Әле “Йәмәғәт электрон гәзите” сайтында “Өфөнөң рәсми булмаған гимны авторы, композитор Рим Хәсәнов “Өфөнөң почетлы гражданы” исеменә лайыҡмы?” тигән һорау бирелә.
Ошоға бәйле, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенкоға онлайн-конференция барышында “Өфөнөң почетлы гражданы” исеменә кандидатураны тәҡдим итеү сараһы нисек тормошҡа ашырыла, тигән һорау ҡуйылды.
— Композитор Рим Хәсәнов — ҡалабыҙҙағы абруйлы кешеләрҙең береһе. Ул, әлбиттә, бындай исемгә лайыҡ, — тине Евгений Семивеличенко. — Уны биреү өсөн ҡала Советына коллектив мөрәжәғәт кәрәк. Президиум ошо исемде биреүҙе юллау хоҡуғына эйә.
Рим Хәсәнов — күренекле артистарыбыҙ башҡарған “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс” һәм халҡыбыҙ яратҡан башҡа бик күп йырҙарҙың авторы.
Ғ. ХӘБИРОВ.