“Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау (Халыҡ контроле) партия проектына ярашлы “Берҙәм Рәсәй” ағзалары Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре менән берлектә ҡарбуз, ҡауын һатҡан урындарҙа рейд үткәрҙе.
Тикшереүселәр иң элек Дим районына юлланды һәм шунда уҡ йәшелсә, емеш-еләк һатыусыларға осраны. Һатыусының сауҙа итеүгә рөхсәт иткән документтары булмай сыҡты. Дим районында бер сәғәт эсендә ошондай өс нөктә асыҡланды.
— Барлыҡ сауҙа нөктәләрендә бер үк етешһеҙлектәр күҙәтелә. Ҡарбуз, ҡауын ҡумталарҙа, йәшниктәрҙә түгел, ә ерҙә ята. Аҫтына кескәй ҡатырға түшәлгән. Һатыусыларҙың санитария кенәгәләре, сауҙа нөктәһенең хужаһы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ҡарбуз, ҡауынды киҫеп һаталар. Улар Әстрхандан һәм
Ырымбурҙан килтерелгән, тип яҙылһа ла, быны раҫлаған документты күрһәтә алманылар, — тине дәүләт комитетының бүлек начальнигы Наталья Николаева.
Быйыл йәй Өфөлә стационарһыҙ сауҙаны тормошҡа ашырыуға 1963 кеше ғариза яҙған. 563 шәхси эшҡыуар ғына конкурстан үткән. Шуларҙың 98-е генә ҡарбуз һәм ҡауын һатыуға рөхсәт алған.
— Миллионлы ҡала өсөн был ғына аҙ, әлбиттә. Ихтыяж булғанға күрә тәҡдим дә бар. Ләкин сауҙа законға ярашлы булһын. Һатыусыларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың тейешле документтары булыуы зарур. Санитария кенәгәләренә ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Барлыҡ эштәр законға ярашлы тормошҡа ашырыла икән, тимәк, сауҙа нөктәһенең хужаһы үҙ тауары өсөн яуаплылыҡҡа эйә, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина.
Рейд Өфөнөң Киров районында дауам итте. Бында ҡағиҙәләргә һәм закондарға ярашлы, санитария нормаларын үтәп сауҙа итеүселәр бар ине. Законһыҙ сауҙа нөктәләренә ҡарата акттар төҙөлдө. Уларҙың хужаларына 10 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, рейдтар миҙгел бөткәнсе дауам итәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.