Мәхмүт ишектән инер-инмәҫтән әсәһенең ҡосағына ташланды.
— Әсәкәйем, хәлдәрең нисек? Үҙеңде үлеп һағындым. Шуға хатта маршрут автобусын да көтөп торорға тәҡәт ҡалманы, таксиға ултырып ҡына ҡайттым. Ҡабаланғас, күстәнәс-фәлән дә алып булманы.
Әсәһе:
— И-и-и, балаҡайым, ниндәй йыуаса, ти, тағы. Һин үҙең күстәнәс, — тип кинйәһен супылдатып үбеп тә алды.
Иртәгәһен Мәхмүт төшкә тиклем йоҡо һимертте. Әсәһе, бәпесем уянып ҡуймаһын тип, бесәй кеүек һаҡ ҡына баҫып йөрөп аш һалды.
Мунса инеп, тамаҡ туйҙырып алғас, Мәхмүт китергә йыйынды.
— Әсәй, бөгөн пенсия алғанһыңдыр бит? Юлға әҙерәк аҡса бир әле...
Азат НУРҒӘЛИЕВ.