҡырып ҡына торалар. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында 40 фатирлы биш ҡатлы йорт, Нуғайбәк районының Балҡан ауылында 220 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө лә әле әүҙем бара. Бында газ үткәреү, трансформатор ярҙамсы станцияһы, ҡаҙанлыҡ кеүек ҡатмарлы эштәрҙе лә сибайҙар теүәлләйәсәк. Ғөмүмән, төҙөлөштө тулыһынса башҡарып сығыу һәләтенә эйә “Строймеханизация” уңғандары.
Эш хаҡы ваҡытында бирелә. Ашхана бар. Баймаҡ районының II Этҡол ауылында тыуып үҫкән егеттең яҡташтары алдында йөҙө яҡты. Хөкүмәт тарафынан Көньяҡ Урал райондарын иҡтисади үҫтереү программаһы ҡабул ителеүен тәжрибәле етәксе күптән көтөлгән мөһим сара тип һанай һәм, төбәк үҫеше өсөн янып-көйгән эшмәкәр булараҡ, уға ҙур өмөт бағлай. Һәр хәлдә, төҙөлөш тармағын йәнләндерер өсөн Ирәндектең бай сеймалы нигеҙендә цемент, кирбес заводтары асыу, урында тимер-бетон изделиелар етештереүҙе яйға һалыу тармаҡ үҫешенә генә түгел, дөйөм төбәк халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, тормошон еңеләйтеүгә ҙур өлөш индерәсәк, ти ул.
Г. ӘҮӘЛБАЕВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад