Байымбәт ауылына — 300 йыл тирәһе. Эшһөйәр, татыу халҡы менән дан алған төйәгебеҙҙә әле “Уңыш” крәҫтиән хужалығы бар, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто эшләй. Тик бер бәләгә дусар булдыҡ — мәктәбебеҙҙе яптылар.
Бына ике йыл инде ауылда ҡыңғырау сыңы ишетелмәй. Гөрләп торған белем усағы тынып ҡалды. Ауылда йәшәү һүнде кеүек.
Ғөмүмән, Байымбәтте лә үҙгәреш еле урап үтмәне. Улай ғына ла түгел, халыҡтың тормошон тамырынан үҙгәртте. Балаларыбыҙ IV кластан һуң Үзбәк ауылына йөрөп уҡый торғайны, аҙаҡ алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бурлыға күстеләр. Автобус унда иртәнге һигеҙ тирәһенә алып барып еткерә. Ә дәрес туғыҙҙа башлана. Тимәк, башланғыс класта белем алыусылар өлкән класс уҡыусылары менән бер рәттән дәрес башланғанын көтөп ултырырға мәжбүр. Етмәһә, улар уҡыу ваҡыты тамамланғас та ҡайтып китә алмай: тағы ла бер-ике сәғәт самаһы өлкән уҡыусыларҙы көтөп ултыралар. Шунлыҡтан бәләкәстәр өйгә ныҡ арып ҡайта. Уларға бит 7 — 10 йәш кенә! Ирекле, бай илдә йәшәйбеҙ ҙә баһа — ниңә беҙҙең балалар ыҙа сигеп белем алырға тейеш? Хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла мәктәптәрҙе япмағандар. Уҡытыусыларға түләрлек аҡсаһын да тапҡандар. Ә хәҙер быға нимә ҡамасаулай һуң? Уҡытыусыларыбыҙ белемле, эшләргә теләктәре ҙур. Улар дәрес менән генә сикләнмәй, төрлө түңәрәк үткәреп, балаларҙы һөнәргә, эшкә өйрәтә торғайны. Һәр байрам һайын концерттар ойошторолдо. Ә хәҙер уҡыусылар түңәрәктәргә лә йөрөй алмай.
Беҙ, Байымбәт ауылы халҡы, ошо проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорайбыҙ. Мәктәпкә ремонт яһалып, уны асһындар ине. Ауыл үҫә, йәштәр үҙ төйәгенә ҡайтып төпләнә. Ҙур, матур йорттар һалалар, ғаилә ҡоралар. Әле ауылда, уҡып йөрөгәндәрҙән тыш, алты йәшкә тиклемге 26 сабый бар. Йәш быуынға бәхетле бала саҡ бүләк итәйек! Улар бындай хәстәрлеккә хаҡлы түгелме ни?!
Лиана САДИҠОВА,
Дилара ҠОРМАНҒОЛОВА,
Гөлфирә ИШКИНА
һәм башҡалар
(барлығы 37 ҡултамға).
Ғафури районы.