Ут аяуһыҙ11.08.2012
Ут аяуһыҙҺәр аңлы кеше шундай һығымта яһарға тейеш: “Туҡта әле, урманға барып, усаҡ яғып, сүп-сар туҙҙырып ял итергә хоҡуғым бармы? Бигерәк тә бынауындай селләлә, "ҡыҙыл әтәс"кә бәйле көсөргәнешле хәл һаҡланғанда...”

Республикала урман янғындары йышайыу сәбәпле, ошо көндәрҙә 19 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Был хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе күҙаллай. Әбйәлил, Асҡын, Балаҡатай, Бөрйән, Белорет, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Нуриман, Ишембай, Учалы һәм башҡа райондарҙағы хәл һаман да киҫкен ҡала, тиҫтәгә яҡын төбәктә урмандар дөрләй, уттың ҡойроғо ла, самаһы ла юҡ. Дәүләт тарафынан һаҡланған уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары, ошо тарафтарҙағы ауыл-ҡасабаларға ла, тимәк, хәүеф янай. Һуңғыларының сиктәрен мотлаҡ һөрөп сығыу талап ителә. Ғөмүмән, йыл башынан Башҡортостанда 171 урман янғыны теркәлгән, 916 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән.
Афәттең төп сәбәбе, ғәҙәттәгесә, кешеләрҙең һаҡһыҙлығына һәм йәшенгә бәйле.
Әйткәндәй, хәүефһеҙлек хеҙмәттәре, янғын һүндереүселәр, урмансылар тәүлек әйләнәһенә тигәндәй "ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы көрәшһә лә, уларҙың ғына көсөнә һәм иғтибарына ышанып, бәләгә күҙ йомоу яҙыҡ булыр ине. Тыуған яҡтың тәбиғәтенә битараф булмағандар Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер идаралығы пунктына шылтырата һәм урман янғындары хаҡында мәғлүмәт еткерә ала. Урманды һаҡлау буйынса тура бәйләнеш телефондары: 8 (347) 262-40-39 йәки 8-800-100-94-00.
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад