Риф менән Рауилды күргем килә10.08.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәтенә Үзбәкстан Республикаһында йәшәүсе Сәлиә Раимбай ҡыҙы Ҡолбаеванан хат килгән. Ул үҙенең ағалары Риф менән Рауил Мөхтәровтарҙы эҙләй.

“Әсәйем Шәмсиә Мостафа ҡыҙы Әкимбәтова Дәүләкән районының Яппар ауылында тыуған. Ул 2007 йылдың 11 авгусында 84 йәшендә вафат булды.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң әсәйем фронтовикка кейәүгә сыға. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы ике малай тыуа, тик ире көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсә. Ошо хәлдән һуң әсәйем, ике улын да балалар йортона ҡалдырып, Урта Азия тарафтарына сығып китә. Был аҙымға этәргән сәбәптәр тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белмәйем.
Бында ул, атайым Рим Ҡолбаевты осратып, кейәүгә сыға. Уларҙың бер-бер артлы Ғәлиә, Сәлиә, Марат, Пулат, Озод, Әхмәт исемле балалары тыуа. Беҙ, институттарҙа уҡып, барыбыҙ ҙа юғары белем алдыҡ. Бәхетле ғаиләлә тәрбиәләндек. Тик әсәйебеҙҙең элекке тормошо тураһында бер нәмә лә белмәнек. Яҡты донъя менән хушлашыр алдынан ғына ул ғүмер буйы үҙенә тынғылыҡ бирмәгән хатаһы тураһында Ғәлиә апайыма һөйләгән.
Тәүҙә ағайҙарыбыҙҙы эҙләп ҡарағайныҡ, таба алманыҡ. Хәҙер Интернет заманы, моғайын, кешене табыуы еңелерәктер тип, йәнә уларҙың яҙмышын асыҡларға булдыҡ.
Әсәйем гел моңһоу була торғайны. Уның рәхәтләнеп көлгәнен дә хәтерләмәйем. 1974 йылда Риф менән Рауил әсәйемдең эргәһенә Ҡарағалпаҡстанға килеп киткән. Беҙ ул ваҡытта Сәмәрҡәндтә уҡып йөрөй инек, ә бәләкәй туғандарыбыҙ уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен хәтерләмәй. Ағайҙарым тураһында мин бер нәмә лә белмәйем тиерлек. Риф — 1943–1944, Рауил 1945–1946 йылғы булырға тейеш”, — тип яҙылған хатта.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Риф менән Рауилды белһәгеҙ, редакцияға 272-35-11 телефоны буйынса шылтыратығыҙ йәки хат яҙығыҙ.


Вернуться назад