Ҡояшлы, еләк-емешле миҙгелгә ҡыуанып йөрөгән мәлдә күҙгә күренмәҫ дошмандар хаҡында ла оноторға ярамай. Дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, ваба, иерсиниоз кеүек эсәк ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүсе бактериялар беҙҙе йыл әйләнәһенә һағалай, әммә йәй айырыуса шашыналар.
Бер йәбешһә......йоғошло сир кешене бик ныҡ ыҙалата. Ул күңел болғаныуҙан, эс ауыртыуҙан, тән температураһының күтәрелеүенән башлана, һуңынан йыш эс китә. Балаларҙың тәне тартышыуы ихтимал. Тәүге билдәләр, ғәҙәттә, ауырыу йоҡҡандың икенсе-өсөнсө көнөндә һиҙелә. Ҡайһы берҙә зарарлы бактериялар бер нисә сәғәттән үк йәки аҙна үткәс кенә үҙҙәренең барлығын белдерә.
Ауыҙға эләгә күрмәһендәрҠурҡыныс бактерияларҙың һыуҙа, аҙыҡ-түлектә, һауыт-һабала, хатта үҙебеҙҙең ҡулда булыуы ихтимал. Яйы сығыу менән улар, ауыҙ аша организмға инеп, ашҡаҙан-эсәк буйында үрсергә әҙер. Күпселеге эҫе һауала тиҙ үрсеһә, иерсиниозға сәбәпсе булған бактериялар, киреһенсә, һыуытҡысты ярата.
“Һөжүм”гә нисек ҡаршы торорға?Үҙеңде һәм ғаиләңде эсәк ауырыуҙарынан һаҡлар өсөн ябай ғына санитария ҡағиҙәләрен үтәү ҙә етә:
бәҙрәфкә инеп сыҡҡандан, тышта йөрөп килгәндән һуң, аш-һыу әҙерләр һәм ашарҙан алда ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ;
баланы ҡулға алыр һәм уның менән уйнар алдынан да ҡулдарҙы йыуырға кәрәк;
ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ҡайнаған һыу эсегеҙ;
рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ һәм ауыҙығыҙға бер тамсыһын да эләктермәҫкә тырышығыҙ;
һөттө лә ҡайнатып эсегеҙ;
йәшелсә-емеште, йомортҡаны һыуытҡысҡа йыуып һалығыҙ;
итле ризыҡтарҙы яҡшылап бешерегеҙ;
ошо ҡағиҙәләрҙе балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ.
Һаулыҡ һаҡлау
министрлығының
матбуғат хеҙмәте.