— Һәр кемдең яратҡан ғәҙәте булалыр инде. Бына мин магазинда матур сумка күрҙениһәм, шуны алмайынса күңелем булмай.
— Сумка, тиһеңме? Ә бына мин кеше сумкаһын бутарға ғәҙәтләнгән берәүҙе беләм.
— Китсәле, ят кеше әйберендә соҡоноу бөтөнләй ярамай.
— Ҡайһы берәүҙәрҙең “улай ярамай, быға берүк тотоноп ҡуймағыҙ” тип тыйылған нәмәләргә йоғонаһы килеп тик тора, ти. Хатта ғәҙәтенә инеп китә, имеш. Ана, беҙҙең йорттағы Федор Галкин да шундайға яман өйрәнеп ала.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә шундай ғәжәп хәл тураһында ишеттем мин.
26 йәшлек Федор Галкинды, үҫә төшкәс, сумка тигән серле нәмә ҡыҙыҡтыра башлай. Тәтәй кеүек муҡса эләктереп, ҡоралай кеүек тыҡ-тыҡ баҫып ҡына китеп барған һылыуҡайҙарҙы күрһә, нишләгәнен белмәй. Прәме үлә инде бына! Шуның эсендә нимәләр бар икән? Моғайын, күп-күп аҡсалыр. Йүгереп барып ҡулдарынан тартып алыр ине лә, кем һиңә анһат ҡына үҙ нәмәһен тоттороп ебәрһен?! Хәҙер бит гүзәл заттар әүәлге һымаҡ көсһөҙ, илаҡ түгел. Ҡайһылары ирҙәреңә биргеһеҙ әле. Әллә ниндәй көрәш секцияларына йөрөйҙәр. Яҙатайым шундайына барып ҡапһаң, атаңды танытыр, кәликә яһар, тәүбә-әстәғәфирулла. Егет башы менән гелән шулай ҡурҡып йәшәп булмаҫ бит инде. Тиҙерәк теге сумкаларҙы эләктерәһе килә. Түҙемһеҙлеге сигенә еткән егет көндәрҙең береһендә пневматик пистолет һатып ала.
— Хәҙер берәүҙән дә ҡурҡмайым, — тип ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерә Федор. — Серле сумкаларҙың йәнең теләгәнен эләктерә алам.
Бына ул эре генә ҡала урамы буйлап килә. Тик күпселек ҡыҙҙар икешәр-өсәр йә төркөм-төркөм йөрөй. Егет аулағыраҡ урынға, кеше һирәгерәк йөрөгән ергә юлланды. Күп тә үтмәй уның ҡаршыһында ҡупшы итеп кейенгән ханым пәйҙә булды! Сумкаһында нимә бар икән? Хәҙер инде егетең элекке кеүек икеләнеп-микеләнеп торманы. Батырҙарса ҡыланды. Ҡоралын тура ҡатындың маңлайына тоҫҡаны.
— Сумкаңды миңә бир ҙә үҙең имен саҡта шыл бынан! Теге донъяға оҙатмаҫ элек. Бына ошоно күрәһеңме?
Федор зәһәр ҡарашы менән һылыуҡайҙың күҙ алдында пистолетын уйнатты.
Кемдең инде күрәләтә үлгеһе килеп торһон! Бисара ҡатын ҡурҡышынан дер ҡалтырап төштө.
— Зинһар, үлтерә генә күрмә, — тип саҡ әйтә алды. — Балаларым хаҡына. Мин дә булмаһам, уларҙы кем ҡарар?
Ул иңендәге сумкаһын егеттең ҡулына үҙе үк тотторғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
— Хәҙер үк һыпырт бынан. — Егеттең тауышы йәнә ҡәтғи яңғыраны. — Был турала ауыҙыңдан өнөң сыҡмаһын. Полицияға әйтһәң, мин һине ер аҫтынан да табасаҡмын. Ишеттеме ҡолағың? Ул сағында балаларың бар тип ҡарап тормам. Тура теге донъяға оҙатасаҡмын.
— Әйтмәм, әйтмәм...
Ғәләмәт бай булып сыҡты сумка. Унан егет аҡсалар, алтын, көмөш биҙәүестәр, кеҫә телефонын, тағы әллә нимәләр һөйрәп сығарҙы. Уларҙы һатҡас, апаруҡ ҡына аҡса инеп ятты уның кеҫәһенә.
Анһат ҡына аҡса эшләү ғәҙәте һәләк оҡшап ҡала Федорға. Рәхәтләнеп кафеларҙа теттерә. Шуға ла ул яратҡан ғәҙәтен кинәнеп дауам итә. Йәнә әллә нисәмә ҡатын-ҡыҙҙың маңлайына пистолетын терәй.
— Сумкаңды бирәһең дә ҡотолаһың. Әтеүһә хәҙер үк тегендә ебәрәм.
Әммә, ҡәһәрең, полицияға ауыҙымды ла асмам, тип илай-һыҡтай вәғәҙә биргән мәхлүктәр ҙә үҙ һүҙендә тормаған икән. Көндәрҙең береһендә полиция хеҙмәткәрҙәре Федорҙың ҡулын артҡа шаҡара.
...Хәҙер рәшәткәле йорт эсендә Федор Галкинды ошо ғәҙәтенән арындырыу өсөн дауалайҙар, ти.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.