Киләһе көнгә өмөт биргән һөнәр эйәләре11.08.2012
Рәсәйҙә Төҙөүселәр көнө бына ярты быуаттан ашыу билдәләнеп килә. Был һөнәри байрам СССР Юғары Советы Президиумының 1955 йылдың 6 сентябрендәге Указы нигеҙендә булдырылған.
Билдәле, кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре лә, табип, уҡытыусы кеүек, донъяла иң тыныстарҙан һәм кәрәклеләрҙән һанала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙар шарттарына күскәндән һуң иҡтисадты күтәреп килеүсе тармаҡта элекке матур йолалар һүрелде, төҙөүсе һөнәренең бәҫе юғала төштө. Аҡса ғына көҫәгән аралашсылар, байлыҡ туплауҙы ғына маҡсат итеп ҡуйған ҡайһы бер эшҡыуарҙар сәбәпсе булды быға. Әммә үҙ ҡулдары менән мөһабәт биналар, күккә олғашҡан йорттар хасил иткән ябай эшселәр һәр саҡ ихтирамға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.
Тыныс һөнәр эйәләре тип һаналһалар ҙа, хеҙмәттәре ауыр һәм яуаплы уларҙың. Төбәгебеҙҙең төҙөлөш тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған төҙөүсе ағай-апайҙарыбыҙ — ғорурлығыбыҙ. Һөнәри байрамдары уңайынан һәммәһен дә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм хеҙмәттәренең лайыҡлы баһаланыуын теләйбеҙ!