Шифаханаларҙа эшселәрен ял иттереүе лә уйҙырма түгелЭсәр һыуға ҡытлыҡ тыуыуын дәлилләү өсөн миҫал эҙләп әллә ҡайҙа юл тотаһы түгел. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың ҡайһы бер район үҙәктәрендә һәм ауылдарында ла ошо киҫкен проблема менән осрашалар.
Ниндәй төбәктә эсәр һыуға мохтажлыҡ ҙурыраҡ икәнен иң яҡшы белеүсе, һис шикһеҙ, Ҡырмыҫҡалылағы “Һыуғояр” йәмғиәтелер. Предприятие халыҡты һыулы итеү, өйҙәргә һәм социаль биналарға йылылыҡ үткәреү менән 2004 йылда шөғөлләнә башлаған. Ошо ваҡыттан алып уның хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ҡала һәм райондарҙың арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡҡан тип әйтергә мөмкин. Ойошманың исеменән үк күренеүенсә, улар, нигеҙҙә, һыуға ҡайҙа ҡытлыҡ кисерелә — шунда. Заказ көтөп эшһеҙ ултырмауҙары ла аңлашыла. Һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәре үткәреү өсөн генә түгел, реконструкциялау һәм хеҙмәтләндереү кәрәккәндә лә “Һыуғояр”ға мөрәжәғәт итәләр.
Хәйер, халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Шакир Кучаев етәкселек иткән йәмғиәт күптән инде заказсыларҙың ышанысын яулаған.
Үҙ эшенең оҫталары булып танылған белгестәрҙе һуңғы йылдарҙа айырыуса Архангел, Ғафури, Ишембай, Бөрйән, Йәрмәкәй, Миәкә һәм Баймаҡ райондарында йыш осратырға була. Бер үк ваҡытта бер нисә урында ҙур күләмле эш атҡаралар. Шакир Басир улы егеттәренән ҡәнәғәт. Мәҫәлән, Ғәлинур Ишҡаев, Рөстәм Хәсәнов, Хәбир Шәйхетдинов, Айрат Әминев, Виктор Степанов, Филарит Бакиров, Илдар Лотфуллин кеүек тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә таянырға мөмкин, ти ул. Урындарҙа эштең туҡталып ҡалмауы, ваҡытында сара күрелеүе өсөн яуаплылыҡ — участка начальниктары өҫтөндә. Йәрмәкәйҙең үҙендә Рафаил Кәримов, Әбделкәрим ауылында Марат Уразбахтин, Иҫке Турай ауылында Ғәлинур Ишҡаев етәкселек иткән участкаларҙың эшенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел.
Билдәле, заказсы өсөн һыу үткәргестәрҙең дә, йылылыҡ селтәрҙәренең дә оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итеүе мөһим. Бер хужа ла уны әйләнгән һайын тигәндәй алмаштырырға теләмәй. Шуға күрә предприятие үҙе өсөн ҡуйған төп талап — сифат. Хеҙмәткәрҙәр алдына оло бурыс билдәләү менән генә тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеп булмауын да яҡшы аңлайҙар. Эшселәрҙең хеҙмәткә мөнәсәбәте үҙгәрһен өсөн тәү сиратта үҙҙәре хаҡында хәстәрлек тойоуы кәрәк. Шөкөр, был йәһәттән Шакир Басир улына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергәндәре юҡ — социаль ярҙам саралары даими күрһәтелә. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөүселәргә, төҙөлөш материалдары һатып алыусыларға процентһыҙ ссуда бирелә, мөмкинлек булғанда транспорт хеҙмәтенән файҙаланалар, шифаханаларҙа ял иттереү ҙә — ысынбарлыҡ.
Шакир Басир улының тотороҡло коллектив туплауға өлгәшеүенең сәбәбе, бәлки, тап бына шундалыр. Һүҙ юҡ: күңел һалып берҙәм эшләй тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр.
Хәҙер бәләкәй ауылдарҙа ла өйҙәргә заманса һыу үткәргестәр һәм йылылыҡ селтәрҙәре һуҙырға ынтылалар. Халыҡтың зауығы артыуы һөйөндөрә генә. “Һыуғояр”ҙар, ҡайҙа һәм кем өсөн генә булмаһын, заказды сифатлы атҡара.
Республиканы иңләп, һыулы ла, йылылы ла итеүселәр, бер ҡараһаң, күп тә түгел, әммә иллеләгән кешенең даими хеҙмәт урыны булыуын, йәйге айҙарҙа тағы ла байтаҡ эшсе көс йәлеп ителеүен иҫәпкә алһаң, төбәгебеҙҙә эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш индереүҙәрен күрәһең. Бынан тыш, эш хаҡы ла йыл әйләнәһенә тотороҡло һәм ул хеҙмәткә түләүҙең төбәктәге уртаса күләменән күпкә юғары. Ошо йәһәттән дә “Һыуғояр”ҙы өлгөлө предприятие итеп атарға мөмкин.
“Биргәндең ҡулы ҡоромаҫ”, тиҙәр. Йәмғиәт мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, Ишембай, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондарындағы мәсеттәрҙең дүртәүһен төҙөүгә өлөш индергәндәр. Мөмкинлектәре булғанда балалар баҡсалары һәм дауаханалар ишеген дә изге маҡсат менән асып инәләр. Ауыл хужалығы эшсәндәре лә рәхмәтле — уларға кредит рәүешендә финанс ярҙамы күрһәтелә.
Бөгөнгө предприятиеларға, яңы шарттарҙа йәшәргә күнеү һәм өйрәнеү менән бергә, яңыса фекерләп эш итеү һәм социаль яуаплылыҡ тойоу ҙа мөһим. “Һыуғояр” менән яҡындан таныш булмағандар ҙа уның тап бына хәҙерге заман предприятиеһы булыуына инанғандыр, моғайын.
М. ХАРИСОВА.