Зыян күргәндәргә аҡса таратыла11.08.2012
Иглин районының Урман ҡасабаһында янғын һәм хәрби арсеналдағы боеприпастар шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә торлаҡ һәм мөлкәт өсөн аҡса бүлеү тамамланып килә.

— 787 кешегә 10 меңдән 40 мең һумға тиклем компенсация түләнәсәк. Аҡса 1 августан күсерелә башланы, әле халыҡтың 99 проценты уны алды, — тине район хакимиәте вәкиле.
Урман ҡасабаһында зыян күргән кешеләргә республика ҡаҙнаһынан быйыл 10 миллион 624,2 мең һум бүленгән. Компенсацияға хоҡуҡлыларҙың исемлеге уларҙың ғаризалары нигеҙендә төҙөлгән. Баһалаусылар зыян күргән мөлкәттең хаҡын билдәләгәс, уларҙың эш һөҙөмтәһе Иглин районы хакимиәте ҡарамағында ойошторолған махсус комиссия ултырышында ҡаралған.
Әүәлерәк хәбәр ителеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға 37 миллион һум аҡса бүленде. Бынан тыш, торлаҡ төҙөүгә 64,5 миллион һумлыҡ 53 сертификат бирелде. Урман ҡасабаһында теркәлгән 2,1 мең кешенең 1165-е аҡсалата компенсация алды.
А. ХӘЛИЛОВ
.


Вернуться назад