Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер йомғағын һүткән тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Оморҙаҡ Мөхәмәҙи улы Әүәлбаевтың оло байрамы — 80 йәше.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙҙе ошо күркәм байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уның бала сағы һуғыш осорона тура килә, әммә тырышлығы һөҙөмтәһендә тормошта юғалып ҡалмай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, шофер һөнәрен үҙләштереп, хужалыҡтың иң оҫта, алдынғы хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландыра. Оморҙаҡ Мөхәмәҙи улы — күркәм холоҡло, күптәргә өлгө булырлыҡ ихлас, алсаҡ кеше. Алты балаһын, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы.
Уның ауылдаштары алдында ла абруйы юғары. Әүҙем йәмәғәтсе, тәрбиәле ғаилә башлығы тип беләләр тирә-яҡта.
Ҡәҙерлебеҙ! Һин булғанда беҙҙең күңел тыныс, донъябыҙ бөтөн, изге кәңәштәрең, фатихаларың тормошобоҙға йәм өҫтәй. Һин — тыуған йортобоҙҙоң ҡото, ырыҫы. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, йән тыныслығы менән ғүмер ит!
Бер ҡараһаң, һигеҙ көндәй,
Һикһән йыл үтеп киткән.
Балалар ҙа башлы-күҙле,
Ейәндәр үҫә күптән.
Бер ҡараһаң — үтә оҙон,
Күпме башҡарған хеҙмәт!
Шуға ла бит йәше-ҡарты
Күрһәтә оло хөрмәт.
Тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ
Күңел йылыһын һалып.
Нисек ҡайтарырға һеҙгә,
Ниндәй изгелек ҡылып?!
Йәшәгеҙ беҙҙең бәхеткә,
Ҡояштай, һүнмәҫ булып!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, улдарың, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.