Хәбәрһеҙ юғалмағандар10.08.2012
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп яугирҙәрҙең ғаиләһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килгәнлеге билдәле. Фронт үткән төрлө өлкә, ҡала, район биләмәләрендә эҙәрмәндәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә “ғәйеп булған” һалдаттарҙың ерләнгән, һәләк булған урындары асыҡлана, шәхси әйберҙәре табыла. Һәр табыш был исемлекте кәметә, туғандары өсөн ҡиммәтле яңылыҡ була.

Украинаның Чернигов өлкә советының “Хәтер китабы” һәм “Тарих тарафынан аҡланғандар” фәнни-документаль сериалдарын әҙерләү буйынса Эҙләү агентлығы хәбәр итеүенсә, Сосницкий районының Конятин ауылы уртаһындағы туғандар ҡәберлегендә ике яҡташыбыҙ ерләнгән:
ҒИЛМАНОВ Ҡадир Абдулхаҡ улы. Ул 1908 йылда тыуған. Хәрби хеҙмәткә 1943 йылдың 14 авгусында Башҡортостандың Шишмә районы хәрби комиссариатынан саҡырылған.
ЦЫБИН Николай Сергеевич, 1913 йылғы. Хәрби хеҙмәткә 1941 йылдың 13 июнендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙер – Ишембай) районы хәрби комиссариатынан алынған.
Яугирҙәрҙең туғандарына, ҡыҙыҡһыныусыларға был турала тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариат бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Вернуться назад