Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте11.08.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Межгорье ҡалаһы хакимиәтенең бүлек начальнигы Мешковская Наталья Владимировна, 30-сы төҙөлөш идаралығындағы 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры урынбаҫары Сысков Валерий Николаевич Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
30-сы төҙөлөш идаралығындағы 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығы проходсыһы Әбләев Заһир Сәмсетдин улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Межгорье ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры урынбаҫары Ғәйфуллина Флүрә Шәмси ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Межгорье ҡалаһындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсеһе Лысов Владимир Федоровичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
Татарстан Республикаһының “Татнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге “Лениногорскнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы Нурмөхәмәтов Рафаил Сәйет улы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад