Һуңғы осорҙа арабыҙҙа буйҙаҡтар күбәйә башланы. Был — милләткә хәүеф янаған ҙур проблемаларҙың береһе. “Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ”, — тигәндәй, был күренеш артабан да дауам итһә, йәмғиәтебеҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡаласаҡ.
Әүәл ир-егет алдына өс бурыс ҡуйылған: тәүгеһе — өйләнеү һәм ағас ултыртыу, икенсеһе — йорт-ҡаралты күтәреү, өсөнсөһө — бала тәрбиәләү.
Ул дәүерҙәрҙә ҡыҙ-ҡырҡынды яңғыҙ ҡалдырыу тыйылған, шуға ла йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар. Килен яҡын тирәнән төшөрөлмәҫкә тейеш булған. “Алыҫтан — ат, яҡындан ҡыҙ алма”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, сөнки ҡыҙҙар ата-әсәһен һағынып, тыуған йорто яғына ҡарап тороусан. Нәҫелдән күскән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә шулай эшләнгән. Шунлыҡтан өйләнеүселәр алдына яҡын туғандарға өйләнмәү шарт итеп ҡуйылған: “Ҡыҙ бауыры ете быуындан алмашына” тигән халыҡ. “Иртә өйләнгән — улы-ҡыҙынан кинәнгән” тигәне йәштәрҙең үҙ ваҡытында башлы-күҙле булыуын хуплауҙан. Ғаилә ҡороуға әҙерһеҙлекте, организмдың нығынып бөтмәүен иҫәпкә алып, хәҙер табиптар иртә өйләнеүҙе тыя.
Илебеҙҙә наркоманияға һәм эскелеккә юл бөтөнләй ябылһа, халҡыбыҙҙың йәшәү кимәле күтәрелер, милләтебеҙ иҫәп яғынан күпкә артыр ине. Ғаиләләрҙе тарҡатыуға юл ҡуймайыҡ, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәйек. Өйләнмәй, ғүмерен заяға үткәреүселәр парын табырға тырышһын.
Венер ӘМИНЕВ.
Яңауыл ҡалаһы.