Баҙар ҙа миҙгелгә бәйле үҙгәреп тора. Шулай ҙа быйыл йәйҙең ике аҙнаға иртәрәк килеүе сауҙаға бер аҙ үҙгәреш индерҙе: ҡайһы бер емеш-еләк һәм йәшелсә йылдағынан алдараҡ тәҡдим ителә башланы.
Әле Өфөнөң барлыҡ сауҙа майҙандары ҡарбуз һәм ҡауын менән тулған. Былтырғы менән сағыштырғанда, хаҡы артмаған. Баш ҡалаға яҡын ауылдарҙан һәм баҡсаларҙан килтерелгән еләк-емеш һәм йәшелсә хаҡтары ла үткән миҙгелдәгенән әллә ни айырылмай. Шәхси ихатала үҫтергән тауарҙарын тәҡдим итеүселәр араһында алманың артыҡ эҫелектән ҡойола башлауына зарланыусылар ҙа бар, хаҡы әлегә юғарыраҡ.
Картуф менән сауҙа итеүселәр күп. Элеккесә тауыҡ, өйрәк һәм индоутка түшкәләренең йәнең теләгәнен һайлап була. Ә бына һыйыр ите аҙыраҡ, хаҡы — 220 300 һум. Йылҡы итенә лә шул сама һорайҙар. Ҡуян ите барыһын да уҙҙырған — 400 һум!
Йомортҡа хаҡы ла сифатына ҡарап төрлөсә — 30 — 100 һум. Һыйыр һөтөнөң 1,5 литрына 50 һум сығарып бирергә тура килһә, кәзә һөтө — 150 һум, бер банка ҡаймаҡ (0,7 л.) — 160 һум, аҡ май — 300 һум. Хәйер, ул һөт комбинаттары киосктарында ла арзан түгел — 190-195 һум.
Баш ҡаланың Үҙәк баҙарындағы тауар хаҡтары шулай. Ашы — ашҡа, урыны башҡа тигәндәй, сауҙа майҙандарының урынына ҡарап, йәшелсә-емеш һәм йәшелсә хаҡтарында ла айырма күҙәтелеүсән.
Минзилә
ҒАБДРАХМАНОВА.