Баҡсала помидор ҡыҙара, ә баҙарҙа көндән-көн хаҡ төшә. Тимәк, томат консервалау өсөн иң яҡшы мәл етте. Ҡыҙыл йәшелсәнән ниҙәр генә әҙерләп булмай: кетчуп, салат, икра һәм башҡалар. Был ризыҡтарҙың һәр ҡайһыһы табынығыҙға йәм бирер, аштарығыҙҙы тағы ла тәмлерәк итер.
Помидор икраһы4 килограмм помидор, 0,5 килограмм кишер, 0,5 килограмм һуған, 1 стакан шыйыҡ май, 100 грамм аш һеркәһе, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 4-5 лавр япрағы, 4-5 йоморо ҡара борос.
Йәшелсәләрҙе ит турағыстан үткәреп, ҡалған нәмәләрҙе өҫтәп, дүрт сәғәт ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға ябырға.
Солянка1,5 килограмм кәбеҫтә, 500 грамм һуған, 2,5 килограмм ҡыҙыл помидор, 1,5 килограмм ҡыяр, 250 грамм кишер, 300 грамм үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы тоҙ.
Йәшелсәләрҙе турап, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәп, 15 минут болғата-болғата ҡайнатырға. Ҡайнар килеш стерилләнгән банкаға тултырырға.
Помидорлы алмаПомидор, алма, шәкәр ҡомо, тоҙ.
Помидор менән алманы бер тигеҙ күләмдә алып, йыуып, банкаларға тултырырға.
1 литр һыуға 100 грамм шәкәр ҡомо, 30 грамм тоҙ һалып, маринад яһарға. Уны тултырылған банкаларға һалып, бер аҙ тоторға. Кире ағыҙып, ҡайнатып, тағы һалырға. Өсөнсө тапҡыр ҡайнаған маринад ҡойғас, тимер ҡапҡас менән ҡапларға.
Кетчуп2 килограмм помидор, 0,5 килограмм әрселгән алма, 3 балғалаҡ тоҙ, 70 грамм шәкәр ҡомо, 100 грамм аш һеркәһе, әҙ генә ҡыҙыл борос.
Помидор менән алманы 1 сәғәт ҡайнатып, дуршлаг аша һөҙәбеҙ. Шуға тәмләткестәрҙе һалып, тағы 20 минут ҡайнатып, банкаларға тултырып, ябып ҡуябыҙ.