Таптар өйкәй күңелде10.08.2012
“Мең көн күләгә булып йөрөгәнсе, бер көн кеше булыуың яҡшы”, — тип өйрәткән ата-бабаларыбыҙ. Элек-электән йөрәк ҙурлығы, күңел яҡтылығы тәүге урында торған.
Әлбиттә, яҡшы кешеләрҙе һәр ҡайҙа ла хөрмәт менән ҡаршы алғандар, “намыҫлы кеше — ырыҫлы кеше” тип һаналған. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ундайҙар аҙайғандан-аҙая, ә әҙәпһеҙлек арта. Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙған кеүек, улар яҡындарын, дуҫтарын һәм туғандарын ҡайғыға һала, ут эсендә йәшәргә мәжбүр итә.
Урамға сыҡһаң, хайран ҡалаһың: тәмәке тартыу — ғәҙәти күренеш, эскелек тарала, наркомандар күбәйә. Ә уларҙың ата-әсәһенә был оло ҡайғы-хәсрәт бит. Олоғайған көндәрендә кемгә таянырҙар, ҡайҙа йыуаныс табырҙар һуң? “Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдө йәм итер, баланан бәхетең булмаһа, иртә йәштән ҡарт итер”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Әҙәпле ир-ат ил-ара ыҙғыштарҙы туҡтатыу өсөн көрәшһә, урамда эсеп, йүнһеҙ юлда йөрөгәндәре ни эш ҡыйрата икән? Күкрәк киреп, яман һүҙҙәр менән әрепләшкәндәренең намыҫы ҡайҙа?
Ата-әсәһен хөрмәт итмәгән, Аллаһы Тәғәләне онотҡан бәндәләрҙә оят тигән сифаттың эҙе лә юҡ. Бындай әҙәмдәр абруйһыҙ, сөнки улар — йәмғиәттең сире. Йүнһеҙҙәр ғүмер буйы күләгә булып йөрөй һәм баҫҡан ерендә бысраҡ ҡалдыра. Бурысыбыҙ — ошо таптарҙы бөтөрөү, сөнки улар барлыҡ яҡшы нәмәне ҡарайта. Бына шуға йән әрней.
Зөһрә САДИҠОВА.
Нефтекама ҡалаһы.


Вернуться назад